6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Үкенесле еңелеү өмөттәрҙе өҙмәй әле
09.11.05


       Өфөнөң "Нефтяник Башкортостана" командаһы рәттән ете тапҡыр еңеүҙән һуң Яңы Уренгойҙа урындағы "Факел" командаһы менән осрашыу ваҡытында 0 : 3 иҫәбе менән биреште. Еврокубоктағы "бишәү" араһында урын биләү өсөн булған был үкенесле осрашыуҙың һөҙөмтәһе "нефтселәр" өсөн сикәгә һуғыу менән бер булды. Әммә еңелеүгә ҡарамаҫтан, өфөлөләр турнир
       таблицаһында әлегә беренсе юлды һаҡлап килә.
       Еңелеүҙең сәбәптәрен белергә теләп беҙ "Нефтяник Башкортостана" клубының баш тренеры менән һөйләштек.
       - Ни өсөн еңеүҙәр серияһынан һуң был тиклем аяныслы һөҙөмтәгә килдек
       - Егеттәр көрәшкә бик етди әҙерләнгән ине, әммә ул көндө
       ҡаршы тороусы команда беҙҙән көслөрәк булды.
       - Командала һеҙҙе нәмә ҡәнәғәтләндермәй
       - Минеңсә, беҙ ҡабул итеүҙә көсһөҙөрәк булыу арҡаһында еңелдек. Улар тупты сифатлы бирә. Иң мөһиме - беҙ уйынға тиклем үк уларҙың диагональ һөжүмсеһе Роман Яковлевты ҡаплауы ауыр буласағын белә инек. "Факелдың" ошо төп
       "ҡоралына" ҡаршы торорға әҙерләндек, әммә булдыра алманыҡ. Ул - тәжрибәле уйынсы һәм үҙенең төп бурысын үтәүгә өлгәште,
       һөжүмдә 19 мәрәй йыйҙы.
       - Йәғни ул кистә беҙҙең команданың бер ниндәй ҙә мөмкинселеге юҡ ине
       - Уйын кимәле буйынса ҡаршы яҡ көслөрәк булды. Әгәр "Факе л" артабан да шулай уйнауын дауам итһә, сезон йомғаҡтары буйынса ул Рәсәйҙең иң көслө өс коллективы иҫәбенә лә инә аласаҡ. Беренсе партияла иҫәп 21 : 22 булғанда беҙгә эләгеп китергә мөмкинселек бар ине, әлбиттә, әммә судьялар беҙгә тағы ла алғараҡ сығырға мөмкинселек бирмәне. Улар хужаларҙың
       рәттән дүрт хатаһын иғтибарһыҙ ҡалдырҙы.
       Артабан һүҙ Өфө командаһының пландары тураһында барҙы.
       - Алда, 12 ноябрҙә, һеҙҙе Мәскәү "Динамоһына" ҡаршы ҡатмарлы матч көтә. Ҡаршы тора алырһығыҙмы
       - Көрәшәсәкбеҙ, әлбиттә, Бик көслө команда булһа ла беҙ у ға еңеү бүләк итергә йыйынмайбыҙ.
       - Ә "Факелға" ҡасан яуап ҡайтараһығыҙ
       - 99 процентҡа реванш ала алырбыҙ тип уйлайым. Мин үҙем бының өсөн ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен. Әле б еҙҙең арала талантлы легионер Османи Гуанторена булмағанын х әтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Ул килеү менән "Нефтяник
       Башҡортостана" командаһының уйын кимәле һиҙелерлек
       күтәреләсәк.
       - Гуанторенаның Өфө клубына әйләнеп ҡайтасағы билдәлеме
       - Әлегә асыҡ түгел. Хәбәрҙәр буйынса - бәлки ноябрь аҙағы на килеп етер.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал