6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ишмәтов телевизор аша ла еңә
08.11.05


       Өфө хоккейсылары өйҙә үткән һуңғы матчтарҙа ике бик көсл ө команда - Рәсәй чемпиондары Мәскәү "Динамоһын" һәм ағымдағы чемпионат лидеры "Металлургты" (Магнитогорск) артта
       ҡалдырҙы. Был еңеүҙәре менән "юлаевсылар" бер нисә ҡиммәтле "тирегә" эйә булды. Беренсенән, үҙ тиреләрен ҡотҡарҙы, өйҙә бер нисә тапҡыр еңелгәндән һуң команданан сығарыуҙарҙан көт тә тор, ә инде яңы бик үк шәптән булмаған
       уйынсылар алғандан һуң (кем хәҙер яҡшы уйынсыларын бирһен)
       командала эштәр тағы ла хөртәйер ине. Тимәк Рәсәй баҙарында
       клуб хоккейсыларының даны ла күҙгә күренеп түбәнәйеүе ихтимал.
       Икенсенән, "Динамо" һәм "Магнитканы" еңеп, өфөлөләр Спорт
       һарайының ялтырай башлаған тиреһен яңыртты - хәҙер унда
       көйәрмәндәр барлыҡҡа килде. "Металлургҡа" ҡапршы ярышта уҡ беҙҙең ҡаршыға артыҡ билет "теләнселәүсе" осраны. Һәм,
       өсөнсөнән, өфөлөләр "дан тиреһенә" лайыҡ булды - уларға тиклем был сезонда Рәсәй суперлигаһының иң көслө парын
       еңеүселәр юҡ ине әле.
       Магнитгорск ҡалаһының "Металлургына" ҡаршы еңеү матчында "Салауат Юлаевтың" тренеры Рафаил Ишмәтов командаға запастағылар эскәмйәһенә сыҡмайынса ғына етәкселек итте. Йөрәге ауыртыу сәбәпле, остаз матчтың барышын телевизор аша күҙәтте, һуңынан, тәнәфестәр ваҡытында сисенеү бүлмәһендә уйынсыларҙың хаталарын, кәрәкле тактиканы билдәләне, ҡиммәтле күрһәтмәләр бирҙе.
       "Динамоға", билдәле булыуынса, Рәсәйҙең хоккей буйынса
       йыйылма командаһы тренеры Владимир Крикунов етәкселек итә. Евротурҙың фин этабына был тренер бер "юлаевсыны" ла
       алманы, ул ғына түгел, олимпия уйындарына киңәйтелгән Рәсәй
       заявкаһына шулай уҡ Өфө клубының бер уйынсыһы ла эләкмәне. НХЛ хоккейсылары тарафынан булған конкуренция шарттарында өфөлөләрҙең дүртйыллыҡ уйындарына эләгеүе шикле булыуы
       аңлашыла. Әммә ни өсөн заявкаға, әйтәйек, Кутейкин
       ( перспективалы йәш һаҡсы) йәки Сидякинды ( чемпионаттың иң
       яҡшы снайперҙарының береһе) индермәҫкә - был егеттәр өсөн яңы ҡаҙаныштарға этәргес булыр ине. Әммә Крикунов өфөлөләргә иғтибар бирмәне. Бының өсөн егеттәр унан үс алды - әйткәндәй, быйылғы сезонда инде икенсе тапҡыр. Росаның ҡеүәтле голынан һуң беҙҙең егеттәр оҙаҡ ҡына яуап ҡайтара алманы. Рафаил Ишмәтовтың хәле насарайҙы - икенсе периодта
       ул запаста ултырыусылар эскәмйәһенә сыҡманы. Әммә артабан " юлаевсылар" Озолин һәм Сидякиндың тырышлығы арҡаһында алға сыҡты. Иң аҙаҡтан Өфө снайперы тағы бер дубль эшләне. Иҫәп - 3 : 1 - тар - мар итеү үк булмаһа ла, Рәсәй йыйылма командаһына эләгергә теләүсе "юлаевсылар" өсөн лайыҡлы еңеү.
       "Динамоны" еңгәндән һуң Магнитогорсктың "Металлургын" еңмәҫкә лә мөмкин ине. Әммә өфөлөләр икенсе төрлө хәл итте. Иҫәп беҙҙең файҙаға 4 : 2.
       Турнир таблицаһында "Салауат Юлаев" һигеҙенсе урынға
       күтәрелде - чемпионат йомғаҡтары буйынса команда алдында
       нәҡ ошондай бурыс тора ине. Хәйер, алда уйындар етерлек әле , артабан өҫкә күтәрелеү ҙә, аҫҡа тәгәрәү ҙә ихтимал. Иң мөһ име - плей офф уйынын лайыҡлы үткәреү.
       Матчтан һуңғы ике матбуғат конференцияһында "Салауат Юлаевтың" баш тренеры Рафаил Ишмәтов урынына өлкән тренер Се ргей Герсонскийҙың сығыуын билдәләргә кәрәк.
       Журналистарға ул былай тип белдерҙе:
       - "Динамоға" ҡаршы матч алдынан Рафаил Ғәзиз улы команда
       өсөн кәрәкле һүҙҙәр тапты. "Металлург" менән осрашыуҙы ул телевизор аша күҙәтте, ә тәнәфестәрҙә артабан нисек уйнау
       тураһында күрһәтмәләр бирҙе.
       Кисә команда ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан сыҡты - кросс, һуңынан - боҙ өҫтөндә күнекмә үтте. Беҙ Рафаил Ишмәтовҡа бер нисә
       һорау менән мөрәжәғәт иттек, уларҙың беренсеһе, әлбиттә,
       тренерҙың сәләмәтлегенә ҡағыла.
       - Иртәгә кардиоүҙәккә ятам. Ниндәй ваҡытҡа - билдәһеҙ.
       - Составты көсәйтеү өсөн генераль менеджер кемде эҙләйәсә к
       - Бөгөн "Ладанан" Андрей Яханов килергә тейеш. Беҙгә унан
       тыш һаҡсылар, яҡшы үҙәк һәм форвард кәрәк.
       - Команданың һуңғы уңыштары нимәгә бәйле
       - Аяҡҡа баҫыу беҙ йәйен Президент Кубогын отҡан ваҡытта у ҡ башланды. Был турнирҙа булған әҙерлекте бөгөнгә тиклем һаҡлап алып киләбеҙ. Егеттәрҙең оҫталығы тиҙерәк артыуын, үҙ
       көстәренә ышаныуҙарын теләге килә. Иң мөһиме - командалағы тотороҡлоҡ өсөн уға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла - бағымсыларға, республика етәкселегенә, Президентҡа ҙур рәхмәт әйтке килә. Беҙҙә Тольятти ҡалаһындағы кеүек хәл була
       алмауына мин бик шат. Юҡһа ҡайһы бер клубтарҙа бындай
       тарҡалыу һәр минутта булыуы ихтимал. "Салауат Юлаевта" тотороҡлоҡ юғарынан ярҙам булыуы арҡаһында һаҡланды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал