6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Бында иғтибарға мохтаждар...
08.11.05


       Учалы махсус коррекция мәктәбенең туғыҙынсы синыф уҡыусыһ ы Альфред Әхмәтшин университет тураһында хыялланмай: ул башта иретеп йәбештереүсе, һуңынан быраулаусы һөнәренә эйә б улырға теләй. Күп итеп аҡса эшләп, етеш тормошта йәшәгем килә, ти ул. Был турала Альфред менән беҙ һуҡыр һәм насар күреүсе балаларҙың 28 - се Өфө махсус (коррекция) мәктәбендә
       Наркомания, эскеселек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылына арналған махсус ( коррекция) мәктәптәр, интернат - мәктәптәр ҙә уҡыусыларҙың етенсе Республика мәҙәниәт һәм спорт фестивалендә еңеүселәрҙе наградлау ваҡытында һөйләштек. Сарала 36 махсус мәктәп һәм Серафимовка балалар йортонан
       килгән 200 инвалид бала ҡатнашты. Байрамды БР Мәғариф министрлығы республика ведомстволары ярҙамында ойошторҙо.
       Дүрт көн дауамында балалар ижади конкурстарҙа, декоратив - һынлы сәнғәт, туристик һәм спорт ярыштарында үҙҙәренең
       һәләттәрен күрһәтте. Үҙ мәктәптәренең намыҫын иң яҡшылар яҡлауы аңлашыла, әлбиттә. Мәҫәлән, Альфред та был фестивалдә
       юҡҡа ғына ҡатнашмай, Ул - үҙ мәктәбендә активистар иҫәбендә , бер байрам да унһыҙ үтмәй. Бынан тыш шахмат һәм футбол уйнарға ярата. Бөгөн дә Альфред почет грамотаһы һәм призһыҙ
       ҡалманы. Әммә иң ҙур бүләк яңы танышыуҙар, яңы дуҫтар табыу , тине егет сер итеп кенә.
       Ә инде кураторҙарға фестиваль проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшергә һәм артабанғы пландар билдәләргә мөмкинселек бирә. Коррекция мәктәптәренең педагогтары һәм етәкселәренең фекере буйынса, республикала мөмкинселектәре сикле балалар ө сөн спорт мәктәбе ойоштороу кәрәк. Һуҡыр һәм насар күреүсе б алалар өсөн 28 - се махсус мәктәп - интернат директоры, еңел атлетика буйынса спорт мастеры Фәйзулла Абдрафиҡов әйтеүенсә, физкультура дәрестәре менән генә сикләнергә ярамай.
       Коррекция мәктәптәренең күбеһендә бөгөн спорт залдары
       етешмәй. Был йәһәттән 28 - се мәктәптең проблемалары юҡ тип
       әйтергә мөмкин, хәйер, ошо сәбәпле ул фестивалде үткәреү урыны итеп һайланды ла инде. Спорт залынан тыш бында актовый зал, информатика кабинеты, ориентир бүлмәһе бар.
       Үткән йыл релаксация бүлмәһе, мәктәп музейы эшләй башлаған. .. Бер һүҙ менән әйткәндә, мәктәп етәкселеге һәм педагогтар
       тәрбиәләнеүселәренең тормошон еңеләйтер өсөн көстәренән килгәнде эшләргә тырыша.
       Был йорт үҙенең 75 йылдан ашыу ғүмере эсендә меңәрләгән йәш граждандарҙы үҙаллы тормошҡа әҙерләп сығарған. Улар араһында билдәле юристар, педагогтар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, спортсылар бар. Мәҫәлән, "Йыл уҡытыусыһы - 2003" республика конкурсында еңеүсе Михаил Саханевич, БР һәм РФ атҡаҙанған
       сәнғәт эшмәкәре, БР һәм РФ композиторҙар союзы ағзаһы Салауат Низаметдинов, "Луч" спорт - реабилитация үҙәге
       директоры Геннадий Дементьев һәм башҡалар. Әйткәндәй,
       Геннадий Петрович - 28 - се мәктәптең даими бағымсыһы. Бынд а уҡыусылар еңел атлетика, йөҙөү, дзюдо, өҫтәл теннисы, гол - бол, шашка, шахмат менән шөғөлләнә, уңыштарға өлгәшеүселәр
       ҙә етерлек.
       - Ул беҙҙең балалар өсөн ай һайын бассейнға аренда хаҡын, уҡыу - күнекмәләргә, ярыштарға барғанда юл хаҡын түләй, интернаттың алдынғы спортсыларына стипендия билдәләне, - тип
       һөйләй Фәйзулла Абдрафиҡов. - Унан тыш беҙгә
       "Башинформсвязь" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Квадро - А " күсемһеҙ милек агентлығы, "Ирига" төҙөлөш фирмаһы, "Солтанов" шәхси предприятиеһы йыш ярҙам ҡулын һуҙа.
       Мәктәптә республиканың район һәм ҡалаларынан йыл да 200
       - гә яҡын бала белем ала һәм тәрбиәләнә. Улар менән 84 квалификациялы уҡытыусы һәм тәрбиәсенән торған ҙур һәм
       берҙәм коллектив эшләй. Мәктәп программаһын өйрәнеүҙән тыш улар балаларға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә.
       Интернат - мәктәпкә Башҡорт медицияна колледжы әүҙем
       ярҙам күрһәтә. Өлкән синыф уҡыусыларын кесе шәфҡәт туташы һ өнәренә әҙерләйҙәр. Уҡыуын тамамлағандан һуң уларҙың иң тырыштары массаж яһаусы шәфҡәт туташтары булып эшкә
       урынлашырға мөмкин.
       Бөгөн мәктәптә балсыҡ менән эшләү буйынса оҫтахана асырға
       әҙерләнәләр, был мәктәпте тамамлаусыларға тағы бер һөнәр алырға мөмкинселек бирәсәк.
       Проблемалар ҙа етерлек, әлбиттә, тип таный мәктәп директо ры. Әммә бында уларҙы көстәренән килгәнсә хәл итергә тырышал ар. Директор булып дүрт йыл эшләү дауамында Фәйзулла Абдрафиҡов интернат - мәктәптең матди - техник базаһын яҡшыртыуға ирешкән. Быға төп дәлил - ремонтланған, иң мөһиме
       йылы һәм яҡты кластар. Бөгөн мәктәптә иҫке тәҙрәләрҙе яңы, пластик тәҙрәләргә алмаштырыу бара. Ярҙамсылар бар, әммә
       кешеләр бында байрам көндәрендә генә килмәһен ине, тип теләй директор. Балалар һәр көн иғтибарға мохтаж.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал