6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Иң мөһиме - аҙыраҡ әҙерләнергә!
14.10.05


       Рәсәй джазының легендаға тиң оҫталары - халыҡ - ара кон курстар лауреаттары, Мәскәү егеттәре Вячеслав Горский һәм Се ргей
       Манукян, "Квадро" төркөмө Өфөлә ике көн ҡунаҡ булды. Уларҙы
       шулай уҡ билдәле музыкант - хәҙер инде Мәскәүҙе әсир иткән яҡташыбыҙ Олег Кирәев алып ҡайтты. Быйыл ул Өфөлә Рәсәй
       һәм Европаның күренекле джаз башҡарыусылары, шулай уҡ йәш к оллективтар ҡатнашлығында "Бар йондоҙар" тигән музыкаль цикл ойоштора. Йондоҙҙар - Горский, Манукян һәм Кирәев Өфөнөң джаз һөйөүселәрендә ҡунаҡта тәүге тапҡыр ғына түгел. Вячеслав Горский ҡалабыҙҙа 80 - се йылдар башында уҡ булып киткәйне инде, бөйөк импровизатор Манукян да күптән урындағы
       тамашасыларҙың һөйөүен яулаған кеше, Кирәев тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Шуға күрә джаз оҫталарын был юлы Өфөлә туғандары кеүек күреп ҡаршы алдылар. 12 октябрҙә "Өфө уттары " күңел асыу комплексында джаз яратыусылар "Көҙгө фанк" тип аталған концертҡа йыйылды.
       Концерт алдынан джаз йондоҙҙары матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Алып барыусы ролендә сығыш яһаусы Олег Кирәев үҙенең изгелекле мөнәсәбәте, мөләйемлелеге менән барыһын да - таныштарын да, таныш булмағандарҙы ла - әсир итте. Кирәев үҙенең күренекле дуҫтары тураһында һөйләне, буласаҡ
       концерттың ҡыҫҡаса проекты менән таныштырҙы һәм уны мини - фестиваль тип атаны. Баҡһаң, тамашала баш ҡала мэтрҙарынан тыш Өфө музыканттары - Олег Януровтың джаз коллективы ла ҡатнаша икән. Кирәев Өфөлә йәшәүсе коллегалары тураһында һөйләгәндә маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне, барлыҡ жанрҙарға ла яраҡлы итеп төҙөлгән зал тураһында ла йыл һүҙҙәр әйтте.
       Үҙенең ғәҙәти булмаған прическаһы тураһында бәйән иткәс,
       Кирәев тулыһынса журналистарҙың дуҫына әйләнде тиергә була.
       Ғөмүмән алғанда, эсергә яратмайым, әммә бер көн кис дуҫтар менән нығыраҡ ултырып ташланған, тине ул, һәм иртән торғас,
       ниндәйҙер глобаль һәм тарихҡа инерлек эш ҡылырға кәрәклеген
       аңланым - барҙым да сәсемде ҡырҡтырып ҡайттым.
       - Әлегә сәскә прическа эшләп булғанда файҙаланып ҡалырға
       кәрәк, - ти Олег.
       Өс джаз оҫтаһы тәҡдим иткән проект "Фанки - манки" тип атала. Исеме Вячеслав Горскийҙың 2001 йылда сыҡҡан пластинкаһындағы композициянан алынған.
       - Беҙ бер - беребеҙҙе тулыһынса аңлауға - үҙенсәлекле виртуаль бәйләнешкә ирештек, - ти Горский. - Сығыштарыбыҙ
       музыка байрамын хәтерләтә. Аралашыуҙан ләззәт табабыҙ. Әгәр
       "Квадро" төркөмөндә мин лидер, унда минең тема, минең
       аранжировка, музыканттар минең идеяларымды тормошҡа ашырыусы икән, бында бер тема - гармониянан башҡа мин бер
       нимә лә тәҡдим итмәйем. Хатта минең әҫәремде уйнаған ваҡытта ла, көслө музыканттар - Сергей Манукян һәм Олег Кирәев үҙ идеяларын индерә. Манукян үҙ композицияһын уйнай, ә беҙ уны баҙап ҡалған тамашасының күҙ алдында аранжировкалайбыҙ. Йәғни, бер бөйөк музыкант әйтмешләй, -
       джаз музыканттарының эшендә иң мөһиме - репетицияларҙы мөмкин тиклем аҙыраҡ үткәреү. Һеҙ ишеткәндең 75 проценты -
       импровизация.
       Ә хәҙер бер аҙ үҙемдең шәхси тәьҫораттарым хаҡында. Матбуғат конференцияһы һәм концерт араһында ярайһы уҡ күп ваҡыт үтте. Өҫтәүенә планда ҡаралған 19. 00 сәғәт урынына ул ярты сәғәт самаһына һуңлап башланды. Был ваҡытҡа тиклем көнө
       буйы эшләгән, өҫтәүенә матбуғат конференцияһында ултырып
       арыған организмым хәлдән тайҙы. Һәм йә ял итеүҙе, бик
       булмаһа, йондоҙҙар башҡарыуында ысын джаз ишетеүҙе талап итә башланы. Әммә концерттың беренсе бүлегендә сәхнәгә Өфө м узыканттары сыҡты. Һәм уларҙы яратмаҫҡа бер генә сәбәп булмаһа ла, күңелем ҡайтыуын тойомланым. Кухнянанмы әллә һуңғы мода буйынса концерт залында урынлашҡан өҫтәлдәрҙәнме килгән кофе еҫе музыканы ҡабул итеүгә ярҙам итә икән. Ә бына сигарет еҫе киреһенсә, ҡамасаулай, һәм джаз ға бөтөнләй тап килмәй.
       Һәм бына, ниһайәт, сәхнәлә күптән көтөлгән өсәү. Улар башҡарыуында джаздың тәүге ауаздары яңғырау менән - мөғжизә! - барлыҡ сит еҫтәр ҡайҙалыр юҡҡа сыҡты. Йәғни музыканан башҡа бер нимә лә ҡалманы. Горский ҡулдары
       тыуҙырған тәьҫирле клавиша моңдары. Манукяндың ғәҙәти булмаған, әммә таң ҡалдырғыс вокалы. Саксофонда Кирәев соло уйнай. Һәм зал тоҡанды. Арыу - йонсоуҙар юҡҡа сыҡты, йөҙҙәрҙ е йылмайыу яҡтыртты. Был ваҡытта сәхнәлә нимә булғанын һүҙ менән аңлатыуы ҡыйын, әммә тамашасылар нәҡ ошоно көтә ине. Б ыл ысын джаз.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал