6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Күсемһеҙ милек донъяһына йоғонто яһарлыҡ ике документ тураһы нда
13.10.05


       Быйылғы йыл Башҡортостан Республикаһының Мөлкәт
       мөнәсәбәттәре министрлығы эшмәкәрлегенә, тимәк, ярашлы рәүештә, республиканың дәүләт мөлкәте өлкәһенә лә ярайһы уҡ ҙур үҙгәрештәр индерәсәк. Ике рәсми документ - указ һәм ҡара р - дәүләттең күсемһеҙ милке һәм уға идара итеү нигеҙҙәрен төптән үҙгәртәсәк.
       Указ
       26 сентябрҙә Башҡортостан Президенты милеккә идара итеү буйынса комитеттарҙың статусы үҙгәреүе тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер был муниципаль ойошмалар БР Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль органы булып таныла. Етәкселекте үҙгәртеү нимә бирә КУМСтарҙың эшмәкәрлеген арттырыу йәһәтенән был отошло булырға оҡшай.
       Хәтергә төшөрөп үтәйек, элек, комитеттар муниципаль булғанд а, министрлыҡ уларҙы контролдә тотмай тип әйтерлек ине. Һөҙөмтәлә республика һәм урындағы бюджеттар дәүләт милке һәм ер арендалау өсөн байтаҡ сумманы алып еткермәне. КУМС эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһеҙ, етәкселәренең үҙ эшен белмәүе республиканың Контроль - иҫәпләү палатаһы коллегияһы
       ултырыштарында ла йыш ҡына һөйләшеү темаһы булды. Мәҫәлән, уларҙың береһендә комитеттарҙың 2003 - 2004 йылдарҙағы эшмәкәрлеге тикшерелде.
       Уларҙың эшмәкәрлек өлкәһенә милекте хосусилаштырыуҙы, биналарҙы, ерҙе арендаға тапшырыуҙы контролдә тотоу, мөлкәтте файҙаланғандан килгән табышты анализлау һәм уның төрлө кимәл бюджеттарына йүнәлтелеүен тәьмин итеү инә.
       Тик ҡала һәм райондарҙың барлыҡ комитеттары ла үҙ бурыстарын тейешле кимәлдә үтәй тип әйтеүе ҡыйын. Мәҫәлән, йыш ҡына аренда хаҡы комитеттарҙың үҙ маҡсатында тотонола, аренда буйынса коэффициенттар кәметелә, ҡайһы ваҡыт майҙандар арендаға бушлай, кем әйтмешләй, "льгота" шарттарында ла бирелә. Ошондай баш - баштаҡлыҡтар һөҙөмтәһендә төрлө кимәл бюджеттарына 1,804 миллион һум индереп еткерелмәй.
       Аренда коэффициенттарын кәметеү ҙә республиканың "кеҫәһенә һуға". Мәҫәлән, Благовещен районы һәм ҡалаһында аренда ставкалары коэффициенттары кәметелеүе һөҙөмтәһендә ре спублика ҡаҙнаһы һәм урындағы бюджет 658 мең һум алып еткермәгән. Был һандар бер район буйынса ғына, уны дөйөм иҫәпкә ҡабатлағанда нимә килеп сыға
       Ер, йәғни, уны файҙаланыуға аренда түләүе йәһәтенән дә барыһы ла тәртиптә тип әйтерлек түгел. Быйылғы йыл башына республикала ергә аренда түләүе буйынса бурыс 387,3 миллион һум тәшкил итә. Быйылғы йылға бюджет дефицитының 2,5 миллиард һум булыуын иҫәпкә алып ҡарағанда, бик ҙур һан.
       Башҡортостан Республикаһының Мөлкәт мөнәсәбәттәре
       министрлығы фекере буйынса, бындай сифатһыҙ эшләүҙең
       сәбәбе - нәҡ контроль булмауҙа, һәм хәҙер был эште әлеге
       ведомство башҡарасаҡ та инде.
       Ҡарар
       Башҡортостан Республикаһының Мөлкәт мөнәсәбәттәре
       министрлығы республиканың элекке Министрҙар кабинеты
       ҡарарын да үҙгәртә. 1998 йылда ҡабул ителгән документтың
       төҙәтмәләр талап итеүе аңлашыла. Ваҡыт бер урында тормай, баҙар яңы шарттарға яраҡлашырға мәжбүр итә. БР Мөлкәт
       мөнәсәбәттәре министрлығының үҙгәрештәр индереү проекты буйынса, әлеге ваҡыттан алып хужалыҡ йәмғиәттәрендә дәүләт өлөштәре ышаныс идаралығына бары тик конкурс нигеҙендә генә тапшырыласаҡ.
       Быйылғы йылдың октябрь башына республика 448 хужалыҡ йәмғиәтендә ҡатнаша. Йәмғиәттәрҙең устав капиталдарында
       дәүләттең дөйөм өлөшө 36,2 процент тәшкил итә һәм 12 миллиард һумға баһалана. Әммә 448 хужалыҡ йәмғиәтенең 104 - е үткән йылды табышһыҙ тамамлаған, 14 - е ябылыу стадияһында
       тора, 107 - һе - банкротлыҡтың төрлө процедуралары аша үтә . Картина аяныс, әммә объектив. Эш предприятиеларға идара итеүҙең түбән сифатлы булыуында. Һәм был хәл үҙгәртеләсәк. Б Р Президенты үҙенең халыҡҡа һәм Дәүләт Йыйылышына Хатында дәүләт милкенә ышаныс идаралығы системаһын камиллаштырыу, ре спублика мөлкәтен арендаға баҙар хаҡы буйынса тапшырыу, баһалаусылар эшмәкәрлеген контролдә тотоуҙы тағы ла
       арттырыу, дивиденд сәйәсәтенә төҙәтмәләр индереүҙе һыҙыҡ өҫтөнә ала. Һәм был башҡарыласаҡ та. БР мөлкәт мөнәсәбәттәре
       министры Раил Сарбаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йәмғиәттәр
       эшмәкәрлеген бизнес - планлаштырыу һәм артабанғы мониторинг ойоштороласаҡ. Ә конкурс сираттағы предприятиены бөлдөрмәү, киреһенсә уны оҙаҡ йылдар буйына үҫтереү мөмкинселеге булған компания йәки инвесторҙы һайларға мөмкинселек бирәсәк.
       Йомғаҡтар тураһында бер аҙ
       Хәйер, проблемалары етерлек булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан Республикаһының Мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы насар эшләмәй. Мәҫәлән, быйылғы йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса ведомство республика ҡаҙнаһына 2,247 миллиард һум күсергән - был планға ҡарағанда 23 процентҡа
       күберәк. Дәүләт милкенең берҙәм реестрын формалаштырыу
       буйынса ла эш бара. Мәҫәлән, октябрь башына реестрҙа республиканың дәүләт милке беркетелгән 4108 юридик шәхес теркәлгән. Әлеге ваҡытта министрлыҡта дәүләт мөлкәте буйынса
       берҙәм мәғлүмәт системаһын формалаштырыу бара.

Ольга Горюнова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал