6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Комдив Белов башҡорт егеттәре менән ғорурланған
13.10.05


       Советтар Союзы Геройы Григорий Андреевич Беловҡа Башҡортостанда булырға тура килмәгән, әммә уның исеме беҙҙең энциклопедияла урын алырға хоҡуҡлы. 1943 йылдың октябрь айында ул, генерал - майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булғандан һуң 16 - сы гвардия кавалерия дивизияһы тип
       үҙгәртелгән Башҡорт кавалерия дивизияһына етәкселек итә.
       Шайморатовты башҡорт һыбайлылары бик ярата. Хәрби начальниктар ҙа уны юғары баһалай. Мәҫәлән, Семен Буденный яҡташыбыҙ хаҡында түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә: "Мин генерал Шайморатовты көслө ихтыярлы кеше, талантлы хәрби начальник һ әм ялҡынлы совет патриоты булараҡ беләм. Немец - фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ауыр көрәш йылдарында ул үҙен күп
       тапҡырҙар батыр, ҡыйыу йөрәкле яугир, талантлы командир ите п күрһәтте..."
       Яңы комдив та шәхси өлгөһө менән абруй яулауға өлгәшә. Уның етәкселеге аҫтында дивизия Чернигов ҡалаһын азат итә һәм "Чернигов" исеменә лайыҡ була, Днепр өсөн көрәшә.
       "Йылғаны аша сығыу өсөн артиллерия әҙерлеге юҡ ине, - тип хәтерләй Белов. - Уны тәьмин итеү өсөн гвардия майоры С.
       Хәбиров етәкслегендә дивизияның артиллерия төркөмө булдырылды. Полк орудиелары һәм минометтары десант эскадронына ут менән ярҙам итергә әҙерләнде. Йылға аша сығыу
       күп осраҡта командирҙарҙың тәжрибәһе һәм һәм һуғышҡа етәкселек итеү оҫталығынан тора.
       Йылға аша сыҡҡанда алдынғы отряд сифатында 58 - се гварди я полкы билдәләнә. Ул башҡаларҙан хәрби әҙерлеге, ойошҡанлығ ы һәм тәртибе, шулай уҡ күпте күргән яугирҙарҙан тороуы менә н айырыла. Гвардия майоры Таһир Кусимов та тәжрибәле командир. Полк командирының оҫталығы, тәүәккәлеге, үҙ
       ҡул аҫтындағыларға өлгө күрһәтә белеүе лә ҙур роль уйнай... "
       Дивизия командиры Беловтың да тәжрибәһе етерлек була. Ул 1901 йылдың 12 октябрендә Симбирск губернаһында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Башланғыс мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын ябай эшсе булып башлай. Граждандар һуғышында ҡа тнаша, артабан яҙмышын армия менән бәйләй: 1920 йылда Тверҙә хәрби мәктәп, 1930 йылда - Хәрби - сәйәси академия
       тамамлай.
       Днепрҙы аша сыҡҡандан һуң дивизияның күп кенә яугирҙары
       Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Улар араһында
       Григорий Белов та бар. Документта уның ҡыйыулығы тураһында түбәндәге һүҙҙәр яҙылған: "16 - сы гвардия кавалерия дивизия һы командиры ( 7 - се гвардия кавалерия корпусы, 61 - се арм ия, Үҙәк фронт), гвардия полковнигы Белов 1943 йылдың сентябрендә Чернигов ҡалаһын азат итеү, Днепрҙы аша сығыу ваҡытында һәм плацдармды киңәйтеү өсөн һуғыштарҙа дивизия ч астәренә оҫта етәкселек итә. Советтар Союзы Геройы исеме уға 1944 йылдың 15 ғинуарында бирелә".
       Өфөлә төҙөлгән кавалерия дивизияһы Волганан Эльбаға тикле м бара.
       Һуғыштан һуң Григорий Белов армияла хеҙмәтен дауам итә. 1962 йылдан алып генерал - лейтенант Белов - отставкала. Һуң ғы ваҡытта Мәскәүҙә йәшәй, өфөлөләр менән хат алыша. "Республиканың 30 йыллығына саҡырғанығыҙ өсөн рәхмәт, - тип телеграмма һуға ул саҡта генерал - майор Белов Сәмәрҡәндтән.
       - Башҡортостан халҡы менән бергә байрам ҡыуанысын
       уртаҡлашам һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙ халҡын
       данлаған Башҡортостан егеттәре менән ғорурланам".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал