6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Күп быуаттар Республика көнө байрам ителәсәк әле
08.10.05


       "Башинформ" агентлығы тарафынан БР дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүҙең 15 йыллығына арналған матбуғат конференцияларының һуңғыһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡо ролтай Рәйесе Константин Толкачев менән осрашыу булды.
       - Дәүләтебеҙҙең төп байрамы - Республика көнө алдынан осраштыҡ. Әһәмиәте буйынса был байрамдың тиңе юҡ. Ул бик
       перспективалы. Был байрам әле бик күп быуаттар буйына билдәләнәсәк, сөнки ул көн республиканың приоритеттарын һәм үҫеш йүнәлештәрен билдәләне, - тине Константин Борисович. - Декларация беҙҙең хоҡуҡ системаһы үҫеше, дәүләтселек өсөн ҡеүәтле этәргес көс булды.
       Республикабыҙ тормошонда договорҙың ниндәй мһөим роль
       уйнауы тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер, - тип иҫәплә й Толкачев. - Ун алтынсы быуатта Башҡортостан килешеү нигеҙендә Рәсәй дәүләте составына инә, 1919 йылдың март айында Совет власы менән килешеү нигеҙендә илдә тәүге милли автономия булған Башҡорт автономияһы булдырыла. Федератив ки лешеүгә ҡул ҡуйыуға беҙ бик ентекле әҙерләндек. Килешеүгә
       беҙҙең өҫтәлмәләр хупланғандан һуң ғына беҙ был документҡа
       ҡул ҡуйҙыҡ.
       Артабан федераль үҙәк менән хоҡуҡтарҙы сикләү тураһында Килешеү төҙөү кәрәклеге барлыҡҡа килде. 1993 йылдың
       декабрендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы ҡабул ителде.
       Әммә норматив акттарҙа коммунистик үткәнде һағыныу һиҙелә ине. СССР һәм РСФСР хоҡуҡ акттары, президент указдары - барыһы бергә буталған. Һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 60 п роценттан ашыуы Конституцияны хупламауын белдерҙе. Ә хупланмаған законды үтәүе ҡатмарлы. Хоҡуҡтарҙы сикләү тураһындағы Килешеү ҡабул итеү иһә приоритеттарҙы билдәләргә мөмкинселек бирҙе.
       Хоҡуҡтарҙы сикләү - федератив мөнәсәбәттәрҙә иң ауыр һора у. Идеалда иһә федератив дәүләттә уртаҡ идара предметтары
       бөтөнләй булырға тейеш түгел. Был һорауҙа тулы асыҡлыҡ булыуы мотлаҡ - федерация субъекты компетенцияһы йәки
       федераль үҙәк компетенцияһы.
       Беҙҙең үҙәк менән Килешеү республика компетенцияһы сиктәрен билдәләне, һәм уға үткәрелгән реформалар өсөн яуаплылыҡтың бер өлөшөн дә йөкмәтте. Ул беҙҙең үҙәк менән мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә етди импульс өҫтәне. Бындай килешеүҙәр федерация субъекттарының хоҡуҡи тигеҙлеген
       боҙмай, сөнки тулы юридик тигеҙлектә улар төрлө потенциалға
       эйә була.
       Беҙ республика мөмкинселектәрен тулы күләмдә файҙаланырға
       теләйбеҙ. Шуға күрә республика парламенты депутаттары Рәсәй
       Президентына Килешеүҙе яңыртыу инициативаһы менән
       мөрәжәғәт итте, - тине Константин Борисович. - Ике йыл элек Башҡортостан һәм федераль үҙәк араһында хоҡуҡтарҙы сикләү
       тураһындағы яңы Килешеү проекты әҙерләнде, әммә төрлө
       сәбәптәр арҡаһында ул ҡаралманы. Әлеге ваҡытта яңы проект материалдары Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә ҡарала. Бе ҙ конституцион майҙан сиктәрендә хәрәкәт итәбеҙ һәм федераль үҙәк, Владимир Путин тарафынан беҙҙең инициативаның ыңғай баһаланыуын көтәбеҙ.
       Толкачев журналистарҙың БР Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлегенең төрлө яҡтарына ҡағылған күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе, осрашыу аҙағында Башҡортостан
       халҡына байрам уңайы менән түбәндәге теләктәрен еткерҙе:
       - Беренсе сиратта барыһына ла һаулыҡ теләйем, сөнки нәҡ у л физик, сәйәси һәм хеҙмәт әүҙемлегенең сығанағы. Икенсенән,
       мин республикабыҙҙа йәшәүсе һәр кемдең үҙ потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинселектәре булыуын теләйем.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал