6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йөрәк менән шаярырға ярамай
05.10.05


       - Бөгөн илдә йөрәк - тамыр ауырыуҙарынан үлеү осраҡтары йыш осрай. Республика халҡының 25 проценты ҡан баҫымы артыуҙан, 23 проценты - йөрәк ишемияһынан яфа сигә. Балаларҙың да йөрәктәре шәптән түгел. Күп йылдар дауамында тик өлкәндәр ауырыуы булып иҫәпләнгән артериаль гипертония
       ла йәшәргәндән йәшәрә: 16 йәшкә тиклемге йөҙ мең баланың 165 - е ҡан баҫымы юғарылығынан йонсой - "Башинформ"
       агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Республика кардиология диспансерының баш врачы вазифаһын башҡарыусы Ири на Карамова ошондай күңелһеҙ һандар менән уртаҡлашты.
       - Статистика буйынса һәр бишенсе кешенең йөрәге ауырыу, ысынбарлыҡта һәр өсөнсө кеше йөрәк сирле булыуы ла мөмкин, -
       тип раҫлай Башҡортостан медицина профилактикалау үҙәгенең б аш врачы Фоат Вәлиәхмәтов, РКД - ның хирургия буйынса баш
       врач урынбаҫары Илгиз Нағаев һәм диспансерҙың ойоштороу - методика буйынса баш врач урынбаҫары Татьяна Лоҡманова.
       "Башинформ" ҡунаҡтары 26 сентябрҙән Башҡортостанда
       Сәләмәт йөрәк аҙналығы башланыуын хәбәр итте. Был ваҡиға
       сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары "Ҡан баҫымыңды бел" тип исемләнгән акцияла
       ҡатнашты, был сара Өфөнөң һигеҙ аптекаһы һәм алты
       магазинында үткәрелде. Егеттәр һәм ҡыҙҙар бында килеүсе һәр
       кемдең артериаль баҫымын үлсәй, был сара ярҙамында врачтар
       эшкә һәләтлекте юғалтыуға, йыш ҡына хатта үлемгә лә килтереүсе төп сәбәптәрҙең береһе - йөрәк - тамыр ауырыуҙарына иғтибарҙы йүнәлтергә теләй.
       Илгиз Нағаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, артериаль гипертония менән халыҡтың 40 проценты яфалана. Һәм уларҙың бары тик 20 - 30 процентына ғына был турала мәғлүм. 10 проценты һөҙөмтәл е дауалана, бары тик алты проценты ҡына иҫәптә тора. Врач сирҙең үҙенә ҡарағанда уның эҙемтәләренең хәүефле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды - миокард инфаркты, инсульт...
       - Хәүеф факторҙары - нәҫелдән килеү һәм енес ( ирҙәр
       йышыраҡ ауырый), шулай уҡ тәмәке тартыу, гиподинамия, кәүҙәнең саманан тыш ауырлығы (үҫмерҙәрҙең 70 проценты), алкоголь ҡулланыу ( 20 проценттан ашыу). Үҙегеҙ аңлап
       тораһығыҙ, йыш ҡына йәштәр йөрәккә бәйле проблемаларҙы үҙҙәре барлыҡҡа килтерә, - тип һүҙгә ҡушыла Ирина Карамова. - Сама менән 1200 - 1300 ауырыу көн дә беҙҙең поликлиника аш а үтә, һәм был аңлы рәүештә килеүселәр тип атарға мөмкин булғандарҙың 10 проценты ғына! Ошоға бәйле, быйыл йөрәк - тамыр сирлеләрҙе асыҡлау һөҙөмтәлерәк булыуын билдәләп үткем килә - был беренсе сиратта махсус программа буйынса эшләүҙән килә, программа 2008 йылға тиклем дауам итәсәк. Ул үҙен аҡлай, шуға күрә беҙ уны тағы ла ике йылға оҙайтыуҙарын а өлгәшергә теләйбеҙ.
       Ирина Карамова билдәләүенсә, Республика кардиология диспансеры - Башҡортостан Республикаһында йөрәк - тамыр
       ауырыуына тарығандарға медицина ярҙамы күрһәтеүсе төп һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. 2001 йылда ишемия, йөрәк ритмы б оҙолоуы, гипертониянан яфаланған "инфарктниктар" өсөн реабилитация һәм интенсив терапия һәм балалар кардиологияһы бүлектәренә хирургия бүлеге өҫтәлгәндән һуң врачтарҙың дауалау мөмкинселеге тағы ла артты. Әммә яңы корпусты
       йыһазландырыу әле лә дауам итә. 2006 йылда кардиодиспансер үҙенең 25 йәшен билдәләй, һәм врачтар ошо уңай менән
       дәүләттән бүләккә кәрәкле ҡорамалдар алырға өмөтләнә.
       Медиктар әйтеүенсә, Башҡортостанда үткәреү кимәле буйынса
       беренсе урында - яһалма ҡан әйләнеше шарттарында операциялар яһау, тыумыштан килгән һәм һуңынан барлыҡҡа килгән йөрәк ауырыуҙарын хирургик коррекциялау һәм башҡалар тора. Быйылғы йылдан башлап күкрәк ситлеген асмайынса йөрәккә ҡатмарлы операция эшләү юлға һалынды. Һәм был медицинала "яңы һүҙ" генә түгел, пациенттың үҙе өсөн дә бик уңайлы, уға операциянан һуң оҙайлы реабилитация үтергә тура килмәй. Сәләмәтлегең рөхсәт итһә, икенсе көнө үк аяғыңа баҫырға мөмкин... Әйткәндәй, күкрәк ситлеген асмайынса операция үткәргән иң бәләкәй пациентҡа дүрт көн, иң өлкәненә
       - 94 йәш.
       Волга буйы округында медицина йыһазландырыуы буйынса беҙ өсөнсө урынды биләйбеҙ. Яһалма ҡан әйләнеше шарттарында операциялар үткәреү иҫәбе буйынса ла беҙ алда, ә бына аритми я хирургияһы - беҙҙең көсһөҙ урыныбыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал