6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Зорге урамы буйлап
05.10.05


       Өфөлә биографиялары күптәргә билдәһеҙ булған кешеләрҙең исемдәрен йөрөткән урамдар етерлек. Бына, мәҫәлән, Рихард Зорге урамы. Был кеше тураһында барыһының да ишеткәне
       барҙыр, моғайын - фашистарға ҡаршы көрәш алып барыусы
       немец кешеһе, совет разведчигы, Советтар Союзы Геройы. Ә
       тәрәнгәрәк күҙ ташлаһаҡ
       Япон зыяраттарының береһендә урынлашҡан ҡәберендә бик үк ғәҙәти булмаған яҙыу: "Бында үҙ ғүмерен һуғышҡа ҡаршы көрәшкә, тыныслыҡҡа арнаған герой ерләнгән". Тимәк, Рихард
       Зорге разведчик булыуҙан бигерәк халыҡтар араһында дуҫлыҡ өсөн көрәшеүсе булып сыға.
       Рихард Адольфович Зорге 1895 йылдың дүртенсе октябрендә
       Бакуның Сабунчи ҡасабаһында (хәҙер район) немец, нефть скважиналары быраулау буйынса техник ғаиләһендә донъяға килә . Рихардҡа өс йәш булғанда ғаилә Германияға күсенә. Малайҙың
       тәүге әйткән һүҙҙәре рус телендә була - дүрт йәшкә тиклем у л немец телендә һөйләшә белмәй. Өлкән синыфтарҙа тарих,
       әҙәбиәт, фәлсәфә, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса тәрән белеме менән уҡытыусыларын да хайран ҡалдыра.
       Беренсе донъя һуғышы башланғас, кисәге уҡыусы кайзер
       армияһы һалдаты булып китә, өс тапҡыр яралана. Зорге социал
       - демократтар менән таныша, Маркс һәм Энгельстың хеҙмәттәре н өйрәнә, тәүге тапҡыр ҡулына Лениндың хеҙмәттәрен ала. "Бөй өк Октябрь революцияһы тураһындағы хәбәр миңә халыҡ - ара
       эшселәр хәрәкәте ниндәй юлдан барырға тейешлеген күрһәтте. Мин был хәрәкәтте яҡлау ғына түгел, үҙем дә уның бер өлөшөнә
       әйләнергә ҡарар иттем", - тип хәтерләй Зорге.
       1919 йылдың аҙағында ул Германияның Коммунистар партияһы сафына инә, һәм ошо мәлдән алып революционер - профессионалға әүерелә. 1925 - се йылда, инде дәүләт - хоҡуҡ
       фәндәре һәм социология докторы дәрәжәһендә Мәскәүгә килә, С оветтар Союзы гражданинына әйләнә.
       Бында ул марксизм - ленинизм институтында эшләй, мәҡәләләре һәм тикшеренеүҙәре менән ижтимағи - сәйәси һәм
       ғилми - теоретик журналдарҙа сығыш яһай, юғары класлы публицист, халыҡ - ара иҡтисад белгесе, тарихсы булараҡ бер нисә китап баҫтыра.
       Ул йылдар хәүефле була: эшсе һәм крәҫтиәндәрҙең беренсе
       дәүләтен төрлө яҡлап дошмандар уратып ала. Рихард Зорге Ҡыҙыл Армия хәрби разведкаһы етәксеһенең тәҡдимен ҡабул итә һәм мөһим эштәр башҡара башлай.
       Германияла Гитлер власты үҙ ҡулына алғас, совет хәрби разведкаһы "Рамзай" операцияһын башлай. Японияла Гитлер Германияһына ҡаршы йүнәлтелгән разведка ойошмаһы үҙ эшен йәйелдерә. Уны был илгә билдәле немец гәзиттәре хәбәрсеһе исеме аҫтында килгән Рихард Зорге етәкләй.
       Дауыллы ваҡиғалар осоро етә. Зорге "антикоминтерн пакты" - герман фашистары һәм япон милитаристарының хәрби - сәйәси
       союзы булдырыуы тураһында хәбәр итә. Ул гитлеровсыларҙың Польшаға баҫып инеү ваҡытын атай. 1940 йылдың көҙөндә Үҙәк
       Зоргеның Германияның Советтар Союзына һөжүм итергә әҙерләнеүе тураһындағы хәбәрен ала. 1941 йылдың апрель - май
       айҙарында разведчик гитлеровсыларҙың СССР - ға ҡаршы һуғышҡа һуңғы әҙерлектәре тураһында мәғлүмәт тапшыра, хәрби хәрәкәттәрҙең дөйөм схемаһын бирә. 17 июндә унан бындай хәбәр килә: "Ҡабатлайым: 22 июндә 150 немец дивизияһынан торған туғыҙ армия советтар сигенә һөжүм итәсәк!"
       Ауыр көндәрҙә, фашистар Мәскәүгә яҡынлашҡанда, Зорге Японияның Тымыҡ океанда һуғыш башламаясағын белдерә. Һәм
       Советтар Союзының Алыҫ Көнсығышын япон милитаристарының һөж үм итеү хәүефенән азат тип һанарға мөмкин булыуы аңлашыла. Ставка Алыҫ Көнсығыштағы дивизияларҙың бер өлөшөн көнбайышҡа күсерергә ҡарар итә, һәм был гитлеровсыларҙы Мәскәү янында тар - мар итергә мөмкинселек бирә.
       1941 йылдың 18 октябрендә Зорге ҡулға алына һәм Токиолағы
       Сугамо төрмәһенә ябыла. Унда разведчик ғазаплы өс йыл үткәр ә. 1944 йылдың етенсе ноябрендә батырҙы язалап үлтерәләр. Зоргеның һуңғы һүҙҙәре "Йәшәһен Ҡыҙыл Армия! Йәшәһен
       Советтар Союзы!" була.
       1964 йылда "Правда" гәзитендә Зорге тураһында түбәндәге
       һүҙҙәр баҫылып сыға. "Тик 20 йылдан һуң ғына Зорге тураһынд а дөрөҫөн һөйләргә мөмкинселек тыуҙы. Уның Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте, батырлыҡтары тейешенсә баһаланды, СССР Юғ ары Советы Президиумының 1964 йылдың бишенсе ноябрендәге Указы менән иптәш Рихард Зоргеға Советтар
       Союзы Геройы исеме бирелде. Коммунист - интернационалист , ялҡынлы антифашист һәм тыныслыҡ өсөн көрәшсе - совет разведчигы Рихард Зоргены сикһеҙ рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алабыҙ".
       Икенсе йыл Өфө ҡала советының башҡарма комитеты ҡарары буйынса ҡаланың яңы урамына Рихард Зорге исеме бирелә.
       ... Баш ҡаланың матур Зорге урамынан көн дә йөҙәрсә мең кеше үтә. Ҡайһы ваҡыт уның кемлеге менән ҡыҙыҡһыныусылар
       ҙа барҙыр. Унан тыш Шумавцов, Әхмәтов, Павлуновский, Запотоцкий һ. б. исемдәрен йөрөтөүсе урамдар ҙа бар бит әле. Һәм уларҙың күбеһенең исемдәре беҙҙең өсөн йомаҡ булып ҡала.
       Ә һеҙ ниндәй урам тураһында ентеклерәк белергә теләр инегеҙ 

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал