6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өфө туристары Камчатка янартауҙары бейеклеген яуланы
19.09.05


       Туризм буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанғ ан сәйәхәтсеһе Рәшит Шәйәхмәтов етәкселегендә бер төркөм тур истар Камчатка ярымутрауы буйлап сәйәхәт итте һәм ике янарта у бейеклегенә күтәрелде. Уларға бер нисә йыл элек, Алтай буйынса сәйәхәт иткән ваҡытт а, аҙыҡ-түлекһеҙ ҡар тауҙары буйлап аҙашып йөрөргә тура килг ән ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәшит Шәйәхмәтовты вулкан һәм гейзерҙар крайы үҙенә йәлеп итте.
       Камчаткаға барып етеү - үҙе бер мажара. Алты кешенән торған
       төркөм Новосибирск ҡалаһына тиклем поезда бара, унан һуң ин де Петропавловск-Камчаткаға тиклем самолетта осалар.
       Камчатка еренә аяҡ баҫҡас та туристар күҙенә август айында уҡ ҡар ятыуы салына. Бер ҡараһаң, был ғәҙәти хәл инде: Камча ткала ҡар ҡатламы ике метрға етә, кешеләр үҙ өйҙәренән икенс е ҡаттан сығып йөрөгән, йәйге айҙарҙа ҡарҙың иреп бөтмәгән о сраҡтары ла бар. Быйылғы йылда ла туристар ошондай күренешкә
       тап була.
       Өфөлөләр походы Япония ярҙарында уҙған ике тайфун менән та п килә. Әлбиттә, был һауа торошона тәьҫир итмәй ҡалмай: тури старға бер ай буйына ҡар ҡатыш ямғыр аҫтында, көнө буйы тома н эленеп торған тауҙар араһында йөрөргә тура килә. Бындағы ҡ апма-ҡаршылыҡты күреп туристар хайран ҡала: бер яҡта ҡар тиг еҙлеге ялтырап ятһа - уның менән бер рәттән күҙҙең яуын алып
       торған сәскәләр яланы.
       Өфө туристарының сәйәхәт маҡсаты Горелый һәм Опала янартау ҙарына күтәрелеү ине. 1829 метр бейеклегендәге Горелый вулка нының ун ауыҙлығы бар, улар янартау күлдәре менән тулған. Бы л вулкан һуңғы тапҡыр ун туғыҙ йыл элек бәреп сыҡҡан. Бейекл еккә менеү юлында ике метр оҙонлоғонда ҡуйы булып үҫкән эрбе т һәм шыршы ҡатламдары туристарға ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
       Опала вулканы бейеклеге 2475 метр тәшкил итә, уның ауыҙлығ ынан ҡайнар газ даими сығып тора. Туристар өсөн Опала бейек легенә күтәрелеү тағы ла ҡатмарлаша төшә. Айыу баланы, көртм әле һәм бәшмәктәр менән ҡапланған битләү юлында иркен йөрөп ятҡан айыу осрар тип бер кемдә уйламағандыр. Туристарҙың ула рға яҡыныраҡ килеп видеокамераға төшөрөү мөмкинлеге лә була.
       Опала янартауының ике түбәһе бар - көнбайыш һәм көнсығыш. Өфө туристары уларҙың икеһендә лә булды һәм түбәлә яҙма ҡалд ырҙы. Көнсығыш түбәгә күтәрелеүселәр бынан 15 йыл элек булға н, ә көнбайыш түбәһендәге яҙмала үткән йыл датаһы тора, тимә к, бында кешеләр йышыраҡ була. Янартауҙар тирәләй ер көл менән күмелгән. Яңы көл һыу менән химик реакцияға инеп сульфат кислотаһын барлыҡҡа килтерә. Уғ а еүеш аҡ сепрәк һалһаң, ул күҙгә күренеп юҡҡа сыға.
       Янартауға күтәрелгәндән һуң туристар тайга буйлап Асача йыл ғаһына юл ала һәм уның үҙәнендә ҡайнар сығанаҡҡа тап була. С ығанаҡ һыуының температураһы 74 градусҡа етә. Билдәле бер ур ынға йыйылғансы ул 40 градусҡа тиклем һыуынып өлгөрә. Поход барышында 2-3 килограммға ябыҡҡан туристарҙың ҡар һәм томан араһында минераль һыуҙа йыуынып һәм йылынып алыу мөмкинлеге лә була.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал