6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тыуған яҡты өйрәнеүсе
07.09.05


       Николай Николаевич Барсов - тыуған яҡты өйрәнеүсе. Өфө та рихы һәм мәҙәниәте тураһында унан да күп белгән кеше бармы и кән ул Ҡаҡса кәүҙәле, егәрле интеллигент, тыуған яғы тураһында күп белгән Барсовты мин беренсе тапҡыр "Ленинец" гәзите мөхәррир иәтендә күрҙем.
       Әйткәндәй, ул аҙаҡтан да үҙгәрмәне, уның портреты әлегә ти клем минең күңелдә һаҡлана. "Вечерняя Уфа" гәзите мөхәрририә тенә ул йыш ҡына керә торған ине, коллектив уны үҙ итте. Гәз иттә "Клуб знатоков Уфы" рубрикаһын ойоштороусыларҙың береһе
       булараҡ, ул үҙенең материалдарын Н.Николаев фамилияһы менән
       сығара ине.
       Николай Барсов ваҡыт ҡәҙерен белде, мөхәрририәткә лә ул бе р нисә минутҡа ғына инеп сыға ине. Николай Николаевич респуб лика китапханаһының йәмәғәтселек советы рәйесе, география йә мғиәте һәм тыуған яҡ музей советы ағзаһы булараҡ йәмәғәт эше нә ваҡыт тапты. Һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ эше менән дә мауы ҡты.
       Николай Барсов 1901 йылдың 6 сентябрендә Өфөлә тыуған. Рев олюцияға тиклем уның атаһы хеҙмәт итмәгән, әсәһе уҡытыусы бу лған. 1911 йылда Өфө гимназияһына уҡырға инә һәм уны 1920 йы лда тамамлай. Аҙаҡ уны Мәскәүгә инструктор-иҡтисадсы курсына
       уҡырға ебәрәләр. 1923 йылдан алып Өфөлә статистика органдар ында эшләй һәм 1937 йылда эштән сығарыла. Ун алты йәшендә п артияға эсерҙарҙы йәлеп итеү быға сәбәп була.
       1938 йылда Николай Барсов Башҡортостан медицина институтын ың социаль гигиена кафедраһына эшкә инә һәм 1943 йылға тикле м санитар статистика уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо уҡ йылда ул
       дәүләт планы эшенә күсә, унда пенсияға киткәнсе хеҙмәт итә.
       Пенсияға сыҡҡас, Николай Барсов тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнә башлай. Башлыса ул халыҡ тарихы проблемаһы, ҡала х ужалығы һәм Өфө мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһына. Уның эшмәкәрлеге Крупская исемендәге республика китапханаһы (хәҙерге Әхмәт-Зә ки Вәлиди исемендәге милли китапхана) менән дә бәйле. Никола й Николаевич "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән.
       Н.Н.Барсов 1981 йылдың 1 октябрендә вафат була.

Юрий Узиков
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал