6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Енәйәт эштәрен асыҡлауға булышлыҡ иткән операция уҙҙы
07.09.05


       Яңы уҡыу йылы башланыуға һәм Ҡаҙан ҡалаһының 1000 йыллығ ын байрам итеү сараларына ҡарата ойошторолған терроризмға ҡа ршы операция тамамланды. Милиция постары янынан уҙған һәр ма шина тиерлек етнекле тикшереүҙәр үтте.
       БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүен сә, ике аҙна барған акция барышында 4800-ҙән ашыу енәйәт тер кәлгән, 3700 шикле кеше асыҡланған һәм енәйәт ҡылып эҙләүҙә булған 277 кеше табылған. Операция ваҡытында шулай уҡ милици онерҙар ҡулына бер мең берәмек ҡорал һәм законһыҙ һаҡланған 22 ҡорал эләгә. 17 енәйәт эше ҡуҙғатыла. Закон буйынса ҡорал
       һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған кешеләрҙән 757 ҡорал тартып алына .
       Милиция хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың Калинин районында йөрөп ятҡан асарбаҡ ҡулында револьвер һәм патрондар табалар. Үҙ си ратында ул револьверҙы бер ай элек сүп-сар өйөмө аҫтында таб ып алыуы тураһында хәбәр итә. "Үҙәк баҙар" туҡталышында ҡулғ а алынған ир-ат кеҫәһенән "ТТ"пистолетының ун алты патроны т абыла һәм уға енәйәт эше ҡуҙғатыла.
       Операция барышында табылған 133 килограмм наркотик юҡҡа сы ғарылды. Стәрлетамаҡта йәшәгән хужабикә үҙ баҡсаһында кишер һәм картуф менән бер рәттән киндер үҫемлеген үҫтергән. Һаҡта
       тороусылар уның өйөнән 96 килограмм тыйылған үҫемлек таба. Өфөлә йәшәгән 27 йәшлек эшһеҙ өйөнән 11 грамм героин табыла.
       Машиналар урлау осраҡтары ла теркәлгән. Стәрлетамаҡ егете һәм Күгәрсен районында йәшәгән 25 йәшлек ҡыҙ сит ихатала тор ған машинаны урлап тотола. Ике осраҡта ла машина үҙ эйәләрен ә ҡайтарыла.
       Терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән бындай операциялар башҡа енә йәт эштәрен асыҡлауға булышлыҡ итә, тип белдерҙе БР Эске эшт әр министрлығының штаб начальнигы урынбаҫары, инспекция нача льнигы Фәнил Фәттәхов.

Әлфиә Шәрәфетдинова
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал