6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Владислав Меос: иң яҡшы эшем алда әле
30.08.05


       - Уның тураһында матур итеп яҙығыҙ, ул беҙҙең республика тарихына ингән кеше, - тип ҡаршы алдылар мине "Ижад" күргәҙ мә залы хеҙмәткәрҙәре. Әлеге ваҡытта был залда билдәле рәсса м Владислав Меостың юбилей күргәҙмәһе
       үтә.
       Тамашасылар иғтибарына йөҙгә яҡын картина тәҡдим ителә. У лар үҙәре үк рәссамдың ниндәйерәк кеше булыуы тураһында һөйләй. Хәйер, Вл адислав
       Меос үҙе лә һүҙ артынан кеҫәгә инә торған кеше түгел. Ул - республика баҫмаһында күп публикациялар авторы... Бер һүҙ менән әйткәнд ә, Владислав Эдуардович журналистика менән яҡындан таныш. Кү птән түгел ул "Хәтерҙең яҡты ҡары" тигән китап сығарҙы, унда автор ваҡыт ағышы, илеб еҙҙең билдәле рәссамдары менән осрашыуы, үҙе тураһында ла бе р аҙ һөйләп үтә.
       - Уралдың Силәбе ҡалаһында Түбәнге Яр урамында, йылға яры нда бүрәнә йорт ултыра. 1940 йылдың 6 майында ошонда донъяға килгәнмен дә инде мин. Тиҙҙән Уралдан Себергә күсендек, һәм минең бала
       сағым алыҫ Омск ҡалаһында үтте.
       Атайым 1942 йылда фронтта башын һалды, әсәйемдең мине тәр биәләргә ваҡыты булманы: урамда тәрбиәләндем тип әйтһәң дә була. Баҡ са түтәлдәре, һарайҙар, ҡояшҡа бағыусы көнбағыштар, яндырып тешләүсе кесерткән, ҡойма ярыҡтары менән хәтеремдә ҡалған ихатабыҙ баланың эске донъяһы формалашыуына ныҡ ҡына йоғонто яһағандыр тип уйлайым.
       Омск ҡалаһынан Өфөгә беҙ 1947 йылда күсендек. Бында беҙҙе ң күп һанлы туғандарыбыҙ йәшәй. Клава апай ( әсәйемдең апаһы) һәм Ваня а ғай Өфөгә беҙҙән алда ҡайтты һәм Лассаль урамында ( хәҙер Энгельс урам ы) баҡсалы шәхси йорт алып йәшәй башланы. Өйҙән һарайға тиклем тигеҙ ма йҙанда баҡса һуҙылған. Ошо баҡса буйлап түбәнгә, Сутолока йылғаһынд а төшкәндә,
       мин ҡойма ярығынан тәүге тапҡыр тере рәссамды күрҙем. Ул ҡо ймаға арҡаһы менән ултырып этюд төшөрә ине (ул билдәле рәсса м Анатолий Лежнев булған).
       Бер нисә йылдан ошо уҡ баҡсала мин китаптың йыртып алынға н тыштарында тәүге һүрәттәремде төшөрә башланым.
       Рәссам - лирик геройыбыҙҙа бала сағында уҡ уяна һәм мәңге леккә ҡала. Оло һөйөү менән һуғарылған картиналары тере, улар ҡала яҙы, Кама
       киңлектәрен, Охлебининола март айының барлыҡ матурлығын сағ ылдыра.
       Миңә айырыуса "Май урманы" тип исемләнгән һүрәт оҡшаны. Унд ағы гүзәллеккә һоҡланып бик оҙаҡ баҫып торҙом, уның һайын картин анан айырылып китке килмәй.
       Рәссам буяуҙар меәнн еңел һәм иркен файҙалана. Был уның миниатюраларына ла, һуңғы, ҙур размерҙағы һүрәттәренә лә бер
       үк дәрәжәлә ҡағыла. Һәм уның картиналарында үткән менән бөг өнгө көн араһында контраст һиҙелмәй, улар барыһы ла үҙ - ара
       бәйле.
       - Мин Владислав Меос тураһында еңел тойғо һәм ҙур теләк м енән һөйләйем, - тигәйне үҙ ваҡытында уның тураһында Алексан др Бурзянцев. - Ул шул тиклем асыҡ һәм ябай. Әммә ошо ябайлыҡ артында мин авирҙың бик ҙур
       хеҙмәтен күрәм. Владислав картиналарында күп нимә тураһында
       һөйләй. Уларҙы шиғырҙар менән сағыштырыр инем мин. Буран, ҡояштың т әүге нуры, эңер, алыҫҡа илтеүсе юлдар... Тыуған тәбиғәтебеҙҙ ең һәр мәлен тотоп ала
       белә рәссам. Һәм ошо ижадта донъя асылы һәм шатлыҡ ярылып я та.
       - Уның картиналарының йомшаҡлығы һәм ысынлығы яҙыусы ҡәлә ме кеүек, тормоштан иң әһәмиәтле, яҡты һәм изге төшөнсәләрҙе ай ырып ала. Ҡасандыр беҙ уның менән минең фатирымда ултырҙыҡ һәм мин кәш тәнән бер китапты алып, "Оҫта Владислав Меосҡа ысын йөрәктән !" тип яҙып бирҙем.
       Был һүҙҙәр минең рәссамдың ижадын нисек аңлауымды һүрәтләй,
       - тип юғары баһа бирә Мостай Кәрим. - Йылдар үтә, ә рәссам һәр саҡ
       ижади ынтылыш тулҡынында ҡала.
       Үҙе әйтеүенсә, әлегә ул иң яҡшы эшен төшөрмәгән. Хәйер, у ның һәр һүрәте - иң яҡшыһы. Ышанмайһығыҙмы Ул саҡта һеҙгә у ның юбилей күргәҙмәһендә мотлаҡ булырға кәрәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал