6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Уҡыусының кейеме уңайлы һәм зарарһыҙ булырға тейеш
23.08.05


       Мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата - әсәләре өсөн магаз индар ҡыҙырыу мәле килеп етте. Йәйге каникулдар артта ҡалды,
       алда - яңы уҡыу йылы, уға әҙерлек өлкәндәрҙең башын ауырттырып ҡына алмай, янсыҡтарын да байтаҡҡа бушата. Әммә уҡыу йылына кейем һатып алған ваҡытта уның бала
       өсөн уңайлы һәм зыянһыҙ булырға тейешлеген онотмау зарур. Б өгөнгө мәктәп уҡыусыларының һаулығы былай ҙа шәптән булмауы барыбыҙ ға ла мәғлүм. Шуға күрә модала булыуына ҡарамаҫтан тотоуға уңайһыҙ
       портфель йәки тирләткән аяҡ кейемдәре алырға кәрәкме икән Белгестәр кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.
       Беренсе сиратта, арҡаға аҫмалы сумкалар (ранец) алырға кә рәк. Ортопедик арҡалы мәктәп рюкзактары алырға тәҡдим ителә.
       Ниңә Сөнки баланың умыртҡа һөйәге әлегә "ҡатмаған", шуға күрә дөрөҫ билдәләнмәг ән ауырлыҡ уны ҡыйшайтыуы ихтимал. Ә ауырлыҡ етерлек. Санитар норма һәм
       ҡағиҙәләр буйынса беренсе синыф уҡыусыларына өс килограмдан
       да артыҡ күтәрергә ярамай. Дөйөм алғанда сумка ауырлығы баланың йәшенән тора. Ө сөнсө һәм дүртенсе синыф уҡыусылары өсөн норма - дүрт килограмм. Бишен се - туғыҙынсы синыфтар биш килограмм "йөкмәй" ала, өлкән синыфта р өсөн алты килограмм да ауырлыҡ тыуҙырмай.
       Мәктәп уҡыусыһының өҫ һәм аяҡ кейеменә килгәндә. Бөгөн ба р
       мәктәптәрҙә лә бер төрлө форма талап ителмәй. Шуға күрә ата
       - әсәләр форма тегелгән туҡыманың тәбиғи булыуы тураһында хәстәрлек к үрергә тейеш. Костюмдар кизе - мамыҡ йәки тәбиғи йөндән булһа яҡшыр аҡ. Ул саҡта баланың тәне лә тын ала, тәнәфестәрҙә йүгерешкә н ваҡытта ла ул артыҡ тирләмәйәсәк. Тәбиғи туҡыманан тегелгән әйберҙәрҙең ҡыйбатлы ғы аңлашыла, әммә был нәҡ аҡса йәлләргә кәрәкмәй торған осра ҡ. Тик шулай ҙа синтетик кейем һайлаһағыҙ, пинжәк аҫтынан мотлаҡ мамыҡ күлдәк йәки бл узка кейергә кәрәк.
       Аяҡ кейеме еңел һәм уңайлы, тәбиғи материалдан тегелгән б улыуы яҡшы. Ҡаптырмалары йәбештереп ҡуйыла торған (липучка) булһа, тағы k` һәйбәтерәк.
       Ошо ҡатмарлы булмаған ҡағиҙәләрҙе һаҡлау бер ни тиклем аҡ са түгеүҙе талап итә, әлбиттә, әммә бала сәләмәтлеге өсөн аҡса йәл түге л.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал