6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Иҫтәлекле даталар

Ҡанлы эҙ ҡалдырған золом
31.10.03


       Сталин етәкселек иткән йылдарҙа сәйәси золом бик күп ғү мерҙәрҙә ҡанлы эҙ ҡалдырҙы. Ауыл ерендә үҙ көстәре менән хә лле генәтормош кисереүселәр кулак тип иғлан ителеп, интеллег енция вәкилдәре нахаҡҡа ғәйепләнеп, ГУЛАГ - тарға ебәрелеп, ҡот осҡос шарттарҙа йәшәп, эшләп, ыҙа сигергә мәжбүр була, т өрмәләргә ултыртыла, бик күптәре үлемгә дусар ителә.
       Башҡортостанда иһә 1937 йылда 50 мең кеше "халыҡ дошман ы" тигән исем тағылып хөкөмгә тарттырыла. Ҡасандыр Гулаг тот ҡоно булып, алыҫ Себер шарттарында йәшәргә мәжбүр булғандарҙ ы ң күбеһе хәҙер был донъяла юҡ инде. Әммә был михнәтте сабы й саҡтарынан үҙ иңдәрендә татыған сәйәси золом ҡорбандарының балалары атайҙарының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. БР Сәйәси зо лом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, мәғариф ветераны, БР - ҙ ың атҡаҙанған уҡытыусыһы Маһинур Үтәбаева ла улар рәтендә.
       -- Сәйәси золом тулҡыны беҙҙең ғаиләгә лә ҡағылды. Берен се донъя һалдаты булған атайым Мөхлис хәлфәне лә ауылдан һөр әләр. Ул әсәйем менән алты балаһын да( иң бәләкәйе -- миңә б ер йәш була) алып китә. Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһынд а йәшәнек. Башҡортостанға мин етенсе синыфты бөткәс ҡайттым.
       Иркутскиҙа мәктәптә уҡығанда Башҡортостанды бер нисек тә кү ҙ алдыма килтерә алмай инем. Атайыма килгәндә, дөрөҫлөк бары бер аҡланды. Ауылдаштары әле лә уның исемен ҡәҙерләп һаҡлай.
       2000 йылда Баймаҡ районының Буранбай ауылында асылған мәктә пкә Мөхлис мулланың исеме бирелде,-- һөйләй ул бөгөн.
       Сәйәси золом ҡорбандарының бөгөнгө көндә ниндәй ташлам алар менән ҡулланыуы тураһында һүҙ йөрөтһәк, улар тимер юлын да бушлай йылына бер мәртәбә, ҡала транспортында бушлай йөр өү хоҡуғына эйә, коммуналь түләүҙә һәр ғаилә ағзаһына 50 про цент ташлама бар. Дарыуҙар ярты хаҡҡа бирелә. Торлаҡ алыуҙа,
       санаторийҙарға путевка бүлгәндә тәүгеләрҙән булып улар алыр ға тейеш.

Александр Шутов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал