6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Үткәндәргә ҡараш йәки Ваҡыт еле иҫеп үткәс...
24.10.03


       Ошо көндәрҙә Өфө "Ижад" галереяһында экспозиция яңыр тылды - унда Александр Журкин һәм Ләлә Ғәлиеваның берләштере лгән күргәҙмәһе асылды. Александр әйтеүенсә, үҙ эштәрен күрһәтергә ул йыйынмаған да.
       "Барыһы ла Ләләнең идеяһы.-тип һөйләй рәссам.- Ә м ин иһә үҙ сиратымда уның алдында бер шарт ҡуйҙым: күргәҙмә б ула икән, уны бергәләп, һинең һәм минең эштәремде дөйөмләште реп, үткәрәбеҙ."
       Ләлә Ғәлиева һынлы сәнғәт менән 80-се йылдарҙа шөғө лләнә. Бөгөн иһә ул төп ваҡытын скулпьтураға бағышлай. Шуға күрә уның 20 йыл элек яҙған эштәрен тамашасы хөкөмөнә сығары рға, үҙенең йәшлеген, үткәндәрен иҫкә төшөрөргә теләмәгәнле ген аңлап була. Тап шуның өсөн дә күргәҙмәне "үткәндәргә ҡар аш" тип атарға булалыр ҙа.
       Ләлә Ғәлиева Өфө ҡалаһында 1961 йылда тыуған. 1983 йы лда Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлеген тамамл ай. Ун йылдан ул Ләлә Рәсәй һәм Башҡортостан республикаһыны ң рәссамдар союзы ағзаһы була. Ваҡыт үтеү менән рәссам фарфо р менән ижад итә башлай,
       - Минең өсөн эш материалы мөһим түгел, ә башҡарылға н эштең йөкмәткеһе күпкә ҡыҙығыраҡ. Кеше һәм донья, Кешенең эске доньяһы, уның ҡатмарлы мөнәсәбәттәре... Быларҙың барыһ ына ла мин үҙ әҫәрҙәремдә еңел генә ҡағылып үтәм...
       Мәҫәлән, бала саҡ -һәр беребеҙ үткән изге ваҡыт. Йылда р үткән һайын беҙҙең унда әйләнеп ҡайтҡыбыҙ килә. "Улым порт реты" - тап ошо темаға арналған. "Яҙ" картинаһы - тәбиғәттең
       уянған осоро кеүек нәфис һәм яңы өмөттәр уятыусан.
       Ә бына Александр Журкин үҙе тураһында артыҡ һөйләп ба рмай. Сәнғәт белгесе Александр Гарбуза һөйләүенсә, уның эштә рен дөйөмләштереүсе төп һыҙат - серлелек. Уның һәр бер эшен дә тылсым һәм мөғжизә... "Флора" картинаһын, мәҫәлән, төш ме нән сағыштырырға була. Нәфис буйлы ҡатын-ҡыҙҙың һыны ниндәйҙ ер мифик ағастар, сәскәләр һәм емештәр менән уратып алынған. Ә бына "Иҫке ҡала серҙәре"ндә бөтөнләй икен се донья асыла: башнялар аша болоттар йөҙөп сыға, диңгеҙ сай ҡала, ситтән генә яғымһыҙ ҡояш йылмая. Быларҙың барыһы аша т ағы ла бер донья асылған кеүек тойола. Әммә бер нәмәгә ҡарам аҫтан журкиндың картинаһын дөйөмләштереп ҡарап булмай. Һәр д онья үҙенә генә хас нескәлектәре менән йәшәй...

Екатерина Спиридонова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал