6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Милиционерҙар рул артында эсмәҫкә һүҙ бирә
11.08.05


       Ошо көндән башлап рул артында иҫерек килеш эләккән м илиционер бер һүҙһеҙ эшенән бушатыласаҡ. Һәм бында уның эш м ашинаһында йәки үҙенекендә, формала йәки граждан кейемендә булыуы мөһим түге л. Һәр бер милиция хеҙмәткәренең шәхси эшенә уның руль артына эскән кил еш ултырмаясағы тураһында һүҙ биргән ғаризаһы һалынасаҡ. Башҡор тостандың эске эштәр министры Рафаил Диваев хеҙмәт тәртибе һорауҙары т икшереүгә арналған оператив кәңәшмәлә ошондай приказ бирҙе.
       Халыҡтың ышанысын һәм хөрмәтен яулау - бөгөн милиция хеҙм әткәрҙәре алдында торған иң ҙур бурыс шул. Һәм иҫерек килеш машинала й өрөү бер ҙә был маҡсатҡа ирешеү юлы түгел. Ошо көндәрҙә респ убликаның Миәкә районында ҡот осҡос хәл булды. Урындағы эске эштәр бүлегенең
       40 йәшлек
       хеҙмәткәре эскән килеш үҙенең "Волгаһында" йәйәүлене тапай,
       алынған йәрәхәттәрҙән ҡыҙ шунда уҡ һәләк була. Быға тиклем дә милици онерҙың
       хеҙмәт тәртибен боҙоуы билдәле, тимәк уның артабан эске эшт әр органдарында эшләүе тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Үҙ енең ҡылығы өсөн хәсрәт - водитель закон алдында яуап бирәсә к.
       Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы етәкселәре хеҙмәт тәртибен
       нығытыу өсөн, министр әйтеүенсә, "ҡатылығы буйынса сиге бул маған" тулы комплекс булдырҙы. Йыл башынан республикала составына Эске э штәр министрлығының шәхси хәүефһеҙлек идаралығы, Эске эштәр минис трлығының үҙәк аппарат кадрҙары идаралығы һәм ЮХХДИ контроль
       идаралығы
       хеҙмәткәрҙәре ингән оператив төркөмдәр эшләй. Һәр минутта б ыл комиссия ниндәй ҙә булһа милиция бүлегенә тикшереү менән килеп төшөү, һәр хеҙмәткәрҙең эшен күҙәтеү хоҡуғына эйә. Республиканың эске э штәр министры үҙе лә күп кенә райондарҙың эске эштәр бүлектәрендә
       буласаҡ.
       Хәҙер милиционер - водителдәрҙе көндәлек тикшереүҙәр көтә : юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүгә мини - имтихандар, эш тран спортын файҙаланыу һәм уның техник төҙөклөгөн контролдә тотоу һәм башҡалар.
       Йыл башынан төрлө тәртип боҙоуҙар арҡаһында эске эштәр ор гандарынан
       21 хеҙмәткәр эшенән бушатылған, тип хәбәр иттеләр беҙгә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
       - Хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселеге милицияла халыҡтың ыш анысын яулаған, уларға һәр ваҡытта профессональ ярҙамға килергә әҙе р булған хеҙмәткәрҙәр эшләүен тәьмин итергә тырыша, - тине Рафаил Див аев. - Хеҙмәт тәртибен боҙған һәр милиционер ниндәй урын бил әүенә ҡарамаҫтан, яуаплылыҡтан китә алмаясаҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал