6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Балалар - тормошобоҙ сәскәләре һәм уларҙы ҡаланан ситтә үҫтереү яҡшыраҡ
10.08.05


       Йәйҙең ҡыҙыу мәле, балаларҙың күбеһе, йола буйы нса, республика лагерҙарында сәләмәтлектәрен нығыта. Бәләкәй яҡташтарыбыҙ ял иткәндә, уларҙың дауаланыуы, туҡланыуы, ял итеүе өсөн яуап биреүсе өлкәндәрҙең хеҙмәте бер минутҡа ла туҡтамай. Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Социаль страховкалау фондының БР буйынса төбәк бүлексәһе үҙ эшенә
       йомғаҡ яһаны.
       Рәсәй Социаль страховкалау фонды республиканың үҫеп килгән
       быуынын һауыҡтырыуға 306, 2 миллион һум бүлде. Башта лагерҙар 242, 2 миллион һумға ғына иҫәп тота ала ине, әммә Мәскәү хәлдең мөһимлеген аңлап ( һаулыҡтарын нығытыуға мохтаж балаларҙың исемлеге шаҡтай киңәйтелгән), Башҡортостан өсөн сумманы 64 миллионға арттырҙы.
       Һөҙөмтәлә барыһы ла - ҡаланан ситтә урынлашҡан һауыҡтырыу
       лагерҙары, йыл әйләнәһенә эшләүсе шифахана лагерҙары, көндөҙ эшләүсе лагерҙар ҙа үҙенә тейешен алды. Егерме мең ярым бала ҡаланан ситтә урынлашҡан һауыҡтырыу лагерҙары хеҙмәтләндереүенең тулы пакетына эйә булды, йыл әйләнәһенә
       эшләүсе балалар шифаханаларына 317 йүнәлтмәне страхователдәр үҙҙәре һатып алды, тағы ла 1935 йүнәлтмә улар ға бушлай бирелде. Көндөҙгө лагерҙарҙа мәктәп ығы - зығыһына н 71 мең бала ял итте.
       Әйткәндәй, Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһендә ҡайһы бер үҙгәрештәр булып үтте. Мәҫәлән, хәҙер
       балаларҙың сәләмәтлеген социаль стаховкалау средстволары иҫәбенә нығытыу шифахана лагерҙарында ғына түгел, балалар шифаханаларында ла рөхсәт ителә. Шифаханаларҙың потенциаль ҡ унаҡтарының йәш сиктәре дүрт йәштән 14 йәшкә тиклем.
       Һәм икенсе үҙгәреш. Ул балаларҙың ҡаланан ситтә урынлашҡа н һәм көндөҙгө лагерҙарҙа ял итеүенә ҡағыла. Социаль страховкалау фондының план - иҡтисад бүлеге начальнигы Сажиҙә Ҡәнзәфәрова әйтеүенсә, тәүгеһендә балалар 24 көн,
       икенсеһендә 21 көнгә тиклем һаулығын нығытҡан. Әммә бындай уреждениелар өсөн йәй миҙгеле - ҡатмарлы осор, һәм рәттән дүрт тапҡыр балаларҙы ҡабул итеп, барлыҡ санитар нормаларын күҙәтеүе еңелдән түгел. Бынан тыш һауа торошо ла үҙенекен ит ә (әйтәйек, июндең тәүге яртыһында һалҡын була), йәки уҡыусыларға уҡыу йылынан һуң лагерь рельстарына күсеү ҡыйыныраҡҡа тура килә. Ошоно иҫәпкә алып, Социаль страховкалау фонды Дәүләт Думаһына 18 көнлөк "заездарҙы" рөхсәт итеү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән.
       - Санитар нормативтарға ярашлы, балаларҙың ҡаланан ситтә урынлашҡан һәм көндөҙгө лагерҙарҙа ял итеү ваҡытын ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт билдәләй. Һәм әгәр ҙә
       18 көнлөк лагерҙар асылһа, беҙ ике ҡуллап "риза" - сөнки бы л тағы ла күберәк балаларҙың сәләмәтлеген нығытыуға мөмкинселек бирәсәк, - ти Сажиҙә Ҡәнзәфәрова.
       Дауалауға һәм ялға мохтаж балаларҙы мөмкин тиклем күберәк
       йәлеп итер өсөн Фондтың Башҡортостандағы бүлексәһе күп эш
       башҡара. Мәҫәлән, балалар һауыҡтырыу учреждениеһына йүнәлтмә үткән йылдағы хаҡтан айырылмай һәм бер койка - көнг ә 302 һумдан артмаҫҡа тейеш. Предприятие һәм ойошмаларға йүнәлтмәнең Башҡортостанда ҡуйылған хаҡының 50 проценты социаль страховкалау средстволарынан түләнә ( был сама менән
       2720 һум самаһы), бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең
       балаларына - 80 процентҡа, финанс торошо лагерға йүнәлтмәгә
       хаҡты түләргә мөмкинселек бирмәгән прежприятиела эшләүселәрҙең балаларына - 65 процентҡа тиклем түләнә.
       Һандар артында күҙгә күренерлек һөҙөмтәләр ҙә бар: был ярты йылда ҡаланан ситтә урынлашҡан лагерҙарҙа 20,5 меңдән
       ашыу бала ял итте һәм сәләмәтлеген нығытты. Был маҡсатҡа 7 5 миллион һум тотонолдо. Үткән йылдың ярты йылы менән сағыштырғанда әйтелгән һан ике миллионға (!) аҙыраҡ, ял иткә н балалар һаны иһә - дүрт меңгә (!) күберәк. Көндөҙгө лагерҙ арҙа ла шундай уҡ хәл.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал