6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Учалы районында боронғо кешеләрҙең йәшәгән урыны табылған
09.08.05


       Археологтарҙың Учалы районының Яңы Байрамғол ауыл ы эргәһендәге асыҡ яланда теҙелгән палаткалары алыҫтан күҙгә ташлана. Ҡаҙыу эштәре тамамланыуға күп ҡалмаған инде - 12 август бына ғына тора. Был бик әһәмиәтле көн буласаҡ: экспедицияла ҡатнашыусылар боронғо мөҡәддәс урынды (святилище) бер аҙ ғына тупраҡ менән ҡаплап (урында
       йәшәүселәр теймәһен өсөн) был ҡоролма менән киләһе йылға тиклем хушлашасаҡ, үҙҙәре менән улар керамик һауыт киҫәктәре , хайуан һөйәктәре һәм бында биш мең йыл элек тә тормош ҡайнауының башҡа дәлилдәрен алып ҡайтып китә.
       Ҡаҙыу эштәрен етәкләүсе Виталий Федоров үҙ табышының йәшенә ҡарата шикләнеүҙәрен йәшермәһә лә, был яңылыҡ тиҙ
       арала таралып өлгөрҙө - баҡһаң, Башҡортостанда инглиз Стоунхенджының "туғаны" табылған икән! Уларҙың айырмаһы һуңғыһының ташта мәңгеләштерелеүе, ә "беҙҙең" объекттың ағастан эшләнеүендә генә. Әммә был Виталий Кимович әйтеүенсә, аптырау тыуҙырмай: донъяла табыштар аҙ түгел, һәм
       улар барыһы ла тупраҡ һәм ағастан эшләнгән. Ҡомартҡыларҙың ҙурлығы төрлө, әммә "архитектура" бер үк - был әйләнә буйынс а урынлаштырылған, тирә - яҡтан траншея менән уратылған бағаналар, уртала - ҡорбан килтереү өсөн михрап (алтарь), ин гән урында - түңәрәк шымартылған таш.
       Хатта Англиялағы таш быуат ҡомартҡыһы Стоунхендж да башта
       бары тик Вудхендж ғына булған, йәғни ағастан төҙөлгән. Тик ниңәлер боронғо кешеләр бының менән генә тынысланып ҡалмаған һәм ағас бағаналарҙы ташы менән алмаштырған һәм
       был урынды ҙур билдәлелек һәм туҡтауһыҙ туристар ағымы менән тәьмин иткән. Шул уҡ ваҡытта донъяла тағы ла тиҫтә яр ым тирәһе ошондай ҡоролмалар бар, тик улар тураһынла күптәр белмәй. Мәҫәлән, Стритхаус - инглиз аналогтарының иң бәләкәй е, диаметры ни бары туғыҙ метр ғына тәшкил итә. Бынан тыш энеолит дәүере ҡоролмалары Германияла, Австрияла, Чехияла, Словакияла һәм Рәсәйҙә - Ҡурған, Төмән һәм Рязань өлкәләрендә табылған.
       - Был ҡомартҡылар тураһында нимә әйтә алам Һәр береһенең
       үҙенсәлеге бар, әммә идеяһы уртаҡ. Был йәһәттән ике фекер йәшәп килә, - тип һөйләй Виталий Федоров. Тәүге фарыз буйынса төрлө халыҡтарҙың ғөрөф - ғәҙәттәре ниндәйҙер берҙәм
       үҙәктән барлыҡҡа килә һәм донъя буйлап тарала. Ярашлы рәүештә, кешеләр шундай уҡ йәки оҡшаш архитектура ҡомартҡылары һәм беҙҙең барыбыҙға ла таныш булған цивилизация күренештәрен булдыра башлай. Икенсе гипотеза буйынса, цивилизация үҫешенең бер үк кимәлендә мәҙәниәт һәм архитектураның барлыҡ күренештәре лә үҙаллы барлыҡҡа килә, у ларға башҡа бер нимә лә йоғонто яһамай. Интуицияға мөрәжәғәт иткәндә, ул дөрөҫлөктөң ошо ике фарыздың уртаһында булыуын күҙаллай.
       Ғалимдың һүҙҙәренә ҡарағанда, беҙҙең эраға тиклем өсөнсө меңйыллыҡ кешеләре - һунарсылар һәм йыйыусылар булған. Бер н исә йөҙ кеше - энеолит дәүеренең иң ҙур коллективы, сөнки демографик шартлау һуңыраҡ булған.
       Ул дәүер кешеләре беҙ уйлағандан нығыраҡ үҫешкән генә түг ел, Евразияның иң алыҫ мөйөштәре менән дә бәйләнештә булған тип уйлау күңелде йылыта. Берҙәм мәғлүмәт арауығы тураһында ла фаразларға мөмкин, тик бына донъя буйлап таралған был урындарҙа йәшәүселәрҙең үҙ - ара нисек аралашыуы йомаҡ булып ҡала. "Стоунхенджға оҡшаш" ҡорамалдарға "мода" ҡайһы ү ҙәктән башланыуы ла билдәһеҙ. Әлбиттә, Англиялыр, тип фаразларға мөмкин, әммә ҡомартҡыларҙың йәшен теүәл
       билдәләүсе мәғлүмәттәр юҡ, һәм беҙ уларҙың ҡайһыһы йәшерәк,
       ҡайһыһы олораҡ икәнлеген әйтә алмайбыҙ.
       Башҡорт Стоунхенджы - диаметрында йөҙ метр самаһы һәм ҡаҙыу эштәре барышында бер квадратҡа унлап киҫәк керамика һәм хайуан һөйәктәре килтерә. Былар барыһы ла ентекләп ҡаралғандан һуң алдан әҙерләнгән муҡсаларға һалына.
       - Беҙҙең ҡомартҡы нәҡ энеолит дәүеренә тап килә тип ышаны с менән әйтеүе ҡыйын, - ти ғалим. - Донъяла неолит, энеолит,
       иртә бронза быуаты менән билдәләнгән бындай ҡоролмалар етер лек, шуға күрә хаталаныу мөмкин. Барлыҡ табыштарҙы ентекле тикшергәндән һуң ғына был турала ышаныс менән әйтергә мөмкин буласаҡ. Табыштар араһында был йәһәттән иң мөһиме ҡатын - ҡыҙ биҙәүестәрелер, моғайын, Аллаға шөкөр, мода һәр ваҡытта ла үҙгәреп торған. Ошонан сығып ҡомартҡының йәшен билдәләргә мөмкин, сөнки, мәҫәлән, энеолит дәүерендәге биҙәүес менән бронза быуаты ҡатын - ҡыҙҙары файҙаланмаясаҡ. Бына, мәҫәлән, үткән йылда бында ҡатын - ҡыҙҙар биҙәүесе
       - тамсы формаһында эшләнгән алҡа табылды. Был энеолит, беҙҙең эраға тиклем өсөнсө быуат. Быйыл да ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәле булыр тип ышанам.
       Археолог боронғо дәүерҙә бер Аллаға табыныу булмаған тип билдәләне.
       Кешене ҡорбан итеп килтереүҙәр ниндәйҙер магия
       ритуалдарына ҡорлған, күрәһең, - археологтар энеолит дәүеренең ҡоролма уртаһында янған һөйәктәр табыуы ошо турала һөйләй.
       - Әгәр Яңы Байрамғол эргәһендәге боронғо кешеләр йәшәгән урындың уртаһында ошондай уҡ ҡорбан килтереү билдәләрен осратһаҡ, һығымталар түбәндәге буласаҡ: энеолит дәүере кешеләре ниндәйҙер ут тәңреһенә табынған, ә беҙ аҡрынлап
       асҡан ҡоролма боронғо обсерватория булған тип ышаныс менән әйтә аласаҡмын.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал