6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

"Благовещен эше" судҡа оҙатылды
05.08.05


       Башҡортостан прокуратураһы Благовещенда булып үтк ән билдәле профилактика сараларында ҡатнашыусы һигеҙ милиция
       хеҙмәткәренә ҡарата енәйәт эшен судҡа оҙатты. Барлығы ун тәртип һаҡсыһына ғәйепләү белдерелә. Ике участковыйға ҡарата
       эштәр судҡа бынан ике аҙна элек ебәрелгәйне. Ҡалған һигеҙе - Благовещен ҡалаһы һәм районының эске эштәр буйынса бүлек
       начальнигы Илдар Рамаҙанов, уның урынбаҫары Олег Мурзин, оператив рота командиры Олег Соколов һәм тағы биш хеҙмәткәр.
       Өфөнән алыҫ булмаған был ҡаласыҡ үткән йылдың декабрь айында булып үткән ваҡиғаларҙан һуң бөтә Рәсәйҙә билдәлелек яулауын хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм. Барыһы ла милиционерҙар
       һәм бер төркөм йәштәр араһындағы низағтан башланып китә, һөҙөмтәлә өс хоҡуҡ һаҡсыһы дауаханаға эләгә. Был хәлдән һуң БР Эске эштәр министрлығы етәкселеге республика Прокуратураһы менән килешеп, Благовещенда 150 милиционер
       (шул иҫәптән ОМОН да) йәлеп итеп профилактика эштәре
       үткәрергә ҡарар итә.
       Операция барышында, 10 декабрҙән 14 декабргә тиклем арауыҡта, биш йөҙләп кеше милиция бүлегенә саҡыртыла. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, орган хеҙмәткәрҙәре урмдарҙа,
       барҙарҙа, дискотекаларҙа кем тура килә шуны ҡулға ала. Милиция менән "аралашҡандан" һуң ҡайһы бер граждандар
       медицина ярҙамына мохтаж була.
       Был янъял шунда уҡ федераль кимәлгә барып етә. Хоҡуҡ һаҡсылары Благовещенда булған хәлде милицияның баш - баштаҡлығы тип таба һәм бында сәйәси сәбәптәр ҙә күрә: йәнәһе, операция юҡҡа ғына 10 декабрҙә, Кеше хоҡуҡтары көнөндә башланмаған. Бәғзе мәғлүмәт саралары эстафетаны эләктереп ала...
       Ә БР Эске эштәр министрлығы етәкселеге Благовещенда үткәрелгән операцияны аҡлай: ҡалала криминоген хәл ысынлап т а көсөргәнешле һәм көндән - көн арта бара ине. Тик бына приказды башҡарыусыларҙың үҙҙәрен тотошо шәптән түгел, әлбиттә. Ошо көндәрҙә РФ Юстиция министрлығында ла был турала әйтелде: "2004 йылдың декабрь уртаһында Благовещенда үткән милиция операцияһы нигеҙләнгән приказ законға ҡаршы
       килмәй. Уны практикала файҙаланыу - икенсе мәсьәлә", - тине
       РФ Юстиция министрлығының федераль юстиция өлкәһендә Дәүләт сәйәсәте департаменты директоыр Евгений Забарчук.
       Әле декабрь айында уҡ Башҡортостан Прокуратураһында милиционерҙарға ҡарата үҙ вазифа хоҡуҡтарын арттырыу буйынса енәйәт эше асылғайны. Республиканың күҙәтеү ведомствоһында әйтеүҙәренсә, тикшереү яҙ көнө тамамлана, әммә күп томлыҡ енәйәт эше материалдарын өйрәнеү күп ваҡыт т алап итә. Рәсми рәүештә милициянан зыян күреүселәр иҫәбенә 3 42 кеше индерелә. Уларҙың 197 - нә ҡарата законһыҙ рәүештә
       көс ҡулланылған, ҡалғандары ҡулға алыу, эске эштәр бүлегенә килтереү, фотоға төшөрөү һәм дактилоскопия үткәреүҙән зыян күргән.
       "Милиционерҙар эше" буйынса тикшереү Благовещен район судында үтәсәк. Процесты республиканың Юғары судында үткәреү тәҡдиме зыян күреүселәрҙең күпселегенең Благовещенда йәшәүен һәм уларҙың барыһының да Өфөгә килә алмаясағын иҫәптә тотоп кире ҡағылды.
       - Ғәйепләнеүселәр араһында ҡулға алыныусылар юҡ, тимәк, процесс сентябрь урталарынан да иртәрәк булмаясаҡ. Бынан тыш судьяға 50 томлыҡ енәйәт эше һәм дүрт томлыҡ ғәйепләү һығымтаһы менән танышып сығыу өсөн ваҡыт кәрәк, - тине "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһенә Благовещен район суды рәйесе Ә ғйән Ғәлиев. - Хәҙер беҙ күп һанлы зыян күреүселәрҙе, шаһиттарҙы һыйҙырырлыҡ бина эҙләйбеҙ.
       Башҡортостан Прокуратураһының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса бүлек начальнигы Алексей Касьянов әйтеүенсә , ғәйепләүсе яҡта бер кеше түгел, ике - өс прокурорҙан торға н
       төркөм эшләйәсәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал