6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Өйгә - көнсығышҡа
28.07.05


       60 йыл элек меңләгән өфөлөләр иртә менән йәйәүләп тимер ю л вокзалына ағыла. Күптәр был поездың килеү ваҡытын аныҡ ҡын а белмәй, шуға күрә үткәреп ебәреүҙән ҡурҡа. Һәр кемдең ҡулында сәскәләр гөлләмәһе. Оҙаҡ ҡына көтөргә тура килә һәм бына төштән һуң алдына Сталиндың портреты ҡуйылған паровоз т антаналы сигнал бирә һәм станцияға Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтыусы һалдаттарҙың тәүге эшелоны килеп инә.
       - Киләләр! - вокзал майҙанында һәм перронда көтөүсе халыҡ көлөшә, илаша, күҙҙәре яҡындарын эҙләй. Был көндөң шаһиттары геройҙарҙың шыршы ботаҡтары менән биҙәлгән, "Дошман тар - мар ителде - беҙ еңдек!", "Беҙ Берлиндан!" тип
       яҙылған ябай тауар вагондарында ҡайтыуы тураһында һөйләй.
       Мәскәүҙәге тарихи Еңеү Парадына тиклем бер көн алдан СССР
       Юғары Советы сессияһында "Хәрәкәт итеүсе армияның өлкән йәштәге шәхси составын демобилизациялау тураһында" закон ҡабул ителә. Алға китеп шуны әйтәм, ул 1948 йылда ғына тамамлана һәм был ваҡыт эсендә Ҡораллы Көстәр һаны 11 миллион 365 мең кешенән ике миллион 874 меңгә тиклем ҡыҫҡарасаҡ. Тыуған илен намыҫ менән һаҡлаған һәм герман фашизмын үҙ өңөндә тонсоҡторған һигеҙ ярым миллион һалдат һәм офицерҙар үҙ йортона ҡайта, ер һөрә, оккупанттар тарафынан емерелгән хужалыҡты тергеҙеү эшенә тотона. Беренсе сиратта 1883 йылдан 1905 йылға тиклем тыуғандарҙы һәм ҡатын - ҡыҙҙарҙы ҡайтаралар. 45 - се йылдың аҙағында, ин де икенсе сиратта, 1906 йылдан 1915 йылға тиклем тыуыусыларҙ ы демобилизациялайҙар. Һәм шулай артабан. Әммә Берлинды штурмлауҙа ҡатнашыусыларҙың тәүге эшелоны Германиянан 1945 йылдың 10 июлендә сыға. Хушлашыу шул тиклем тетрәндергес була, хатта күпте күргән өлкән яугирҙар ҙа күҙ йәшен тыя алмай. Запасҡа китеүсе һалдат һәм сержанттар халыҡ
       хужалығын тергеҙеүҙә армияла хеҙмәт иткән кеүек үк фиҙакәр эшләргә ант итә. Бына бер часть танкистарының яҙған хаты: "Беҙҙең өсөн тормош һәм хәрби мәктәп булған армиянан китәбеҙ . Бында беҙҙең еңеүгә булған ихтыяр көсөбөҙ нығынды, ҡуйылға н маҡсатҡа ирешеү өсөн ныҡышмал һәм көслө булырға өйрәндек.. . Заводтар, колхоз баҫыуҙары, ҡала һәм ауылдарҙы тергеҙеү, я ңы уңыштар ҡаҙаныу, Ватаныбыҙҙың иҡтисад ҡеүәтен тергеҙеү ө сөн бар белгәнебеҙҙе, ныҡышмаллығыбыҙҙы һәм ихтыяр көсөбөҙҙө алып ҡайтабыҙ".
       Совет хөкүмәте хәрби комиссариаттар, урындағы партия һәм совет органдарына барлыҡ фронтовиктарҙы иҫәпкә ҡуйыу, эшкә
       урынлаштырыу, күптәрен торлаҡ менән тәьмин итеү, башҡа ярҙам күрһәтеүҙе йөкмәтә. Барлыҡ еңеүселәр ҙә өйҙәренә башлыса поезд менән ҡайтыуы сәбәпле, тимер юлсыларға уларҙы тейешле хөрмәт менән ҡаршы алырға һәм оҙатырға тура килә. Был эш буйынса ла йөкләмәләр һаҡланған. Вокзал бинаһы эстән дә, тыштан да байрамса төҫ алырға тейеш: партия һәм хөкүмәт
       юлбашсыларының портреттары һәм лозунгылар, биналар шыршы бо таҡтары һәм тере сәскәләр менән биҙәлә, гәзит һәм журналдарҙан монтаждар ҡуйыла һәм башҡалар. Яҡындағы клубта яугир - еңеүселәр юридик консультациянан алып моданың
       һуңғы яңылыҡтары тураһында барлыҡ һорауҙар буйынса мәғлүмәт ала алһын өсөн әҙерләнгән кешеләр тәүлек әйләнәһенә
       дежур итә.
       Тыуған яҡтарға алып ҡайтыусы эшелондар емерек, әммә тыныс
       илдәр аша үтә. Һәр станцияла, туҡталыш булмаған хәлдә лә, уларҙы меңләгән халыҡ ҡаршылай. Һәр әсә, ҡатын - ҡыҙҙар яҡынын йәки танышын осратырға өмөтләнеп һалдаттарға текләй. Ҡара ҡағыҙ алыусылар моңһоу йөҙ менән ситтә тора, әммә улар ҙа мөғжизәгә ышана: бәлки хата киткәндер, бәлки яҡын кешебеҙ
       әйләнеп ҡайтыр.
       28 июлдә 35 вагондан торған тәүге эшелон Өфөгә килеп етә.
       Ул һуғышҡа Башҡортостандан саҡырылған 450 фронтовикты алып
       ҡайта. Тепловоз ремонтлау заводының ветерандар Советы рәйесе Николай Орлов һөйләүенсә, Өфөгә 290 яугир ҡайта, ҡалғандары шунда уҡ тип әйтерлек пристангә төшә һәм артабан пароходтарҙа үҙҙәренең ҡала һәм ауылдарына юл тота. Һәр һалдаттың ҡулында яңы сумаҙан була, үҙҙәре махсус тегелгән хәрби кейемдәр кейгән. Өйҙәренә ҡайтыусы яугирҙарҙы буш ҡул менән ебәрмәйҙәр. Рядовой һәм сержант составы 10 килограмм о н, ике килограмм шәкәр, ике банка ит консерваһы, һуғышта
       батырлыҡ күрһәтеүселәргә сәнәғәт тауарҙары ла тейеш була.
       Офицерҙар өсөн махсус аҙыҡ - түлек наборы тәғәйенләнә: шәкә р, кәнфит, консерва, колбаса, сыр, кондитер изделиелары, тәм әке. Бүләк трофейҙар ҙа эләгә - велосипед, радиоалғыс, фотоа ппарат, сәғәт, музыка инструменттары, ҡырыныу приборҙары һ. б.
       Республика еңеүселәрҙе ҡаршыларға алдан әҙерләнә. Өфөлә, мәҫәлән, махсус комиссия эшләй. Заводтарҙа улар өсөн эш урындары әҙерләнә, яңы производстволар асыла. Фатирҙар ремонтлана, дөйөм ятаҡтар төҙөлә. Һуғыштан ҡайтҡан меңләгән һалдат һәм офицерҙар хужалыҡ эшенә етәксе итеп тәғәйенләнә -
       ҙур учреждение, колхоз, совхоздарға башлыҡ итеп ҡуйыла. Күптәре һуғышҡа тиклем эшләгән эштәренә кире ҡайта.
       1945 йылда ғына Өфөгә 5,4 мең элекке һалдат һәм офицерҙар
       ҡайта. Уларҙы ҡаршылау буйынса комиссия үҙенең отчетында түбәндәгеләрҙе яҙа: "Килеүселәрҙең сәйәси - әхлаҡи хәле - юғары. Жданов һәм Киров райондарында ғына ҡайһы бер демобилизацияланғандарҙың уларҙы утын, торлаҡ, өҫ һәм аяҡ кейеме менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ ҡайһы бер предприятие һәм ойошма етәкселәренең мөнәсәбәтенә дәғүә белдереү осраҡтары булды..." Ил тыныс тормошҡа өйрәнә башлай. Әммә Бөйөк Еңеүҙең ниндәй хаҡҡа төшөүе тураһында бер кем дә онотмай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал