Иҡтисад
Баш ҡалаларҙа хаҡтар тураһында
26.07.05
Сираттағы рейтинг күрһәткестәре буйынса Волга б уйы федераль округында иң ҡыйбатлы региональ үҙәктәр асыҡланды. Ярты йыл һөҙөмтәләре буйынса Һамар, Түбәнге Новгород һәм Киров барлыҡ "хаҡ баҫҡыстарын" биләй, был уларҙы биҙәй тип әйтеүе ҡыйын, әлбиттә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, был ҡалаларҙа
йәшәүселәрҙең икенсе төбәккә күсенеүе лә күҙәтелмәй.
"Волга буйы федераль округының аҙыҡ - түлек тауарҙары буйынса иң ҡыйбатлы баш ҡалалары" рейтингын йола буйынса Волга буйы антикризис институтының ( Ҡазан ҡалаһы) рейтинг агентлығы әҙерләй. Инде бер нисә ай дауамында сенсация юҡ дәрәжәһендә. Һамар, Түбәнге Новгород һәм Киров төп аҙыҡ - түлек продукттарына хаҡ кимәле буйынса алда бара ( сағыштырыу 25 төр буйынса күҙәтелә). Һарытау халҡының
шатланыу өсөн сәбәбе бар - уларҙың ҡалаһы төбәк баш ҡалалары араһында иң арзаны тип табылған. Унан ҡала Чебоксар
һәм Ҡазан килә. Татарстандың баш ҡалаһы 2005 йылдың тәүге ө с айы менән сағыштырғанда үҙ позицияһынан бер аҙ ситкә тайпылды. Апрель айында был ҡала алда килә ине, майҙа инде беренселекте Һарытау үҙ ҡулына алды. Күрше республиканың баш ҡалаһына мең йыл тулыу тантанаһы яҡынлашҡан һайын хаҡтар ҙа юғарыраҡ күтәрелә бара.
Хөкүмәттең барлыҡ күҙаллауҙарын кире ҡаҡҡан инфляция үҫеше фонында, округ буйынса күршеләре менән сағыштырғанда, Ульяновск ҡалаһында "аҙыҡ - түлек" кәрзине һиҙелерлек ҡыйбатланды. Саранск ҡалаһында "кәрзин" бер аҙ арзанайҙы. Төбәк баш ҡалалары өсөн уртаҡ булып үҫемлек майы, маргарин, вермишель, бойҙай оно, кәбеҫтә кеүек тауарҙарға хаҡтың сағыштырмаса юғары булыуы тора. Яңы уңыш килеүе менән ауыл хужалығы тауарҙарына хаҡтар артыуҙан туҡтар, ҡайһы бер урындарҙа, үткән йылдағы кеүек, бәлки, кәмер ҙә тип
өмөтләнергә ҡала.
Өфө ышаныслы рәүештә рейтингтың уртаһын биләй -
баш ҡалабыҙҙың бары тик "ҡыйбат булмаған" төбәк үҙәктәре яғына аҡрынлап күсеүе һиҙелә. Агентлыҡ биргән мәғлүмәттәр буйынса, Өфө Волга буйы үҙәк ҡалалары араһында әлеге ваҡытта
алтынсы урында ҡала. Саранск ҡалаһында "кәрзин" бер аҙ ҡыйбатыраҡ һәм Йошкар - Олала бер аҙ арзаныраҡ. Дөйөм алғанда, Өфөлә аҙыҡ - түлек тауарҙарына хаҡтар 2005 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда бер аҙ артҡан.