6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Еңел аҡса ҡыйыш юлға баҫтыра
26.07.05


       Стәрлетамаҡта йәшәүсе 15 йәшлек үҫмер - Кирилл тип алайыҡ -
       әсәһенең һуңғы аҡсаһына ҡул һуҙа. Бындай түбәнселеккә
       төшөргә уны уйын автоматтарына булған мауығыу этәрә.
       38 йәшлек ҡатын үҙенең туғанынан үтескә бер ни тиклем аҡс а алып тора һәм уны - быны уйламайынса, өйөндә ҡалдыра. Әсәһенең "тере" аҡсаһына күҙе төшкән Кирилда уны еңел юл менән арттырырға тигән теләк тыуа. Һәм ул үҙенең иптәше
       Борис менән уйын автоматтары салонына юл тота. Әммә, һәр саҡтағыса тип әйтергә була, барыһы ла төптө киреһенсә килеп
       сыға. Дуҫтар кеҫәлә бер биш йөҙлөк һәм бер йөҙлөк ҡалғас ҡына иҫенә килә. Һәм ошо ваҡытта ғына Кирилл әсәһе тураһында
       хәтерләй ҙә инде: уға нисек аңлатырға һуң Бер ни тиклем ба ш ватҡандан һуң егеттәр ҡалған аҡсаны күбәйтергә була - әмәл гә ҡалғандай, Бористың өйөндә компьютер бар. Иң ябай ысул менән
       18 биш йөҙлөк һәм бер йөҙлөк аҡса "баҫҡандан" һуң ( үтескә алынған сумма) булдыҡлы егеттәр, бер нимә лә булмағандай, "аҡсаны" алған урындарына кире һалып ҡуя.
       Һәм бер көнө, дөрөҫөрәге, төнө, әсә кеше өйөнә такси менә н ҡайта.
       - Водителгә көтөп торорға ҡушып, ҡатын аҡса артынан фатирына инә, - тип һөйләй Стәрлетамаҡ ҡалаһы Эске эштәр идаралығының иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш бүлеге начальнигы Нияз Биктимеров. - Юл өсөн иҫәп - хисап эшләгән
       ваҡытта таксист аҡсаның ялған икәнлеген күреп ҡала. Аҡсаға ентекләберәк күҙ һалғандан һуң, ҡатын уның менән килешә - ялған аҡсаның сифаты яҡшыларҙан булмай. Янсыҡтағы башҡа "байлығын" ҡарағас, ул банкноталарҙың барыһының да номерҙары бер булыуын шәйләй. Башта ҡатын был аҡсаларҙы уға туғаны биргән тигән уйҙа була, әммә һуңынан ғәйеп уның улында икәнлеге асыҡлана.
       Бөгөн милицияла автомат уйындары тип донъяларын онотоусы
       малайҙарға ниндәй яза биреү тураһында һүҙ алып барыла. Кирилл менән Борисҡа әлегә 16 йәш тулмауы сәбәпле, ул, моғайын, милицияға иҫәпкә ҡуйыу һәм штраф менән генә сикләнер.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал