6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һаҡ булығыҙ! Ҡоторған бурһыҡ!
15.07.05


       Тәү ҡарашҡа, талпандар йоҡоға талды, урман "халҡы" күпт ән "өйләнешеп" бөттө, гормондарҙы уйнатҡан яҙ үтте, тип уйла рға мөмкин кеүек. Юҡ шул! Хайуандар беҙгә үҙ биләмәләрендә
       тыныс ҡына ял итергә ирек бирмәй. Ул ғына ла түгел - үҙҙәр е лә беҙгә ҡунаҡҡа килеп сыҡҡылай. Йышыраҡ улар ҡотороу сире менән зарарланған төлкө һәм бурһыҡтар. Улар был сиргә баҫыу
       сысҡандарын ашағандан һуң дусар була, кешеләрҙән ҡурҡыу хисе юҡҡа сыға, ауылдарға барып ауыл хужалығы малдары, хатта
       кешеләргә лә һөжүм итеүҙәре мөмкин. Үткән йыл Шаран районында ҡоторған бурһыҡ тешләүенән йәш ир кеше был донъя м енән хушлашҡан. Был турала "Башинформ" агентлығында үткән ма тбуғат конференцияһында РФ Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса БР буйынса Ф едераль хеҙмәттең территориаль идаралығы етәксеһе (Роспотребнадзор) Роберт Такаев һөйләне.
       - Йыл да ярҙам һорап 15 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итә. Быйылғы йылдың беренсе яртыһында республиканан 7347 кеше мөрәжәғәт итте, үткән йылдың ошо ваҡытында был һан
       7012 ине. Ҡоторған хайуандарҙан 2004 йылда 931 кеше зыян күргән, быйыл уларҙың һаны ете йөҙгә барып баҫты.
       Роберт Мөхәмәт улы ҡотороу сиренә бәйле хәл ярайһы уҡ хәүефле тип белдерҙе. Үткән йыл менән сағыштырғанда ҡотороу ауырыуынан үлгән хайуандар һаны 82 процентҡа артҡан. Хайуандар араһында ҡотороу осраҡтарын быйыл эпидемиологтар р еспубликаның туғыҙ ҡалаһында һәм барлыҡ райондарында
       теркәне. Был йәһәттән айырыуса Борай, Асҡын, Әбйәлил, Шаран , Ҡырмыҫҡалы райондарында хәл имен булыуҙан алыҫ. Ҡотороу сире таралыуының төп сәбәбе, Роберт Такаев әйтеүенсә, ҡырағай хайуан һәм хужаһыҙ эттәрҙе атыу эшен тейешле кимәлдә башҡармауҙа, был хәлде контролдә тотоусы учреждениелар булмауында. Ә инде эштең һөҙөмтәлелеге лесниктарҙың үҙ эшенә намыҫлы ҡарауында тора, сөнки нәҡ улар
       урмандарҙа вакциналы алдатҡыс ем ҡуя.
       Хайуандар донъяһында вирус инфекцияһы башлыса имеҙеүселәр араһында тешләү, һирәгерәк - шайыҡ аша тарала.
       Һәм әгәр ҙә, әйтәйек, һеҙҙе сысҡан тешләһә, артыҡ ауыртмаһа ла, табипҡа барып килергә ваҡыт табығыҙ. Сөнки тешләү һын
       ҡатыу, ҡотороу, башҡа инфекция менән зарарланыуға килтереүе
       ихтимал.
       Тешләнгән осраҡта нимә эшләргә Был хәл өйҙә булһа: - йәрәхәтте ябай хужалыҡ һабыны йәки шыйыҡ һабын менән
       йыуырға,
       - һаҡ ҡына итеп йәрәхәттең ситтәренә йод һөртөргә,
       - стерилләнгән бинт менән бәйләргә,
       - хирургҡа мөрәжәғәт итергә.
       Әгәр ҙә һеҙ урамда тешләнһәгеҙ:
       - тиҙ арала яҡындағы медицина учреждениеһына йүгерегеҙ, тәүге ярҙамды ҡайҙа ла күрһәтәләр. Унда йәрәхәтте антибиотик
       менән йыуып, һын ҡатыуға ҡаршы прививка эшләйҙәр, бәйләйҙәр . Ҡотороуға ҡаршы укол кәрәклеген асыҡлар өсөн антирабиес
       пунктҡа ебәрәләр.
       Ҡотороу сире дауалауға бирелмәй, шуға күрә этте тикшереү
       һөҙөмтәләрен һәм кешелә ниндәйҙер симптомдар барлыҡҡа килеүен көтөп тормайҙар. Әгәр эт билдәһеҙ, йәки ниндәйҙер шик бар икән, уколдар курсы шунда уҡ тәғәйенләнә. Уның һаулыҡҡа зыяны юҡ. Һәм хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр ҙә һеҙгә прививка тәғәйенләнһә, уны үҙ белдегегеҙ менән туҡтатмағыҙ, сөнки бының үлемгә алып килеүе ихтимал. Әйткәндәй, Шаран
       районында йәшәүсе тап ошо сәбәпле һәләк була: ул тәғәйенләнгән дауалау курсын үтеп бөтмәй.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал