6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Базель - Өфө: яңы килешеү тураһында
30.06.05


       Һуңғы арала банкылар берләшмәһендә кредит ойошмаларының фи нанс тотороҡлоғона ҙур иғтибар бүленә. Шулай, мәҫәлән, Рәсәйҙең секторҙа алдынғы позицияларын һаҡлап ҡалырға тырышыусы банкылары вкладтарҙы страховкалау ситемаһына инде. Ә үткән йылда Базелдә капиталдың етерлек булыуын баһалау буйынса яңы Килешеү баҫылды. Ул "Базель 2" исеме аҫтында билдәлерәк. Башҡортостандың Милли банкыһында үткән с еминарҙа ошо документ һәм уның беҙҙең киңлектәрҙә индерелеү перспективалары ҡаралды. Был сараны ойоштороусы бу лып Халыҡ - ара финанс корпорацияһы сығыш яһаны, баш ҡалабыҙға уның "Рәсәй банк секторында корпоратив идаралыҡ" проекты етәксеһе Патрик Лютернауэр етәкселегендәге
       делегацияһы килде. Өфө семинарында ҡатнашыусы тағы бер
       билдәле шәхес - Харри Штордель, ул әйтелгән документты тормошҡа ашырыу буйынса эшләүсе төркөм ағзаһы. Күҙәтеү органынының яңы Килешеүгә ҡарашы менән таныштырыр өсөн
       Рәсәй Үҙәк банкыһынан баш экономист Юлия Шатохина килде.
       Шулай итеп, "Базель 2" - нимә ул Форумдың эшенә етәкселе к итеүсе БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов һүҙҙәренсә, Базель комитеты тарафынан банкы күҙәтеүе буйынса эшләнгән һәм үҙәк банкылар етәкселәре һәм күҙәтеү органдары башлыҡтары хуплап ҡаршы алған яңы Килешеү үткән йылдың июнь айында баҫылып сыҡты. Документтың маҡсаты - контролдә т отоусы органдар һәм банкылар тарафынан хәүефтәргә һиҙгерлекте көсәйтеү юлы менән тотош банк системаһы тотороҡлоғон нығытыу.
       "Базель 2" әлеге ваҡытта эшләүсе 1988 йылғы капиталдың етерлек булыуы тураһындағы килешеүҙе алмаштырырға тейеш. Ул хәүеф һәм капиталды баһалауға алдынғы ҡараш, һәр нескәлеге иҫәпкә алынып яҙылған күҙәтеү процедуралары һәм банкылар тарафынан капитал һәм хәүеф тураһындағы мәғлүмәтте асыуға киңәйтелгән талаптары менән отошло айырылып тора. Асылда, күҙәтеү структуралары ла, кредит учреждениелары ла банк көйләүе һәм хәүефтәргә идара итеү сифатын арттырыу мөмкинселегенә эйә була.
       Банк ышаныслылығын баһалауҙың яңы база алымына белгестәр күҙлегенән сығып ҡарарға тәҡдим итәм. Шулай итеп, документҡа
       Рәсәй Банкыһы стеналарында ниндәй аңлатма бирелә
       (Юлия Шатохина).
       Башта банк күҙәтеүе буйынса Базель комитетының үҙе тураһында бер нисә һүҙ. Уны әле 70 - се йылдар уртаһында уҡ "ҙур унау" иҫәбенә ингән илдәрҙең үҙәк банк етәкселәре ойоштора. Әйткәндәй, башҡа илдәрҙең күҙәтеү органдары вәкилдәре лә комитеттың эшендә әүҙем ҡатнаша. Рәсәй Үҙәк Банкыһы ла ситтә ҡалмай. 88 - се йылда сығарылған "Базелдә" капиталдың етерлек булыуын баһалауға тәүге тапҡыр системалы ҡараш булдырыла. 90 - сы йылдар урталарында ул ныҡ тәнҡиткә тарттырыла, шуға күрә "Базель 2" барлыҡҡа килә, ул - базель комитетының тарихында иң ҙур проекттарҙың береһе. Уны әҙерләүгә йөҙләгән белгестәр йәлеп ителә. Улар капиталдың етерлек булыуын баһалауҙы, банкыларҙың төрлө илдәрҙә эш шарттарын иҫәпкә алып, күҙәтеү талаптары модификацияһын тәҡдим итә. Шуға күрә Килешеү буйынса, һәр банк үҙ үҫешенең
       кимәленә ҡарамайынса, үҙенә тап килгәнен һайлап алырға хоҡуҡлы.
       "Базелдең" беҙҙең илдә перспективалары бармы Бының өсөн билдәле шарттар булыуы мотлаҡ. Үҫешкән закондар - бер. Иҡтисади, корпоратив идаралыҡ культураһының юғары кимәлдә
       булыуы - ике.
       Ә хәҙер "Базель 2" Лютернауэр күҙлегенән.
       - Дөйөм алғанда яңы етәкселек һеҙгә эшмәкәрлегегеҙгә бәйле барлыҡ хәүефтәрҙе баһалау, билдәләү һәм тейешле контролләүгә
       һөҙөмтәлерәк юл табырға ярҙам итергә тейеш. Бында банкыларҙың күҙәтеү структуралары менән бәйләнеше лә ҙур әһәмиәткә эйә: контролдә тотоу органдары һеҙгә ниндәй талаптар ҡуя һәм һеҙ нисек итеп үҙ кредит йортоғоҙҙоң эшмәкәрлек механизмдарын уларға еткерәһегеҙ.
       Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, проект етәксеһе күҙлегенән сығып ҡарағанда, "Базель 2" - банкирҙың бизнесы. Һәм ул акционерҙар, вкладсылар һәм был эшмәкәрлеккә ҡыҫылышы булған башҡаларҙы яҡлауға йүнәлтелгән.
       Харри Штордель һүҙҙәре буйынса, донъяла 30 мең тирәһе бан к эшләй. Базелдә үҙ ваҡытында уларҙың структура, үҫеш дәрәжәһе, хеҙмәтләндереү кимәле буйынса төрлө булыуын бик яҡшы аңлағандар. Шуға күрә яңы Килешеүҙә, тип һөйләй проект етәксеһе, респторандағы кеүек, меню күп төрлө. Һайланырға мөмкинселек бар - салат менән генә сикләнәһегеҙме, әллә балы ҡ һәм шешлек тә алаһығыҙмы. Барыһы ла һеҙҙең мөмкинселек
       һәм теләктән тора.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал