6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Йәш хор йырсыларының финдарҙы әсир итеүе тураһында
29.06.05


       "Ышанығыҙ, һәм теләгегеҙ тормошҡа ашасаҡ!" - ти Өфө сәнғә т училищеһы хористкалары.
       Ошо ябай ҡағиҙәгә буйһоноп, шулай уҡ етәкселәре Эльвира Едиханованың тырышлығы арҡаһында, Ҡыш Бабайҙың тыуған иленә тәүге барыуҙарынан уҡ улар иң ҡиммәтле бүләктәрҙең береһе - Финляндия Халыҡ - ара вокаль музыка фестивале дипломы һәм алтын мисәт алып ҡайтты. Тамперҙа үткән был фестивалдең абруйы тураһында унда бөтә донъянан йыйылған
       алдынғы вокалистар һәм хор коллективтары ҡатнашыуы һөйләй. Был юлы әйтелгән сараға Финляндия, Япония, Швеция, Бөйөк
       Британия, Польша, Латвия, Рәсәй, АҠШ һәм башҡа илдәрҙән килгән 56 йыр коллективы сығыш яһаны. Рәсәйҙән килгән биш коллектив араһынан беҙҙеке генә ошондай юғары наградаға лайыҡ булды...
       - Ҡатнашыусылар исемлеген уҡығандан һуң миндә бер аҙ шик тыуған ине. Әммә мин кисерештәремде ҡыҙҙарға белдермәҫкә тырыштым, - ти Эльвира. - Минән айырмалы рәүештә тәрбиәләнеүселәрем бик оптимистик рухта ине.
       - Беҙ судьяларҙың юғары баһаһын алыуыбыҙға ышандыҡ, - тип
       дауам итә Анастасия һәм Евгения Медведевалар.
       Ҡыҙҙар фин телендә йырлай башлауҙары менән хужаларҙың йөрәген әсир итә: күптәрҙең күҙҙәрендә йәш күренә, хатта ҡул да сабалар. Баҡһаң, бындай конкурста алҡышламайҙар икән, сөнки һәр ҡатнашыусы бирелгән 15 минутта сығыш яһап өлгөрөргә тейеш. Әммә тәртипле финдар ҙа тыйылып ҡала алмаған.
       - Фестиваль йылдан йыл камиллаша бара. Зауыҡ менән, матур
       итеп уҙғарыла ул хәҙер. Финдар был сараға оҙаҡ әҙерләнә. Өҫтәүенә быйыл уның үткәрелә башлауына 30 йыл тула.
       Хор сәнғәтен Финляндияла йола тип әйтергә була. Бар урындарҙа ла - урамдарҙа, үҙәк китапханала ла йырлайҙар... Ө фө хор коллективына Тампер концерт залынан тыш протестант сиркәүендә, аттракциондар паркында ла сығыш яһарға мөмкинселек биргәндәр. Фестивалдә ҡатнашыусы коллективтар
       етәкселәрен ҡала ратушаһында ҡабул иткәндәр.
       Йәш йырсылар был сәйәхәттән тәьҫораттарға байып ҡайтҡан, һәм улар менән уртаҡлашҡанда Финляндия халының бик ҡунаҡсыл булыуын билдәләй.
       - Урамдарҙа беҙ тәмәке тартҡан кеше күрмәнек, - тип һөйлә й Алина Мәҡсүтова. - Беҙ йәшәгән йорттар эргәһендә (уларҙы ҡал а ситендә урынлаштыралар) торған фургондарға ҡала халҡы ял итергә йыйыла. Улар үҙҙәренең ял көнөн шешлек һәм биш кешегә бер шешә һыра менән билдәләй.
       Иң онотолмаҫ тәьҫораттар - фестиваль һәм уға әҙерлек, әлбиттә. Сығыш алдынан беҙ репетиция яһарға бер йорт верандаһында йыйылдыҡ, ул күл буйында урынлашҡан. Йырлаған в аҡытта унда иҫ киткес күренеш: тауыш һыу өҫтөнән кире әйләнеп ҡайта!
       Алина, Анастасия һәм Евгения менән бергә был илаһи матурлыҡты Эльвира Наил ҡыҙының тағы 18 тәрбиәләнеүсеһе күрә, донъяла иң билдәле сәхнәләрҙең береһендә сығыш яһау бәхетенә ирешә. Бының өсөн улар БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығына ҙур рәхмәтен белдерә.
       - Бындай абруйлы форумда ҡатнашып, ҡыҙҙарға хор йырсыһы һөнәренең донъяла абруй менән файҙаланыуын күрһәтергә теләгәйнем. Һәм был һөнәр менән шөғөлләнеүҙең мәғәнәһе бар, - бына ошондай оптимистик рухта тамамланы әңгәмәне Эльвира Наил ҡыҙы.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал