6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Миҙал "ауырыуы" кәмей
28.06.05


       БР Мәғариф министрлығы ялған миҙал эйәләренә ҡаршы иғлан ителгән "һуғышта" еңеп сыҡты тип әйтергә була. Быйылғы уҡыу
       йылы һөҙөмтәләре буйынса мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға т амамлаусылар һиҙелерлек кәмене. Эш түбәндә: республиканың тө п белем биреү ведомствоһы миҙалға дәғүә итеүсе мәктәп сығарылыусыларҙың имтихан биреү тәртибен тикшерергә ҡарар ит те. Әйтелде - тимәк эшләнде. Яңы саралар шунда уҡ, йәғни быйылғы йыл сығарылыусыларында һынап ҡаралды.
       Һөҙмтәлә үткән сығарылыш кисәләрендә үткән йәйҙәге кеүек 896 түгел, ә 662 кисәге ун беренсе синыф уҡыусылары алтын миҙал менән наградланды. Көмөш миҙал уңышы ла быйыл аҙыраҡ - 2868, былтыр уның һаны 3127 - гә еткәйне.
       Республикала "Уҡыуҙағы уңыштары өсөн" наградаһына дәғүә итеүселәр йылдан йыл үҫә башлауы һиҙелде. Әгәр 1997 йылда
       уларҙың һаны бары тик 374 кенә булһа, 1998 йылда 532 гә етт е, 2003 йылда "алтын" сығарылыусылар 795, 2004 йылда - 896
       иҫәпләнде.
       Уҡыу йорттарында "алтын" һәм "көмөш" абитуриенттарҙың
       артҡандан артыуы вуз вәкилдәрен дә аптырауға һалды. Мәктәп сығарылыусыларының белемдәре лә күп осраҡта мәктәптә бирелгән баһаға тап килмәүе асыҡланды. Бер һүҙ менән әйткәндә, ялған миҙал эйәләренең абруйы төшкәндән төштө.
       Был хәл БР Мәғариф министрлығында үткән йыл аҙағында
       тикшерелде. Миҙалға ҡағылышлы оҫта манипуляцияларҙың урындарҙа, район һәм ҡала мәғариф идаралығында эшләнеүе бер кем өсөн дә сер түгел ине инде. Бындай алдауҙарға юл ҡуйырға ярамай, әлбиттә. Һәм Мәғариф министрлығы күргән тәүге сара булып алтын һәм көмөш миҙалға дәғүә итеүселәрҙең яҙма эшен тикшереүҙең яңы алымын индереү торҙо. Уға ярашлы и мтихан һорауҙарын тикшереүгә талаптар ҙа көсәйтелде. Хәҙер улар Мәғариф министрлығының штампы ҡуйылған биттәрҙә (уларҙың һаны ҡаты иҫәпкә алынды) башҡарыла. Артабан улар имтиханға бирелшән ваҡыт бөтөү менән район мәғариф бүлектәренә тапшырыла. Эштәр мәктәп - район комиссиялары тарафынан тикшерелгәндән һуң, икенсе көнөнә республиканың Мәғариф министрлығына килтерелә.
       Күрелгән саралар һөҙөмтәһен оҙаҡ көттөрмәне. Республиканы ң миҙал комиссияһына район һәм ҡалалар рус теле һәм әҙәбиәте
       буйынса 704 эш ( үткән йыл менән сағыштырғанда аҙыраҡ), алгебра буйынса 168 эш тапшырҙы. Алдан бирелгән заявкалар буйынса алтын миҙалға дәғүә итеүселәр һаны күберәк ине. Эштәрҙең бер өлөшөн урындағы комиссиялар баш ҡалаға ебәреү к әрәк тип тапмаған.
       Бынан тыш, республиканың миҙал комиссияһы ағзалары урындағы комиссияларҙың дөрөҫ баһа ҡуйыуҙарын тикшереү өсөн көмөш миҙалға дәғүә итеүсе сығарылыусыларҙы ла ҡабатлап тикшерҙе. Мәғариф министрлығында ике предмет буйынса 800 - гә яҡын эш тикшерелде. Ун туғыҙын иҫәпкә алмағанда, урында ҡуйылған баһалар ғәҙел тип табылды.
       Үткән йылдарҙа имтихан тапшырыусылар инша яҙыуҙы хуп күрһә, быйыл уларҙың өстән ике өлөшө ижади эш менән изложение яҙыуҙы һайлаған. Миҙалға дәғүә иткән сығарылыусыларҙың күпселеге алгебра буйынса мәсьәләләр систе.
       БР Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, тикшереүҙең яңы алымдарын индереүҙең ыңғай яғы белем биреү учреждениелары, уҡытыусы һәм уҡыусыларҙың эш сифаты өсөн яуаплылығы артыуҙа күренә.
       Республиканың мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, үткән уҡыу йылында яҙма имтихан эштәре үткәреү тәртибен тикшереү ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал