6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Улар иҡтисадты алға әйҙәй
27.06.05


       Беҙ материалдар яҙған ручканы, йәки шул уҡ материалдарҙы
       тиҙ арала яҙып оҙатырға мөмкинселек биргән факсты кемдеңдер уйлап табыуы тураһында беҙ күп булһа йылына бер тапҡыр хәтергә төшөрәбеҙҙер. Уйлап табыусы һәм рационализаторҙар
       көнөндә. Кешелек йәмғиәте шулай төҙөлгән инде: барлыҡ уңайлылыҡтар менән файҙаланабыҙ, ә бына уларҙы уйлап табыусылар кем булыуы беҙҙең өсөн барыбер.
       Ә шул ваҡытта был таланттар үҙ кабинеты, лабораторияһы, цехтарында, өй шарттарында һиҙҙермәйенсә генә фәнни - техник
       прогресс юлы буйлап алға барыуын дауам итә.
       Әйткәндәй, беҙҙең республика ла үҙенең уйлап табыусылары
       һәм рационализаторҙары менән ғорурлана ала. Беҙҙең төбәктә уларҙың күпселеге поизводство өлкәһендә барлыҡҡа килә. Шулай
       булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр, һуңғы йылдарҙағы мәғлүмәттәрҙе анализлап, уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ әүҙемлегенең түбәнәйеүен билдәләй. Ышанмайһығыҙмы Ул саҡта һандарҙы сағыштырып ҡарайыҡ: әгәр 1994 йылда 126 уйлап табыу һәм 8500 рационализаторлыҡ тәҡдиме файҙаланылһа, 2004 йылда был һандар, ярашлы рәүештә, 19 һәм 5248 тәшкил итә. Уларҙы файҙаланыуҙан эшләнгән экономия 1994 йылда 11, 3 миллиард һум булһа, бер йыл элек, ҡыҙғанысҡ а ҡаршы, - 429 миллион ғына.
       Был хәүефле хәл нимә менән бәйле Нимә беҙгә республикала
       интеллектуаль потенциалды арттырырға, рационализаторҙар хәрәкәтен әүҙемләштерергә, ошо юҫыҡта эшләүсе яңы быуынды үҫ терергә ярҙа итер Уйлап табыусы һәм рационализаторҙарҙың һө нәри байрамдары алдынан "Башинформ" агентлығында үткән "түңә рәк өҫтәл" артында ошо турала һүҙ барҙы.
       Был мөһим сараны ойоштороусы Сауҙа - сәнәғәт палатаһы уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ эшмәкәрлек проблемалары ха ҡында һөйләшеүгә БР Хөкүмәте Аппараты белгестәре, ауыл
       хужалығы министрлығы, республиканың Профсоюздар
       федерацияһы, уйлап табыусы һәм рационализаторҙар, матбуғат вәкилдәре һәм башҡаларҙы саҡырҙы.
       БР сауҙа - сәнәғәт палатаһы рәйесе Борис Бондаренко үҙене ң сығышында билдәләүенсә, үткән йылда, уҙған ун йыл менән сағыштырғанда, рационализаторлыҡ тәҡдимдәре менән сығыш яһаусы авторҙар һаны ике тапҡыр кәмегән. Уйлап табыусылар менән дә шул уҡ хәл.
       Был күпселек осраҡта һуңғы йылдарҙа предприятие һәм ойошмаларға килгән етәкселәрҙең үҙ хеҙмәткәрҙәренең ижади мөмкинселектәрен баһалап етмәүе, ҡайһы ваҡыт штаттағы патент
       хеҙмәткәрҙәре һәм рационализация буйынса инженерҙарҙы ҡыҫҡартыуына бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә теге йәки был
       уйлап табыусы тәҡдим иткән яңылыҡтарҙың һөҙөмтәһен баһалап етмәүсе директорҙар осрай. Ишек төбөнән бороп сығарғандан һуң кем яңы чертеждар артына ултырһын инде. Дөйөм алғанда,
       советтар заманында предприятиеларҙа, ойошмаларҙа булған мөхит бөгөн килеп юҡҡа сыҡты тип әйтергә була.
       - Уйлап табыуҙың эштә файҙаланыуы, предприятиеға ыңғай финанс һөҙөмтә килтереүе бик мөһим, әлбиттә, - ти "БашНИИстрой" дәүләт унитар предприятиеһының баш инженеры Альфред Готман, - әммә уйлап табыусылар - ижади кешеләр мохтаж булған мораль ҡәнәғәтлек алыу тойғоһон да онотмаҫҡа кәрәк.
       Уйлап табыу эшмәкәрлегендә тағын бер проблема - интеллектуаль эшмәкәрлектең емештәрен баһаларға, производство алған килемдә уйлап табыусының өлөшөн билдәләргә мөмкин булған берҙәм методиканың булмауы. Ҡайһы в аҡытта был бик ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра, тип билдәләне "түңәрәк өҫтәлдә" ҡатнашыусылар һәм был һорауҙы тиҙ арала хәл итергә кәрәк тигән фекер менән килештеләр.
       Интеллектуаль мөлкәтте, йәғни уның һөҙөмтәләрен яҡлау һорауында ла туҡталды бөгөнгө сараға йыйылыусылар. Сауҙа - сәнәғәт палатаһы рәйесе Борис Бондаренко әйтеүенсә, беҙ йыш
       ҡына махсуслаштырылған экспозицияларҙа республиканың иң "аҡыллылары" булдырған производство өлгөләрен күрһәтәбеҙ, тик уларҙың авторлығын нығытҡан ҡағыҙҙары булмай. Һөҙөмтәлә сит ил кешеләре башҡорт стендтары тирәһендә әйләнә, т ырышып - тырышып блокноттарына нимәлер яҙа, фотоға төшөрә, б ер ни тиклем ваҡыттан һуң үҙ илдәрендә ошо уҡ "яңылыҡты" булдыра, патент ала һәм планетаның алдына сыға.
       Әйткәндәй, бында интеллектуаль мөлкәтте яҡлауҙа квалификациялы ярҙам күрһәтеүсе "Баштехинформ" патент - консультация үҙәге тураһында әйтеп китмәйенсә булмай. Уның директоры, техник фәндәр кандидаты Фәрит Әлмәтов һөйләүенсә,
       һуңғы йылдарҙа бында кәңәш, ҡағыҙҙарҙы дөрөҫ итеп тултырыуҙа ярҙам һорап ике мең тирәһе кеше мөрәжәғәт иткән. Патент - консультация үҙәге беҙҙең сәнәғәт флагмандары - нефтселәр, машина төҙөүселәр, энергетиктар һәм башҡалар менән эш алып бара, кесе эшҡыуарлыҡ, эшҡыуарҙар менән дә мөнәсәбәте уңышлы.
       Дөйөм алғанда, "Баштехинформ" белгестәре республикала уйлап табыу ярайһы уҡ юғары кимәлдә тора тип иҫәпләй. Беҙҙең
       федераль округта Башҡортостан был йәһәттән өсөнсө урын биләй, уйлап табыуҙар буйынса лидер - Һамар өлкәһенән бер аҙ
       ҡалыша ( 6,5 процент), файҙалы моделдәр буйынса унан 70 процентҡа һәм сәнәғәт өлгөләре буйынса 42 процентҡа бирешә. Проблема уйлап табыуҙарҙы файҙаланыуға ҡайтып ҡала. Нәҡ ошо процесс теләгәнсә әүҙем бармай. Был күрһәткес буйынса, Волга
       буйы федераль округында Һамар һәм Пермь өлкәләренән һуң
       "бронзаны" алып киләбеҙ, тип хәбәр итте Фәрит Әлмәтов. Интеллектуаль мөлкәтте файҙаланыу буйынса беҙҙән һуң Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе килә.
       Өҫтә әйтелгән поблемаларҙы дөйөмләштереп һәм Рәсәй төбәктәре эшенең практикаһына таянып, Башҡортостан Хөкүмәте,
       Сауҙа - сәнәғәт палатаһы һәм урындағы Профсоюздар федерацияһы 2005 - 07 йылдарға ҡул ҡуйылған Генераль килешеү ҙә республикала уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ хәрәкәтен яҡлау буйынса йөкләмәләрҙе ҡараны. Был документҡа таянып, сауҙа - сәнәғәт ведомствоһы министрҙар кабинетына Башҡортостанда рационализаторлыҡ эшенең үҫеше буйынса саралар тураһында ҡарар проекты тәҡдим итте. "Башинформда" о срашыу башланыр талдынан ғына БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов ҡарарға һәм рационализаторлыҡ т әҡдимдәр тураһында положениеға ҡул ҡуйҙы. Белгестәр һәм журналистар уның копияларын ксерокстан һуң һыуынып та
       өлгөрмәгән килеш алды. Шәп бүләк, шулай бит
       Был документ өҫтөндә эшләүселәр фекеренсә, ул яңы уйлап табыуҙар һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәр алдында тыуған проблемаларҙы хәл итеүҙә яҡшы ярҙам күрһәтергә тейеш. Әлеге ваҡытта 40 яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уйлап т абыусыһы һәм атҡаҙанған рационализаторы исемен йөрөтә,
       370 - тән ашыуы был исемде Башҡортостандың үҙендә яуланы. Үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләүселәргә "БАШвестЪ" гәзите илһам һәм яңы асыштар теләй!

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал