6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Кеҫә телефоныңдан яҙмайым тиһәң...
07.06.05


       Кеҫә телефондарын урлау беҙҙең замандың бер бәләһен ә әйләнде тип әйтеү шаштырыу булмаҫтыр, моғайын. Хәйер, мобильниктарҙы һәр ваҡыт урлап йәки тартып алалар тип әйтеү ҙә дөрөҫ түгел. Йыш ҡына беҙҙең ышанып барыусан граждандарыбыҙ телефонын үҙҙәре тоттороп ебәрә - таныш булмаған кешенең шылтыратып алырға рөхсәт һорап, һуңынан табан ялтыратыу осрағы һирәк түгел.
       Киров районының эске эштәр идаралығына ғына ла тәүлегенә уртаса алғанда алты - ун биш ошондай ғариза килә. Һәм бит әл е милицияға барыһы ла мөрәжәғәт итмәй. Ҡалғандар быны файҙаһыҙ ваҡыт үткәреү тип бара. Ниндәйҙер кимәлдә был дөрөҫ
       тә. Киров районының эске эштәр идаралығы хеҙмәткәре Азамат Ильясовтың һүҙҙәре буйынса, практика енәйәттең был төрөнөң 30 проценты ғына асылыуын күрһәтә. Ә үҙ телефоныңа ҡабаттан эйә булыуына ышаныс унан да аҙыраҡ, беренсе сиратта телефонды түгел, уны урлаусыны эҙләйҙәр бит.
       Милиционерҙар әйтеүенсә, кеҫә телефондарын урлау йәһәтенән
       шымарып бөткән оҫталар етерлек. Көнөнә урлау йәки алдау юлы
       менән биш - алты телефонға хужа булыусылар бар. Быны эшләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ, ти улар. Граждандар һәр ерҙә: туҡталыштарҙа, йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, урамда ла телефонынан яҙыуы ихтимал. Һуңғы арала уҡыу йорттарында бурлыҡ осраҡтары йышайҙы. Һәм енәйәтселәр һәр ваҡыт студентт ар түгел. Йыш ҡына институтҡа төптө сит кешеләр ҙә инеүсән.
       Башҡа кеше иҫәбенә байырға теләүселәр өсөн кеҫә телефоны
       бик уңайлы әйбер булыуын әйтергә кәрәк. Беренсенән ул компактлы - кеҫәгә һалып ҡуйырға була, әйтәйек, кеҫәһендә алтын алҡалар ятҡан йәки аҡса янсығы икәү булған егеттән айырмалы рәүештә, уның эйәһе шик тыуҙырмай. Иң мөһиме, телефонды тиҙ арала аҡсаға әйләндерергә була. Һәм был бөгөн
       милиция алдында торған төп проблемаларҙың береһе. Сөнки хатта абруйлы пункттарҙа ла ниндәй ҙә телефонды һатырға була . Һәм бында идентификация номерының да файҙаһы аҙ. Беренсенән, телефонды йыш ҡына уның хужаһы милицияға
       мөрәжәғәт иткәнсе һатып өлгөрәләр. Икенсенән, кеҫә телефондарын урлау оҫталары менән бергә телефондың "уникаллеген" юҡҡа сығарыусылар ҙа эшләй. Хакерҙар тыйылған компьютер программаһы ярҙамында телефондың "мейеһенә" үтеп инә һәм уның йөкмәткеһен үҙгәртә.
       Һөйләшеү аҙағында Азамат Ильясов кәрәҙле телефон
       хужаларына бер нисә кәңәш бирҙе. Ниндәй осраҡта ла үҙ телефонығыҙҙы таныш булмаған кешегә тоттормағыҙ. Ҡатын - ҡыҙҙар һәм балаларҙың телефонды муйынға аҫып йөрөргә
       яратыуы йыш ҡына уның тартып алыныуына килтерә. Ата - әсәләр бәләкәй балаларына ҡиммәтле телефондар алып
       бирмәһен ине. Бала - сағаның телефонын тартып алыу
       енәйәтселәргә бер ни ҙә тормай.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал