6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Күңел яраларын ваҡыт ҡына дауалай...
06.06.05


       Дүртенсе июнь көнө 16 йыл элек, 1989 йылда Оло - Теләк ян ында булған аяныслы ваҡиғаны хәтергә төшөрәбеҙ.
       ... Тын, йылы июнь төнө. Йәй башы. Мәктәптәрҙә күптән түг ел генә һуңғы ҡыңғырауҙар яңғыраны. Сығарылыусы синыфтарҙа өлгөргәнлек аттестатына имтихандар башланды. Бәләкәсерәктәр рәхәтләнеп ял итергә әҙерләнә - кемдер йәйге ялын пионерҙар йәки спорт лагерында, кемдер хеҙмәт отрядтарында, ауылда
       оләсәһе йәки ата - әсәһе эргәһендә үткәрергә йыйына. Йәй - өлкәндәр өсөн дә ял осоро. Күптәрҙе диңгеҙ үҙенә магниттай тарта.
       Адлер һәм Новосибирск тимер юлсылары өсөн дә был ябай эш көнө ине. Көньяҡта ял итеп, һаулығын нығытыусылар Адлерҙан ҡайтыу яғына табан юл ала, Новосибирскиҙан кешеләрҙе йылы яҡҡа илтеүсе поезд сыға. Юл ыңғайы ул Омск, Силәбенән
       пасажирҙар йыя...
       Ике пассажирҙар составы бер - береһенә ҡаршы килә. График
       буйынса улар ҡайҙалыр осрашырға тейеш. Тик юлда төрлө хәл булыуы мөмкин, әйтәйек, ауырлы ҡатынды тулғаҡ тота башлауы, доктор саҡыртыр өсөн поезды тиҙ арала туҡтатырға кәрәк һ. б. .. Поездарҙың береһе өсөн был график боҙола.
       1742 - се километр һәм Ләмәҙ араһындағы юлда был поездар осрашырға тейеш инеме Тик улар тап ошо урында тап килешә. Һәм тап ошо урында тимер юлды нефть үткәреү магистрале киҫеп үтә. Уның төҙөк булмауы, тимәк, кемдеңдер эшен теүәл үтәмәүе, битарафлығы тимер юл афәтенә килтерә.
       Ҡот осҡос шартлау яңғырай. Адлер һәм Новосибирскиҙан килгән поезда 1300 - ҙән артыҡ кеше була. Һәм ошо халыҡ бер
       юлы шартлау көсөн, ут ялмап алыуын тоя.
       Һәм туҙбаш йыландар күп булған Йыланлытауҙы уратып тыныс ҡына аҡҡан Сим йылғаһынан алыҫ түгел, һандуғастар һайраған
       йәшел урман янында ҡот осҡос хәл башлана... Янғын... Ағаста р, вагондар, кешеләр - барыһы ла яна. Ярҙам һорап ҡысҡырыуҙа р, ыңғырашыуҙар, үлемесле тауыштар, үрһәләнеүҙәр...
       Ул хәлгә 16 йыл үтте. Бер тәүлектән юл тергеҙелә, магистр аль
       яңынан эшләй башлай. Ә кешеләр Мөмкин булғандарын медиктар, ирекле донорҙар, кеше ҡайғыһына битараф булмаған
       ябай кешеләр үлемдән йолоп ҡала. Һәләк булғандар асыҡлана. Башта ваҡытлыса һәйкәл - 1710 - сы километрҙа булған фажиғә яҙылған таш ҡуйыла. Ҡара янған ергә ҡарағайҙар, шыршы
       ағастары ултыртыла...
       Өс йылдан һуң был урынға ҡуйылған гранит һәйкәлдә шартлау
       ҡойоно ғүмерҙәрен ҡыйған 575 кешенең исемдәре уйып яҙылған.
       Башҡоростандың был өлөшө Новосибирск, Адлер, Омск, Силәбе, Өфө, Ульяновск һәм башҡа ҡала һәм ауылдарҙа йәшәүсе j       Афәт булған йылы мин Йыланлытау эргәһендә умарталыҡта эшләй инем. Барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Йөрәгем аша үткәрҙем. Һәм йыл да хәтер көнөндә бәлә булған урынға киләм.
       Ҡара янған ер аҡрынлап йәшел үлән менән ҡапланған кеүек, яйлап тән һәм күңел яралары ла уңала. Кешенең сыҙамлылығына иҫең китерлек. Бына, мәҫәлән, балалары һәләк булған ата - әс ә бала табыу йортонан сабый алып, уны күҙ ҡараһындай ҡарап үҫтерә. Бына шундай ата - әсә ҡыйыулығы - Светлана һәм Евгений Райсих үҙҙәренең улы һәләк булып бер ай үткәс, ата - әсәһе баш тартҡан малайҙы алып, уға улдарының исемен ҡуша. Тағын өс йылдан бер ҡыҙсыҡты, бер аҙ ваҡыт үткәс әсәһе ташла п киткән тағы ағалы - һеңлеле ике баланы алалар. Уларҙың бөг өн ни тиклем бәхетле булыуҙарын күрһәгеҙ ине һеҙ!
       Берҙән - бер улдары йәки ҡыҙҙары һәләк булған әсәләр бар. Әммә улар әлегә тииклем быға ышанмай, сөнки улар тураһында бер хәбәр ҙә юҡ, һәләк булыусылар араһында ла уларҙы танымағандар. Миңә бер әсә былай тине: "Ҡыҙым аяҡһыҙ,
       ҡулһыҙ, хатта иҫен юғалтҡан булһа ла, ризамын, бары тик тер е генә булһын ине".
       Ҡыҙы һәм кейәүен, уларҙың ун айлыҡ ҡыҙын юғалтҡан өлкән йәштәрҙәге ҡатындың күҙ йәштәрен онота алмайым. Ун ике йылдан ашыу ул йоҡо бүлмәһендә ейәнсәренең коляскаһын һаҡлай, ниндәйҙер мөғжизә көтә. Тере булһа ул ҡыҙға бөгөн ун ете йәш тулып, сығарылыу имтихандарын тапшырып йөрөгән булыр ине...
       Эйе, ваҡыт бик тиҙ үтә. Һәм кешегә бирелгән тормош йылдар ы ла һанаулы. Шуға күрә үҙеңдең дә, башҡа кешеләрҙең ғүмерен ә бик һаҡ ҡарашта булырға, һәр минутын ҡәҙерләп үткәрергә кәрәк. Бәләләр ҙә кешенең үҙенән тора. Көн дә теге йәки был урында бәхетһеҙ хәл булыуын ишетәбеҙ. Башҡортостан ерендә Мәскәүҙән 1710 - сы километр тигән урын бар. Уға баш эйәйек һәм ғүмерҙең фанилығы тураһында уйлайыҡ.

Алевтина Бугайчук.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал