6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Өфөлә фашистар күренә башланымы
06.06.05


       "Бөгөн кемде булһа ла үтерергә тура килеүенә һин һәр ваҡ ыт әҙер булырға тейеш", - скинхедтарҙың төп лозунгыларының береһе ошолайыраҡ яңғырай. Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы эргәһендәге ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, "иң юғары р асаның" таҡыр башлы вәкилдәре Өфөлә лә барлыҡҡа килгән. БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙҙа таҡыр итеп ҡырылған баштарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында тәүге мәғлүмәт милицияға быйылғы й ыл башында килә. Февраль айында скинхедтарҙың беренсе
       ҡорбаны - нефть университетының дүртенсе курс студенты, Ангола Республикаһы гражданины. Егеттәр уны студенттар ҡаласығында тотоп туҡмай һәм курткаһын һәм документтарын талап ала. Бер аҙнанан һуң ошондай хәл тағы ҡабатлана - 26 йәшлек Вьетнам егете туҡмалыуға дусар була. Был енәйәттәр буйынса Орджоникидзе районының эске эштәр идаралығында талау һәм хулиганлыҡ өсөн енәйәт эштәре асыла. Әммә тикшереү
       барышында ҡулға алынған өфөлөләр үҙ ҡылыҡтарының сәбәбе тураһында һөйләгәс, эштең күпкә етди булыуы аңлашыла.
       Бөгөнгө көндә енәйәтсел төркөмдөң һигеҙ ағзаһы билдәле. Фашист хәрәкәтендә ҡатнашыусының иң йәшенә ун дүрт тулған. У лар аҡ расаның өҫтөнлөгө идеяһын күтәрә: фашистар
       символикаһы төшөрөлгән кейем кейә, Гитлерҙың тыуған көнөн
       билдәләй һәм сит ил, башлыса Азия һәм Африканан сыҡҡан студенттарға көс төшөрә. Хәрәкәт идеологтарының береһенең фатирында оперативниктар антисемитизм тураһында дәреслектәр, фашист символикаһы төшөрөлгән листовкалар һәм с кинхедтар әҙәбиәте таба.
       Милиция хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәренә ҡарағанда, скинхедтар
       бынан тыш күмәк саралар, байрам, спорт ярыштары ваҡытында тәртипһеҙлек, һуғыш ойоштороу менән дә шөғөлләнгән.
       Республика прокуратураһында "Милли, раса һәм дин - ара дошманлыҡ мөнәсәбәте булдырған өсөн" енәйәт эше асылған.
       Оперативниктар бөгөн Өфө таҡыр баштарының "эшлекле контакттарын" асыҡлау өҫтөндә эшләй. Мәғлүмәттәр буйынса, улар Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге фашистар менән әүҙем хеҙмәттәшлек булдырған. Тикшереү сиктәрендә, Дүртенсе рейх һалдаттары (скинхедтар үҙҙәрен шулай тип атай) һаны бер нисә тиҫтәгә етеүе мөмкин.
       Скинхедтар хәрәкәте СССР тарҡалғандан һуң, ауыр заманда барлыҡҡа килде. Һәм уны андеграунд күренеш, үҙ ваҡытындағы
       рок, битломания кеүек, йәштәрҙең ижтимағи - сәйәси
       үҙгәрештәргә реакцияһын белдереүе тип әйтеп булмай. Скинхедтар - ксенофобия, расистлыҡ, милләтселек күренеше. Таҡыр баштарҙың күпселеге - кистәрен нимә менән шөғөлләнергә белмәгән маргиналдар. Ҡайһы бер идеологик рухландырыусылар уларҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙалана ла инде. " Холокост" фондынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Рәсәйҙә ошондай әтрәгәләмдәр 50 меңдән артыҡ иҫәпләнә.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал