6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Планета ярҙамға мохтаж
06.06.05


       Белгестәр баһалауы буйынса, республикабыҙ экологияһы көсөргәнешл е хәлдә ҡалыуын дауам итә, ул контроль органдарының ғына түгел, һеҙҙе ң менән беҙҙең ярҙамға ла мохтаж. Бөтә донъя тирә -яҡ мөхитте һаҡлау кө нө алдынан "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан тәбиғи ресурстар министрлығының экологик хәүефһеҙлек бүлеге начальнигы Илдус Исламов та ошо турала һүҙ алып барҙы.
       Беҙҙең республика экологияһына дүрт меңгә яҡын сәнәғәт предприятиеһы һиҙелерлек кире йоғонто яһай. Әммә төп бысратыусы булып
       автотранспорт ҡала: атмосфераға сығарылған газдарҙың 61,3 проценты у ға тура килә. Был проблеманы хәл итеү өсөн БР Тәбиғи ресурстар министрлығы "Таҙа һауа" операцияһы үткәрә, уның сиктәрендә бысраҡ
       газдарҙың нормативын тәьмин итеүҙе контролдә тотоу һәм барлыҡ автопредприятиелар тарафынан тәбиғәтте һаҡлау закондарының күҙәтелеүе
       ҡарала. Үткән йылда республика Хөкүмәте газ яғыулығын әүҙемерәк ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Һөҙөмтәлә шыйыҡ газ менән тәьмин
       итеү селтәре киңәйә, транспортта зәңгәр яғыулыҡ файҙаланыу ғәҙәти күренешкә әйләнә.
       Тирә - яҡ мөхитте бысратыусылар иҫәбенә яғыулыҡ - энергетика комплексы предприятиелары ла инә. Уларҙың зарарын ике юл менән кәметеп була, тип һөйләй Илдус Вәғиз улы: зарарлы ҡушылмаларҙан таҙартыу һәм бысратыу сәбәптәрен юҡҡа сығарыу. Һуңғыһы айырыуса һөҙөмтәле һәм сығымһыҙ сара, әммә ул яңы технологиялар индереүҙе, тимәк тейешле күләмдә инвестиция талап итә. Быны предпирятиелар әлегә
       теләп башҡара тип әйтеүе ҡыйын. Бысраныу сәбәптәрен юҡҡа сығарыу йәһәтенән "Өфөнефтехим" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Учалы тау - байыҡтырыу комбинаты" яҡшы ғына һөҙөмтәләргә өлгәшә.
       Производство ҡалдыҡтары ла ҙур проблема тыуҙыра. 2004 йыл эсендә беҙ 11 миллион тонна ҡалдыҡтар барлыҡҡа клтергәнбеҙ! Санкцияланған һә м санкцияланмаған өс меңгә яҡын сүплек бар. Әйткәндәй, санкцияланмаға н сүплектәр булдырған өсөн РФ административ кодексының 8. 1, 8. 2
       статьялары буйынса яуапҡа тарттырыу ҡаралған. Сүплекте һеҙ ойоштормаған хәлдә лә, әгәр ул һеҙҙең территорияла икән, яуаплылыҡ барыбер хужаға йөкмәтелә. Йәғни, әгәр территория муниципаль унитар предприятиеныҡы икән, тимәк уны ошо предприятие таҙалыҡта тоторға тейеш. Ә инде ғәйепле кеше йәки предприятие һеҙгә мәғлүм икән, контролдә тотоусы органды көтөп тормайынса, 91 - 42 - 01 телефоны буйынса диспетчерға шылтыратыу хәйерлерәк.
       Полигондарға килгәндә инде, уларҙың һаны, сүплектәрҙән айырмалы рәүештә, аҙ, бары 17 генә, тағын 13 полигон проектта ҡала. Улар заман технологиялары буйынса төҙөлә һәм үҙен хөрмәт итеүсе һәр район ҡалдыҡтарҙы сығарып түгер өсөн үҙ полигонын булдырырға тейеш. Ошо эште юлға һалыу маҡсатында 2003 йылда Башҡортостанда БР "Тәбиғәт" дәүләт унитар предприятиеһы төҙөлдө. Уның төп бурысы - республикала
       ҡалдыҡтарға идара итеүҙең һөҙөмтәле эшләүсе дәүләт системаһын булдырыу. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡтың ике биҫтәһендә "Тәбиғәт" ҡалдыҡтарҙы тәүге стадияһында уҡ сорттарға бүлеү буйынса эксперимент үткәрә, бының өсөн төрлө төҫтәге контейнерҙар һатып алынды.
       Бөтә донъя тирә - яҡ мөхитте һаҡлау көнөн экологтар, проблемалар етерлек булыуына ҡарамаҫтан, шат кәйеф менән үткәрә. Күптән түгел БР Тәбиғи ресурстар министрлығында төҙөлгән ижтимағи - экологик советта эшләүселәр ҙә кәйефте бер аҙ күтәрергә ярҙам итә. Мәҫәлән, пенсия йәшендәге Рәйсә Иҫәнбирҙина үҙ биҫтәһендә балалар менән бергә "Йәшел патруль" төҙөгән.
       Матбуғат конференцияһы геройҙары һөйләшеү аҙағында экологтар алда
       әйтелгән проблемаларҙы үҙҙәренең көсө менән генә еңеп сыға алмаясаҡ, тип белдерҙе. Шуға күрә беҙҙең һәр беребеҙгә үҙ планетабыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булырға кәрәк. Ул быға мохтаж.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал