6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Тауҙар буйлап елдәй елеп
06.06.05


       Өфөлә тәүге тапҡыр маунтинбайк, йәки, рус теленә тәрже мә иткәндә, тау велосипеды буйынса рәсми ярыштар уҙҙы. Волга буйы федераль округы беренселегендә ҡатнашыу өсөн дүрт төбәктән 67 спортсы килде - улар спорттың кросс - кантри төрөндә ярышты.
       Маунтинбайк үҙ эсенә бер нисә төр ярышты ала. Популярлылы ҡ буйынса беренсе урында кросс - кантри, йәки махсус велосипедта тау һуҡмаҡтары буйлап йөрөү инә. Уларҙы үтеү ҡатмарлыраҡ булған һайын яҡшыраҡ тип һанала. Өфөлә ярыштар " Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексы эргәһендә урынлашҡан м ахсус трассала барҙы. Бер түңәрәк дүрт километр 200 метрға
       тап килә. Дөйөм алғанда, ҡунаҡтар, ярышта ҡатнашыусылар һәм
       тренерҙар трассаның ҡатмарлылығын маҡтап телгә алды, старт - финиш урындары уңайлы урынлашҡан тип тапты. Ҡайһы берәүҙәр ғәҙәттә юғары кимәлдәге ярышта асфальт аҙыраҡ - 10 - 12 процент ҡына булырға тейеш тип иҫәпләүен белдерҙе, "Биатлонда" иһә яҡшы юл күберәк, трассаның сама менән 40 процент тирәһе асфальт менән ҡапланған.
       Ярышта Башҡортостан, Сыуаш Республикаһы, Удмурт Республикаһы һәм Пермь өлкәһенән килгән спортсылар һынау тотто. Беҙҙең республика намыҫын Өфө һәм Туймазы велосипедсылары яҡланы. Спорттың был төрө күптән үҫешкән Сыуаш һәм Удмурт республикалары вәкилдәре Рәсәйҙә алдынғы ур ын биләй. Беҙҙең республикала иһә әлегә маунтибайк мәктәбе юҡ. Башҡортостан намыҫын башлыса "шоссейниктар" - "Ағиҙел" в елоүҙәге тәрбиәләнеүселәре яҡланы, улар үҙҙәре өсөн ғәҙәти булмаған төрҙә ярышты. Спортсылар июль аҙағында Ҡыштымда
       үтәсәк Рәсәй буйынса маунтинбайк беренселегенә үтеү хоҡуғы өсөн көрәште.
       Ярыш программаһы буйынса, беренсе көнө 4,2 километрға уҙыштар ойошторолдо. Ҡыҙҙар араһында приз яулаусылар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе - Ольга Гагарина (Сыуашстан ), икенсе - Софья Шашова ( Удмурт Республикаһы), өсөнсө урын да шулай уҡ Удмурт Республикаһы өсөн көрәшеүсе Екатерина Петрова. Башҡорт спортсылары араһынан Илһөйәр Шәрәфетдинова бишенсе урында. Ике көн һөҙөмтәләре буйынса Илһөйәр иң яҡшы дүрт спортсы иҫәбенә инде һәм Рәсәй беренселегенә квалификация үтте. Уның төп шөғөлө шорт - трек
       булыуын иҫәпкә алғанда, был бик яҡшы һөҙөмтә.
       Егеттәр араһында беренсе көндә Сыуаш Республикаһынан килгән спортсылар алда килде. Еңеүсе - Евгений Яковлев, икен се урында уның яҡташы Илья Иванов, өсөнсө урын Зайцевта. Башҡортостан өсөн сығыш яһаусы Өфө егете Никита Иванов дүртенсе. Ике көн һөҙөмтәләре буйынса ул шундай уҡ урын биләне һәм Рәсәй беренселеге финалына квалификацияланды.
       Икенсе көндө спортсылар старттан бергә ҡуҙғалды һәм етеҙл еккә ярышты. Егеттәр араһында алдан килеүсе 25,2 километрҙы 1 сәғәт 15 минутта, ҡыҙҙар араһында - 12,6 километрҙы 45 минут эсендә үтергә тейеш. Кросс - кантри ҡағиҙәләренә ярашлы, әгә р алдан килеүсе тейешле ваҡытта өлгөрмәһә, ул да, ҡалғандар ҙа тағы бер түңәрәк яһай, тимәк уны эҙәрлекләүселәрҙең алға сығырға мөмкинселеге барлыҡҡа килә. Был юлы ҡыҙҙар араһында еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: Екатерина
       Петрова (Удмурт Республикаһы), Ольга Гагарина (Сыуаш Республикаһы), Софья Шашова ( Удмурт Республикаһы). Егеттәр араһында беренсе урында Сергей Николаев (Удмурт Республикаһы), "көмөш" Илья Ивановта (Сыуаш Республикаһы), өсөнсө урында - Евгений Яковлев (Сыуаш Республикаһы). "Ағиҙелдең" иң көслө тәрбиәләнеүсеһе Иван Зимин бишенсе урында килде.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал