6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Реклама биреүселәр үҙ хоҡуғын яҡлауға иреште
02.06.05


       Өфөнөң күп һанлы рекламасылары иркен тын алып ҡуйған дыр, моғайын, уларға баш ҡала урамдарында һыра һәм тәмәкегә реклама бирергә рөхсәт ителде. Башҡортостан Республикаһының Конституция суды ошонда й ҡарар ҡабул итте.
       Бер ай элек БР Баҙар рекламаһында профессиональ ҡатнашыус ылар ассоциацияһының Өфө ҡала советы менән "эләгешеүе" хаҡында "Б АШвестЪ" хәбәр иткәйне инде. Быға сәбәп булып халыҡ һайланыу сыларының "Өфө ҡалаһында тышҡы реклама һәм мәғлүмәт средстволарын урынлашты рыу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен" индереүе торҙо. Был документ буйынса
       депутаттар баш ҡалабыҙ урамдарында тәмәке, һыра һәм спиртлы
       эсемлектәрҙең рекламаһын урынлаштырыуҙы тыйҙы. Бынан тыш реклама таҡталары ның араһы 75 метрҙан да кәм булырға, машина юлына 50 метрҙан
       да яҡыныраҡ ҡуйылырға тейеш түгел, тип раҫланды. Шулай уҡ рекламасыларға
       юл аша транспаранттар һуҙыу ҙа тыйылды. Электронг таблолар менән дә
       шундай уҡ хәл: улар юлға перпендикуляр торорға тейеш түгел. Ҡала совет ы шулай уҡ Өфөнөң власть органдары реклама йөкмәткеһен контролдә тоторғ а тейеш тип белдерҙе.
       Үҙҙәренең был ҡарарын депутаттар сәләмәт тормошҡа саҡырыу
       һәм юлдарҙа хәүефһеҙлеккә ҡаршы көрәш менән аңлатты. Әммә реклам а биреүселәр исеменән сығыш яһаусы "Эго - дизайн" студияһы дир екторы Андрей Егоров был документ тәмәке, һыра һәм спиртлы эсемлект әр етештереүселәрҙең хоҡуғын боҙоуҙан тыш, федераль закон һәм Конституцияға тап килмәй тип белдерҙе.
       Фемидаға хеҙмәт итеүселәр бер ай буйына кемдең хаҡлы булы уын асыҡланы һәм, ниһайәт, рекламасыларҙың һорауын тулыһынса
       ҡәнәғәтләндерергә тигән ҡарарға килде.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал