6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ике рәссам - ике яҙмыш
01.06.05


       Улар ағалы - энеле бер туғандар. Зөфәр һәм Илгиз т ыумыштары менән Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһынан .
       Уларҙың бала сағынан яратҡан шөғөлө һүрәт төшөрөү булыуын а шикләнергә тура килмәй. Ә Көньяҡ Уралдың гүзәл тәбиғәте та лантлы һәм хис - тойғоға бай малайҙарға художество мәктәбенд ә белем алған ваҡытта бирелеп китеп пейзаждар төшөрөргә лә мөмкинселек бирә.
       Танылыу яулаған рәссамдарға ни өсөн был һөнәрҙе һайлауы ту раһында һорау бирмәйҙәр, сөнки ғәҙәттә уны был юлға матурлыҡ ҡа булған һөйөүе, уны ҡағыҙҙа сағылдырырға теләүе алып килә.
       Ағалы - энеле Ғизетдиновтарҙың да шулай. Улар бер үк ваҡы тта тиерлек: 1985 һәм 1987 йылдарҙа Өфөнөң сәнғәт училищеһын тамамлай.
       Әммә Зөфәр менән Илгиз "бер ҡандан" булып, бер уҡыу йорто нда белем
       алһалар ҙа, уларҙың тормош һәм ижад юлдары төрлөсә.
       Зөфәр Ғизетдинов әле лә тыуған ҡалаһында йәшәй, картинала р яҙа. Ә үҙенең тормошҡа һәм ижадҡа булған фәлсәфәүи ҡарашын ул айкид о көрәше менән мауығыуы аша сағылдыра. Бөгөн ул айкидо оҫтаһы - ҡара билбау, өсөнсө данға эйә. БР Хәрби сәнғәт федерацияһының вице - през иденты һәм Бөтә донъя айкидо үҙәге ағзаһы (Токио, Япония) булып тора.
       Илгиз уҡыуын тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Шишмә ҡас абаһында эшләй. Инде егерме йыл дауамында ул Балалар сәнғәт мәктәбенд ә уҡыта. Уның тәрбиәләнеүселәре республика, Рәсәй һәм халыҡ - ара кон курс
       лауреаттары. Ә Илгиз Ғизетдинов үҙе балаларға эстетик тәрби ә һәм художество буйынса биргән белеме өсөн БР Мәҙәниәт министрлығ ының диплом һәм почет грамоталары менән наградланған.
       Зөфәр ҙә, Илгиз дә бер нисә тапҡыр башҡа рәссамдар менән бергә төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡаны бар, Зөфәр үҙенең шәхси күргәҙмәһен
       дә ойошторҙо. Ә инде уртаҡ күргәҙмә уларҙың күптәнге хыялы ине.
       Бөгөн Ғизетдиновтарҙың художество әҫәрҙәре "Ҡунаҡтар һарайы" галер еяһында ҡуйылған. Был уртаҡ күргәҙмә, әммә һәр авторҙың әҫәрҙәре айы рым урын биләй.
       Зөфәр Ғизетдинов япон фәлсәфәһенән илһам ала: ул аҡыллыла рҙың аҡылын хөрмәт итергә өйрәтә - "Уҡытыусы менән һөйләшеү", үҙ
       намыҫыңды һәм Ватаныңды һаҡларға ҡуша - "Аҡ самурай. Рух көсө". Автопо ртрет эштәре лә ҡыҙыҡһыныу уята - "Рәссам һәм Муза", "Һаҡлаусы фәрештә". Ә пейзаждар төшөрөлгән картиналарында күпме лирика! Улар өсө н рәссам уңайлы - оҙонса формат һайлаған.
       Илгиздең яҙмышы ҡатмарлы. Умыртҡа һөйәгенә зыян килеүе ар ҡаһында ул оҙаҡ ҡына урында ята һәм был ваҡыт эсендә йәшәйешен тотош ан ализлай. Пейзаж тематикаһынан христиан сәнғәтенә күсеүен ул үҙе умырт ҡа һөйәгенә операция эшләгән ваҡытта күргән фәрештәгә бәйләй. Кеше ғөмүм ән
       мөғжизәгә ышана, ә Илгиз өсөн был билдә - ҡотолоу, тулы ҡан лы тормошҡа әйләнеп ҡайтыуҙы аңлата. Һәм ул христиан китаптарын уҡый, өй рәнә башлай, боронғо рус фрескаларын хәтерләткән әҫәрҙәр ижа д итеүгә күсә.

Алевтина Бугайчук.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал