6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Спартак" бөгөн дә - чемпион!
01.06.05


       Быйыл "Спартак" физкультура - спорт йәмғиәте барлыҡҡа ки леүенә 70 йыл тула. Ошо сәбәпле "Башинформ" агентлығында рес публикабыҙҙың спартак хәрәкәте ветерандары журналистар менән осрашыуға килде.
       Юбилей уңайынан Мәскәүҙә лә тантана саралары үтеүен билдә ләп үтергә
       кәрәк. Байрамға Рәсәй һәм БДБ илдәрендә спартак хәрәкәтендә ҡатнашыусылар саҡырылды, улар араһында Башҡортостан вәкилдә ре лә бар ине.
       Тантанала ҡатнашыусыларҙы РФ Президенты Владимир Путин, Р Ф Хөкүмәте рәйесе Михаил Фрадков, РФ Федерация Советы рәйесе
       Сергей Миронов, РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Борис Грызлов ҡотла ны. Уларҙың сығышында "Спартак" йәмғиәтенең илебеҙҙең бер нисә быуын халҡы тормошо ндағы роле һәм әһәмиәте тураһында әйтелде.
       Был йәмғиәттең тыуған көнө тип 1935 йылдың 1 июне иҫәплән ә. Ошо көндө 70 йыл элек Башҡортостанда ла физкультура колле ктивтары һәм физкультура - һауыҡтырыу эшен башлап ебәреү өсө н биш кешенән торған ойоштороу бюроһы төҙөлә. Артабан "Спартак" спорт йәмғиәтенең өлкә һәм Өфө ҡала советтары барлыҡҡа килә. Ойошма үҫеүен дауам итә, Стәрлетама ҡ, Бөрө, Белорет, Бәләбәй, Благовещен һәм Дәүләкәндә ҡала һәм район с оветтары төҙөлә.
       Һуғыш алды йылдарында ойошмала 242 физкультура коллективы , йәки 150 мең кеше иҫәпләнә. Йәмғиәт структураһына 37 урта махсус уҡыу
       йорто, йәки 18 мең студент һәм уҡыусы инә. Физик яҡтан үҫеш кән, патриотик рухлы "спартаксылар" фашизмды еңеүгә лә үҙҙәренең ҙур өлөшөн индер ә.
       Бөйөк Ватан һуғышынан һуң спартак хәрәкәте тағы ла әүҙем эшләй башлай һәм СССР - ҙа физик культура һәм спорт үҫешенә булышлыҡ итә.
       1987 йылдың апрель айында профсоюздарҙың барлыҡ спорт йәм ғиәттәре үҙгәртелә һәм Бөтә союз профсоюздарының ирекле спорт йәмғиәт енә әүерелә. Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусы, "Спартак" йәм ғиәтенең президиум советы ағзаһы Анатолий Агашковтың һүҙҙәре буйынса,
       яңы ойошма үҙен аҡламай. 1997 йылдың мартында физкультура х әрәкәте алдынғыларының инициативаһы буйынса БР Министрҙар Ка бинетының "Республика "Спартак" физкультура - спорт йәмғиәте н ойоштороу һәм төҙөү тураһында" Ҡарары ҡабул ителә. Быны "ҡыҙыл - аҡ" хәрәкәттең икенсе тыуған көнө
       тип әйтергә була. Бөгөн "Спартак" системаһына биш йөҙгә яҡын коллектив и нә. Был йәмғиәт министрлыҡ һәм ведомстволар менән тығыҙ бәйләнештә э шләй һәм
       үҙенең төп бурысы тип физик культура, спорт - һауыҡтырыу са раларын халыҡтың көндәлек тормошона индереүҙе һанай. Физкультура - с порт
       сараларын ойоштороу һәм үткәреү - Башҡортостандағы бөгөнгө "Спартактың" да төп эшмәкәрлеге. Уның тарафынан ойош торолған саралар Ватанды һаҡлаусылар көнө, Халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар
       көнө, Бөйөк
       Еңеүгә 60 йыл тулыуы, ҡала һәм республика көнө, Башҡортоста н һәм Рәсәй
       Конституцияһы көнө, физкультурниктар көнө кеүек әһәмиәтле д аталарға арнала.
       Бөгөн республиканың Профсоюздар йортонда "Спартак" йәмғиә тенең барлыҡҡа килеүенә 70 йыл тулыуына арналған тантаналы йыйылыш
       үтә. Унда йәмғиәт ветерандары, министрлыҡ, ведомство, производство етә кселәре саҡырылған. "Спартак" йәмғиәтенең Халыҡ - ара һәм Рәсәй сове ты рәйесе, атҡаҙанған спорт мастеры Анна Алешинаның килеүе көтөлә.
       Башҡортостанда "Спартак" физкультура - спорт йәмғиәтенең ҡыҫҡаса тарихы һәм бөгөнгө хәле менән журналистарҙы был йәмғиәттең р әйесе Марат Әхмәлетдинов таныштырып үтте. Тик ҡоро факттар ғ ына "Спартактың" күп йыллыҡ тарихында булып үткән ваҡиғаларҙы тулыһынса һүрәтләй алмай, әлбиттә. Күпме кеше ошо хәрәкәт арҡаһында физкультура һәм сп ортҡа
       яҡыная, нисәмә команда барлыҡҡа килә! Был хәрәкәт ветеранда рының береһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостан Республика һының атҡаҙанған культура эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, С ССР - ҙың физик культура отличнигы Виктор Некрасовтың сығышы хис - той ғоға бай
       булды. Ул үҙенең "Спартак" йәмғиәтенә килеп эләгеүен хәтер ләне, Башҡортостанда был хәрәкәттең башында тороусыларҙың ни тикле м талантлы һәм ябай булыуҙары тураһында һөйләп үтте. Фашиста рға ҡаршы һуғыш башланғанда йәш спортсы Некрасов спартаксылар хәрәкәте менән  яҡшы таныш була. 1950 йылда демобилизациянан һуң Виктор Борисович
       тағы спортсылар сафына баҫа, акробатика, гимнастика менән шөғөллә нә, футбол
       уйнай.
       Ветеран бөгөнгө йәмғиәткә лә физкультура - спорт йолалары
       менән араны өҙөргә ярамай, тип иҫәпләй. Футбол яландары, волейбол һәм ба скетбол
       майҙандары төҙөргә кәрәк. Һәр биҫтәлә балалар үҙҙәренең яра тҡан спорт төрө менән шөғөлләнеү мөмкинселегенә эйә булырға тейеш - шул
       саҡта беҙҙең тормошобоҙҙа социаль проблемалар ҙа аҙыраҡ бул ыр ине, ти ул.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал