6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Көрәш - батырҙар һөнәре
31.05.05


       Өфөлә көрәш буйынса өсөнсө Рәсәй чемпионаты тамамланды. Тә ьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән белгестә р барыһы ла бер тауыштан Башҡортостан батырҙарының сығышын уңышлы тип табыуы н белдерҙе.
       - Ике алтын миҙал - бик яҡшы! - ти улар. - Бында бит иң к өслөләр йыйылған! Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгәндәр. Һәм
       ошондай конкуренцияла күпме
       приз яуланыҡ!
       Ысынлап та беҙҙең аҡһаҡалдар менән килешмәү мөмкин түгел. Көрәшселәрҙең бындай юғары кимәлдәге әҙерлеген күрергә тура килгәне юҡ ине әле. Ярыштар үтә көсөргәнешле булды, күп кенә
       осраҡта уның кем файҙаһына тамамланырын күҙаллауы мөмкин дә түгел ине. Көрәш алымдарын башҡарыу оҫталығы йыш ҡына тамашасыларҙы урындарын ан һикереп тороп көрәшселәрҙе алҡышларға мәжбүр итте.
       Ирекле стиль - билбауҙар менән алышыуҙа - беҙҙең батырҙар
       Татарстан вәкилдәренә ҡарағанда ла күберәк миҙал яуланы. Был төрҙә баш ҡорт батырҙары иң көслө спортсыларын алып килгән Мәскәү командаһы н да артта ҡалдырҙы. Рәсәйҙең баш ҡалаһынан килгән командала
       - өс "бронза" һәм "алтын". Башҡортостанда - "алтын" (Ринат Еникеев), "көмөш" ( Сергей Потанин) һәм "бронза" (Виталий Ярославцев). Был ярышт арҙа "бронзаның"хаҡы бик үк юғары булмауын билдәләп үтергә кәрәк, сөнки өсөнсө урын ө сөн ярыш ойошторолманы. Тимәк, өсөнсө - дүртенсе урындар өсөн бер мәр әй, икенсе урынға - өс һәм беренсе урынға - биш мәрәй тип иҫәпләһәк, бе ҙҙең республика Мәскәүҙе 9 : 8 иҫәбе менән еңде! Башҡортостандың йыйылма командаһы Ҡарәсәй - Черкес республикаһынан килгән көслә баты рҙарға ғына биреште. 66 килограмға тиклем ауырлыҡта көрәшеүс е Ринат Еникеев
       (Октябрьский ҡалаһы) өсөн бик шатбыҙ. Ул бик матур алым мен ән таҙа еңеүгә өлгәште. Уға турнирҙың иң яҡшы көрәшсеһе була раҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогы тапшырылды. Хәҙер Ринат алда торған донъя беренселегендә Башҡортостан намыҫын яҡлап сығыш яһаяса ҡ.
       Ярыштарҙың киләһе төрөнә күсер алдынан билбау һәм ҡушаҡ м енән көрәшеүҙең айырмаһын белмәгәндәргә аңлатып китеү кәрәктер. Т әүгеһен ирекле көрәш тип тә атайҙар. Унда аяҡ хәрәкәттәрен дә файҙал анырға мөмкин һәм билбау спортсының биленә бәйләнә. Тимәк, батырҙар беренсе сиратта билбауҙан тотоп көрәшә.
       Ҡушаҡ менән көрәшеүҙә ( классика стиле) батырҙар билбауын
       ҡулына урай һәм көрәштә файҙалана. Аяҡты файҙаланыу тыйыла.
       Тап ошо көрәш төрөндә Башҡортостан һәм Татарстан егеттәренә тиңдәр булмауы күренде .
       Ҡалған осрашыуҙарҙа "алтындың" яҙмышын Урал - Волга буйын ың башҡа республика вәкилдәре хәл итте. Татарстан егеттәре бик шәп сы ғыш яһап, дүрт "алтын", ике "көмөш" һәм дүрт "бронза" алып ҡ айтып китте. Башҡортостан өс миҙалға ҡалышты - Винер Хәйбулл ин ( беренсе), Руслан Хәйбрахманов һәм Марсель Йосопов ( икенсе), Денис Әминев, Зәкирйән Хузин, Юни р Ильясов һәм Әсләм Хафизов ( өсөнсө).
       Ике турҙа ла беҙҙең батырҙар икенсе урынға лайыҡ булды. Х әҙер инде иң көслөләр Винер Хәйбуллин һәм Ринат Еникеевҡа Ҡазанда үтәсәк донъя беренселегендә уңыштар теләргә ҡала.
       Өфөлә үткән ярыштарға ҡунаҡ сифатында көрәш йондоҙо Алекса ндр Карелин да саҡырылған ине. Журналистар уның менән осрашы у ваҡытында спортсының аҡыллы, күп уҡыған һәм юмор яратыуын белде. Билба у менән көрәшеүгә Дәүләт Думаһы депутаты үҙенең мөнәсәбәтен ябай ғын а итеп белдерҙе:
       - Үҙем көрәшеп ҡарағаным юҡ, әммә хөрмәт итәм. Көрәш - ҡа тмарлы ярыш. Ул башҡа төрҙәргә, әйтәйек"классикаға" ла күп с портсылар бирҙе. Мин бындай көрәште һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу
       менән күҙәтәм.
       Карелин шулай уҡ Рәсәйҙә спорттың абруйы төшә тип әйтеүҙә ргә үҙенең ҡарашын белдерҙе. Уның фекеренсә, журналистар спорт тураһынд а күберәк яҙырға, уҡытыусы һәм тренерҙарға ҙур иғтибар бүлергә тейеш. Көрәштән тыш Сан Саныч бильярд һәм баскетбол ярата икән, күп тән түгел велосипедта ла йөрөй башлаған. Тағы килеп милли эсемлек ҡымыҙға битараф бул мауын белдерҙе спортсы.
       Барлыҡ ярыш һәм наградлауҙарҙан һуң сәхнәгә көрәшселәрҙең
       гимнын башҡарыу өсөн Рәсәй һәм Татарстандың халыҡ артисы Ринат Ибра һимов сыҡты.
       Ә хәҙер призерҙарҙың исемдәрен һанап сығырға ла ваҡыт етт е.
       Классик стиль ( ҡушаҡтар менән көрәш): 66 килогармға тикл ем -1. Илшат Сибәғәтуллин (Татарстан), 2. Руслан Хәйбрахманов (Башҡортост ан), 3. Андрей Горохов ( Татарстан), Руслан Бикембетов (Силә бе). 73 килограмға тиклем - 1. Хафиз Вәлиев ( Татарстан), 2.
       Илнур Ғәлимов ( Татарстан), 3. Заһир Ғәлиев ( Татарстан), Данис Әминев ( Башҡортостан). 81 килограмға тикл ем - 1. Винер Хәйбуллин (Башҡортостан), 2. Булат Вәлиев (Татарстан), 3. Ай нур Гәрәев ( Татарстан), Зәкирйән Хузин (Башҡортостан). 90 килограмға тик лем - 1. Фәнил Минһажев (Татарстан), 2. Марсель Йосопов (Баш ҡоротстан), 3. Юнир Ильясов ( Башҡортостан), Айнур Шәйхетдин ов (Татарстан). 90 килограмдан юғарыраҡ - 1. Айрат Ғилаев, 2 . Сергей Павлик (Ульяновск), 3. Әсләм Хафизов ( Башҡортостан), Владимир Чегуров ( Һамар).
       Ирекле стиль (билбауҙарҙа): 66 килограмға тиклем - 1. Рин ат Еникеев ( Башҡортостан), 2. Альберт Малсугенов (Ҡарасәй - Черкес респу бликаһы), 3. Ҡурманбей Шаугенов (Ҡарәсәй - Черкес), Ҡурман Кипкәев ( М әскәү). 73 килограмға тиклем - 1. Шамил Саҙрыев (Татарстан), 2. Амин
       Далаев (Ҡарасәй - Черкес), 3. Науруз Темрезов (Ҡарасәй - Черкес), М арат Кипкәев ( Ҡарасәй - Черкес). 81 килограмға тиклем - 1. Хөсәйен Аҡбаев (Ҡарасәй - Черкес), 2. Сергей Потанин (Башҡортостан), 3. Марат Ҡорбанов
       (Волгоград), Евгений Строганов (Мордовия). 90 килограмға тиклем - 1. Рина т Аҡбаев (Ҡарасәй - Черкес), 2. Канамат Бабоев ( Ҡарасәй - Черкес), 3 . Дамир Шиапов (Мәскәү), Владимир Зуйков (Татарстан). 90 килограмдан юғары - 1. Рәмил Нуриманов ( Мәскәү), 2. Сергей Куликов ( Волгоград), 3. Макс им Афонин (Мәскәү), Виталий Ярославцев (Башҡортостан).

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал