6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Оло бәләнең бәләкәй генә ике тарихы
24.05.05


       - Беҙҙең фильмдың исеме "Герои N", йәғни антигеройҙар. У ны икенсе төрлө "ГероиН" тип тә уҡырға була. Мин был проект көнүҙәк һәм үҙ ваҡытында барлыҡҡа килде, тип иҫәпләйем, сөнки наркомания һәм ул тыуҙы рған ҡурҡыныс беҙҙең киләсәккә янауҙан туҡтамай. Бынан тыш 2005 й ыл наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы тип иғ лан ителде.
       Беҙҙең һәр беребеҙ ниндәй ҙә булһа ҡыҙыҡтырғыс һайлау алдын да торғаны бар, тик кемдер уға бирешә, кемдер кире ҡаға ала. Наркотикка
       буйһоноусыларҙың һуңынан был аҙымдары хаҡында бик тә үкенеү е тураһында әйтеп торорға кәрәкме икән, - ошондай һүҙҙәрҙән һуң яңы проект авторы Елена Косарева шымып ҡалған тамашасылар залына күҙ һалды. - Беләһегеҙме, бы л фильмды
       ҡарауы бик ауыр һәм мин һеҙгә күңелле ял итеү теләй алмайым .
       Юҡҡа сыҡҡан кеше ғүмере тураһындағы тарихтар бер - береһе нә шул тиклем оҡшаған! Наркотиктар менән осрашыуа тиклем кеш еләр күп төрлө маҡсат, хыялдар менән йәшәй. Улар барыһы ла тере: кемделер ярата, ке м менәндер талаша, шатлана һәм ҡайғыра, киләсәккә пландар төҙөй. Наркот ик иһә уларҙы ҡолға әйләндерә, туғандары һәм яҡындарын оното рға мәжбүр итә, һуңынан
       үлтереп тә ҡуя. "Бер ҡасан да наркотиктар "тәмләп" ҡарамағы ҙ! Уның аҙағы үлем йә иһә төрмә буласаҡ", - тип ялбара дусар ителгәндәр.
       Фильмды төшөрөүселәр бик ҙур эш башҡарған, был бәхәсһеҙ. Әммә ул
       реаль факттарға таянып эшләнһә лә, әгәр шул уҡ "тетя Машаны ң" туғандары йәки ҡорбандары менән һөйләшеү индерелһә, карти на объективыраҡ булыр ине, моғайын тигән фекергә килдем мин. Сериалдағы енәйәтселә р роленә Петр Шеиндың профессиональ булмаған актерҙары саҡырылған, ти к барыбер тарихтың нигеҙе юҡлығы һиҙелә. Икенсе антигерой ыш аныслыраҡ һүрәтләнә: һигеҙ йылға иркенән мәхрүм ителгән "үҙ ашҡаҙанында наркотик ташыусы" Ғәзиз Бахрамов үҙ яҙмышы хаҡында үҙе бәйән итә. Ғәзизде кеше ләрсә аңларға ла була: уның биш балаһы үҫеп килә, эше юҡ, ғаиләнең
       тамағын туйҙырырға кәрәк. Инде рәшәткә артына эләккәс кенә ул намыҫҡ а ҡаршы
       барырға ярамағанлығын аңлай. Башҡаларҙың үлеме аша балалары ңдын тамағын туйҙырыуҙың файҙаһы юҡ... Бәхет килтермәйәсәк ул.
       Алға китеп шуны әйтергә теләйем: фильмды ҡарағандан һуң н имәнән көслөрәк тәьҫорат алғаныңды билдәләү ауыр - "Герои N" фильмы нанмы әллә тамашасыларҙы кинотеатрҙың фойеһында ҡаршы алған "Наркотик -
       үлтереүсе"(Питер) фотокүргәҙмәһенәнме.
       ..."1998 йылдың 12 феврале. Бер нисә бала урам мөйөшөндә елем еҫкәй. Ваҡыт һуң. "Ниңә һеҙ өйҙә түгел"- тигән һорауға "Беҙҙең өйө бөҙ ҙә, ата - әсәбеҙ ҙә юҡ!" - тип ҡысҡыралар. Балалар елем йоғонтоһо аҫт ында, көләләр: "Беҙ наркомандар!"
       2003 йылдың 20 апреле. Мин тағы ла Соня менән осраштым. У л урам мөйөшөндә фотоға төшкәнде хәтерләй. Ул инде наркоманка түгел . Соня
       бәпес көтә. Ул урам тормошон ташлай алған. Санкт - Петербур гта "Ҡотҡарыу армияһы" эшләп килә. Ҡышҡы итектәрен урлатҡас,
       Соня һәм уның иптәш ҡыҙы Светлана "Ҡотҡарыу армияһына" бара һәм шунда тороп ҡала . 2003
       йылдың 7 октябре. Соняның Максим исемле һау - сәләмәт улы б ар. Аталары
       улар менән йәшәмәй. Элекке токсикомандар төркөмөнөң яҙмышт ары бик уңышлы булмаған. Слава менән Олег элеккесә наркомандар. Серг ей, Соня
       уйлауынса, үлгән йә иһә төрмәлә ултыра".
       "Миңә 13 йәш булғанда өйҙән ҡасып сығып киттем. Әсәйем н аркоманка ине. Миңә 12 йәш булғанда ул атайым менән айырылыш ты, һуңынан икенсе бер ирҙе осратты". Жанна, 19 йәш, клиенттарын ҙур проспекттарҙың
       береһендә көтә. Көн һайын бында йөҙләгән ҡатын - ҡыҙ килә. Уларҙың бар ыһы ла тип әйтерлек наркоманка йә ВИЧ - инфекциялы булыуҙарында Жанна ш икләнмәй. Үҙе тикшереү үтергә баҙнат итмәй. Көн һайын фәхишә ләр джипта йөрөп аҡса йыйыусы милиционерҙарға 200 - 250 һум түләргә тейеш. Әгәр түләмәһәң, эҙәрлекләйҙәр. Жанна психолог һөнәренә уҡып сығырға өмөтләнә , курстарға
       йөрөй. Наркотиктар менән араны өҙөргә теләй".
       "1998 йылдың 7 декабрь көнө: Ольга Волковаға 22 йәш. Ул у ниверситеттың иҡтисад факультетында өсөнсө курста уҡый. Бер ай элек кенә ул героинһыҙ йәшәй алмай ине, инде дүрт көн ул героин ҡулланғаны юҡ һәм б ының менән бик ҡәнәғәт. Наркотик ҡулланырға уны дуҫы өйрәткән. Беҙҙең о срашыуҙан һуң мин бер нисә тапҡыр Оляны эҙләп табырға тырышы п ҡараным, өйөнә лә шылтыраттым. "Ольга йоҡлай" йәки "Ул өйҙә юҡ" тип яуапланыла р миңә. 2001 йылдың майында Ольганың оләсәһе минең һорауыма:
       "8 мартта Ольга үлде"- тине.
       "2001 йыл, декабрь айы. Димаға 22 йәш, ул ете йыл буйына героин ҡуллана. "Мин бер ваҡытта ла быны башларға тейеш түге л инем". Уның атаһы 1984 йылда героиндан үлә, ә әсәһе Иринаға 46 йәш - "тере ҡалған" иң өлкән наркомандарҙың береһе ул. "Туғандарыбыҙ беҙҙең өсөн ояла, - ти ул. - Беҙ улар өсөн тере мәйет". Өс йылдан Дима үлде. Был ваҡыт эсендә
       ул наркотиктарға бәйле бер нисә енәйәт эше буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылды, энәнән төшөргә уйлап та ҡараманы.
       Ә һеҙ бөгөн наркотиктарға йәлеп ителеүселәрҙең уртаса йәш е 13 икәнлеген беләһегеҙме, хәйер, 9 - 10 йәшлек балаларҙың энәгә ултырыу осрағы ла һирәк түгел.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал