6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Үҙгәртеп ҡороу

Башҡорт дәүләт филармонияһы баҙар талаптарына яраҡлаша
26.06.03


       Данир Ғәйнуллин Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры вази фаһын үтәй башлағандан алып, бында яңы осор башланды тиерг ә булалыр, моғайын. Филармония бинаһына капиталь ремонт тал ап ителгән кеүек үк, ойошма эшмәкәрлеге лә, етәкселек фекер енсә, баҙар иҡтисады талаптарына яраҡлы алып барылырға тейе ш. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, концерттар ваҡытында тамаш асылар залында бер урын да буш ҡалырға тейеш түгел. Һәр бер сара үҙ тамашасыһын табырға һәм концерт программаһы тап ошо
       талаптан сығып планлаштырылырға тейеш. Тамашасыларҙыңмузык аль ихтыяждарын асыҡлау маҡсатында филармония улар араһында
       хатта социаль тикшереүҙәр үткәрҙе.
       Урал концерт ойошмалары ассоциацияһы 2000 йылда бер нисә ҡала филармонияларының директорҙары тырышлығы менән ойошторо лған. Александр Колотурский әйтеүенсә, был беренсе сиратта м әҙәни сәйәсәткә тәьҫир итеү, төбәк стратегияһын булдырыу һ әм бойомға ашырыу теләгенән сығып эшләнде. Бынан тыш концерт
       эшендәге ыңғай үҙгәрештәр процесын һүлпәнәйтмәү, донъя ким әлендәге концерт практикаһына ярашлы структур үҙгәрештәр күҙ
       уңында тотолдо. Әммә халыҡта "Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡ ан" тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит, ваҡыт үтеү менән мөмкинлектәр ҙә
       арта башланы: төрлө семинарҙар һәм уҡытыу саралары үткәреү ғәҙәти хәлгә әүерелде. "Тәүҙәрәк БР Мәҙәниәт министрлығы бе ҙҙең ойошмаға шикләнеберәк ҡабул итте,- тип һүҙен дауам итте
       Александр Колотурский. --Ләкин ике йыл эсендә Ассоциация Ур ал - Себер төбәгендә концерт - гастроль баҙарының тулы хоҡуҡ лы ағзаһына әйләнгәс, беҙҙе танымай һәм ихтирам итмәй булды ра алманылар." Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы та рафынан 2001 йылда Ассоциацияның гастролдәр планын төҙөүгә ө с мең аҡса бүленеүе лә быға асыҡ дәлил булып тора. Бынан ты ш былтыр ҙа тап ошо маҡсатҡа ике йөҙ мең аҡса бүленде.
       Башҡортостан филармонияһы ла Ассоциацияға инә һәм үҙенең
       ижади көсө һәм ҡеүәте буйынса төп урындарҙың береһен биләй. Мәҫәлән, Свердловск филармонияһы менән сағыштырғанда, концер т эшмәкәрлеген ойоштороу һәм техника менән тәьмин ителеште и ҫәпкә алмағанда, республика филармонияһы күпкә отошлораҡ. Ха тта уны Мәскәү һәм Түбәнге Новгород ҡалалары менән бер рәттә
       тора тиһәк тә була. Башҡорт академия хор капеллаһы бына инд е етенсе йыл республика фестивалдәрендә Милли симфония оркес тры менән берлектә төп сығыш яһаусы булып иҫәпләнә. Ә бына С вердловскиҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, камера хоры ла, капеллала юҡ ... Филармонияның киләһе сезонында уға 65 йыл туласаҡ. Был к үркәм юбилейҙы лайыҡлы ҡаршы алырға кәрәк, әлбиттә. Ҙур залд а, тарихи архитектур элементтарҙы һаҡлап, капиталь ремонт үт кәреләсәк. Филармонияға быйыл компьютерҙар һатып алынды. Яй лап тауыш һәм төҫ аппаратураһы буласаҡ, тип өмөтләнелә. Тиҙҙ ән 64 йыл эсендә беренсе тапҡыр профессиональ ҡорамалдар мен Ьн йыһазландырылған студия эшләй башлаясаҡ.
       Данир Ғәйнуллин һүҙҙәре буйынса, маркетинг һәм концерт э шмәкәрлеге менән бәйле үҙгәрештәр планлаштырыла. Мәҫәлән, Си мфоджазоркестр Башҡорт дәүләт филармонияһының концерт оркес трына әүереләсәк, тамашасылар күп ҡалаларҙа индерелгән уңайл ы абонемент системаһы менән файҙалана башлаясаҡ. Абонемент алған тамашасы өсөн һәр концертҡа билет хаҡы 40 процентҡа кә мей. Был айырыуса актуаль, сөнки донъя талаптарына ярашлы, концерттарға билет хаҡтары ике тапҡырға тиерлек артты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал