6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Татар ныҡышмаллығын еңеп
12.05.05


       Стәрлетамаҡ "Содовигы" үҙ кеҫәһенә сиратағы өс мәрәйҙе һ алды. Ҡазанда башҡорт клубы 1 : 2 иҫәбе менән Рәсәй премьер - лига клубының перспективалы дублерҙары булған "Рубин - 2" командаһын еңде.
       Матч көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Ҡазанлылар миҙ гел башында уҡ бик яҡшы көйләнгән обороналары булыуын күрһәт кәйне инде - ике старт матчында улар бер гол да үткәрмәне. Шул уҡ ваҡытта кәрәкле м әлде файҙалана белеү йәһәтенән етди проблемалары булыуы ла асыҡла нды - "Рубин -2" һөжүм итеүселәренең исеме старт осрашыуҙары ваҡы тында таблола бер тапҡыр ҙа күренмәне.
       Отчет матчының беренсе таймында тамашасыларға туп индереү ҙең шаһиты булырға яҙманы. Икенсеһендә иһә ҡазанлылар бер юл ы ике дебют күрһәтте. Башта уларҙың уйынсыһы беренселектең өсөнсө уйынында ниһайәт
       гол индереүгә өлгәште. 47 - се минутта Зәйнетдинов үҙ командаһын
       алға сығарҙы - 1 : 0. Әммә артабан - ете минут та үтмәне, С тәрлетамаҡ командаһынан Шуленин хужаларҙың оборонаһы аша үтеүгә өлгәште. 1 : 1. Тағы
       ете минуттан Зацепин ҡунаҡтарға еңеү бүләк итте. 1 : 2 - һә м башҡа был кистә голдар булманы.
       "Содовиктың" остазы Александр Игнатенко менән ҡыҫҡаса һөй ләшеүебеҙҙе тәҡдим итәм.
       - Александр Игнатенко, "Рубин - 2" менән матч нисек үтте
       - Беренсе таймда минең тәрбиәләнеүселәремдең уйыны килеп сыҡманы тип әйтергә була. Ҡазанлылар - йәш һәм ҡыҙыҡһыныу ты уҙырырлыҡ команда, йыл эсендә улар байтаҡ тәжрибә туплаған. Обороналары ла ярайһы уҡ көслө.
       Тәнәфес ваҡытында беҙ Иванов менән Славновты Передня һәм Фединға
       алмаштырҙыҡ. Уйын көйләнде, дөрөҫ, башта беҙ штраф һыҙығына н гол үткәрҙек. Артабан беҙҙең егеттәр ике тапҡыр үҙҙәрен күрһәтә алды. Тағы бер гол индерә алырҙар ине лә, әммә уңышһыҙыраҡ м әл тура килде.
       - "Содовиктың" Өфө "нефтселәрен"бер тапҡыр ғына ышаныслы еңеүе һеҙҙе хәүефләндермәйме
       - Һәр ваҡыт 4 : 0 иҫәбе менән еңеүебеҙҙе көтөргә кәрәкмәй . Әйткәндәй, һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы яңылыҡ бар. "Газовик" ( Ырымбур) - "Содо вик" (Стәрлетамаҡ) матчы судьяһын хужаларҙың ҡапҡаһынп пенальти б илдәләмәгән өсөн язаға тарттырырға хәл ителгән. Беҙ видеояҙ маны тейешле урынға
       ебәрҙек һәм унда пенальти булырға тейеш тигән ҡарар ҡабул и телгән.
       Бөгөн Стәрлетамаҡ "Содовигы" ун мәрәй менән алдынғылар тө ркөмөндә бара. Кировтан "Динамо клубы ла шул тиклем үк мәрәй йыйған. "Лада"
       (Тольятти) ике мәрәйгә алға сыҡты һәм әлегә еңелеүҙең нимә икәнен белмәй.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал