6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Денис Давыдовтың автографы Өфө китапханаһында һаҡлана
05.05.05


       Әхмәт - Зәки Вәлиди исемендәге китапханала өс миллиондан
       ашыу китап бар. Уларҙың араһында боронғо, һирәк осрай торға н, өҫтәүенә яҙмышы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡтары бер нисә мең иҫәпләнә. Әйтәйек, б илдәле шағир - партизан Денис Васильевич Давыдовтың 1821 йылда сыҡҡ ан "Партизандар хәрәкәте буйынса теоретик тәжрибә" тип исемләнг ән хәрби - тарихи хеҙмәте. Китапҡа "Дмитрий Васильевич Дашковҡа авторҙа н" тип автограф та ҡуйылған.
       Кем һуң ул Дашков Ниңә Денис Давыдов уға китабын бүләк и тән Китап нисек Өфөгә килеп эләккән
       Был һорауҙарҙың барыһына ла крайҙы өйрәнеүсе Николай Нико лаевич Барсов яуап бирә. "Үҙ заманында (19 - сы быуат башы) билдәле
       булған "карамзинсылар" һәм "шишковсылар" араһында рус әҙәби теле ту раһындағы бәхәстәрҙе генә иҫкә төшөрөү ҙә етә, - тип яҙа ул.
       - "Рус һүҙҙәрен яратыусылар әңгәмәһе" тип исемләнгән төркөмгә тупланған реак цион әҙәбиәтселәр Рәсәй академияһы президенты А. С. Шишков етәксе легендә ҡаты ныҡышмалылыҡ менән әҫәрҙәр бары тик сиркәү китаптары т елендә яҙылырға тейеш, тип иҫбатларға тырышты. Был телде улар "слов енорос" тип атай. Уларға ҡаршы тороусы Н. М. Карамзин яҡлылар (В. А. Жук овский, П. А. Вяземский, Д. В. Давыдов, В. Л. Пушкин, Д. В. Дашков, тиҙҙән
       уларға ҡушылған А. С. Пушкин һәм буласаҡ декабристар Н. И. Тургенев, М. Ф. Орлов, Н. М. Муравьев) әҙәби телде халыҡ һөйләше теленә яҡынайтыуҙы яҡлап
       сығыш яһай һәм билдәле "Арзамас" төркөмөнә йыйыла. Арзамасс ылар араһында Д. В. Дашков ҙур ихтирам менән файҙалана. Йыйылыштарҙың береһенде "Арзамас" ағзаһы Уваров, Дашковҡа мөрәжәғәт итеп, уны "көслө
       юлбашсы Чу" (Д. В. Дашковтың ҡушаматы) тип атай. Карамзинсыларҙың шишковсыларға
       ҡаршы оҙайлы көрәше Д. В. Давыдов менән Д. В. Дашковтың бер - бере һенә яҡынайыуына сәбәп була.
       Китаптың Өфөгә килеп эләгеү сәбәбен дә аңлата ул. Д. В. Д ашков Рязань һәм Өфө губерналарында байтаҡ биләмәләре булған бик боронғо һәм бай дворяндар исеменә ҡарай. Өфө янында Д. В. Дашковтың Благовещ ен баҡыр иретеү заводы урынлаша. 1830 йылдар аҙағында Дашковтарҙың ки тапханаһы Петербургтан Благовещен заводына килтерелә, һуңына н уның күп кенә өлөшө республика китапханаһына эләгә. Дашков тарҙың китап коллекцияһының һаҡланып ҡалған өлөшө китаптар составы буйынса ғына түгел, у ндағы автографтар йәһәтенән дә баһалап булмаҫлыҡ ҡомартҡы булып то ра.
       Дашковҡа бүләк ителгән китаптар араһында тарихи романдар яҙ ыусы М. Н. Загоскин, мәҫәлдәр авторы А. Е. Измайлов, Г. Р. Державин, В.
       А. Жуковский, Н. И. Греч һәм башҡа билдәле яҙыусыларҙың ҡул тамғаларын күрергә мөмкин.
       1812 йылғы Ватан һуғышында күренекле партизан Денис Давыд ов
       етәкселеге аҫтында башҡорт яугирҙары ла көрәшә. Үҙенең "Тил ьзит 1807 йылда", "1812 йылдағы партизан хәрәкәттәре көндәлеге" тип ат алған проза әҫәрҙәрендә автор башҡорттарҙы ла телгә алып үтә. Бородино я уында Өфө полкы батальоны айырылып торҙо, тип билдәләй ул.
       "Тильзит 1807 йылда" әҫәрендә автор башҡорттар тураһында былай тип яҙа: "... Был көндө арьергардҡа армияла яңы ғына х еҙмәт итә башлаған бер нисә башҡорт полкы килде. Уҡ һәм йәйә ләр менән ҡоралланғандар, ҡолаҡсынлы баш кейемдәрендә, халатты хәтерләткән кафтан кейгәндәр, атта ры шөкәтһеҙ, тәпәш... Беҙгә әйтеүҙәренсә, уларҙы Наполенға Р әсәйҙә булған бар халыҡтың уға ҡаршы сығыуын күрһәтеп, уны ҡ урҡытыу ниәте менән ебәргәндәр.
       Кисен башҡорттарҙың тәүге көндә булған мажаралары тураһын да хикәйәләүҙәр күп булды. Миңә лә бер ҡыҙыҡ ваҡиғаның шаһит ы булырға тура килде.
       Атыш барышында бер француз подполковнигы әсирлеккә алынды , исемен онотҡанмын инде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны тәбиғәт ҙур танау мен ән бүләкләгән, һәм уҡ уның танауы аша үтеп, уртаһында туҡтап ҡа лған. Подполковникты аттан төшөрҙөләр һәм был биҙәүесен алмаҡсы бу лып ергә ултырттылар. Был ваҡиғаны ҡыҙыҡ күреп, яугирҙар французды ур атып алды, араларында башҡорттар ҙа етерлек ине. Табип уҡты танау эргәһ енән генә ҡырҡып алырға әҙерләнде. Шул ваҡыт башҡорттарҙың береһе үҙе нең ҡоралын танып ҡалды, буғай, һәм табиптың ҡулдарына йәбеште. "Юҡ, - тип ҡысҡырҙы ул, - уғымды ҡырҡырға бирмәйем, был минең уғым һәм мин уны үҙем тартып алам". Подполковник рус телен аңламаһа ла нимә т ураһында һүҙ барғанын төшөндө, күрәһең, илай яҙып башҡортто эргәһенән ебәреүебеҙҙе үтенде. Беҙ шулай иттек тә. Был юлы француз танауы башҡорт у ғына ҡарағанда өҫтөнөрәк булып сыҡты...".
       Өфөлә 2004 йылдың 10 сентябрендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға бул ып үтте. Өфө кафедраль соборының парк ансамблендә Денис Васи льевич Давыдовҡа һәйкәл асылды. Уны асыу идеяһы менән Башҡортостан казак ғәск әрҙәре
       сығыш яһаны. Ни тиһәң дә, Рәсәйҙең партизан отрядтары етәкс еһе Денис Давыдовтың ҡул аҫтында башҡорт казактары ла көрәшкән бит.
       Мәскәүҙә ерләнгән шағир - партизан Денис Давыдов дини кеш е була. Шуға күрә һәйкәлдең собор биләмәһендә асылыуы ғәжәпл әнеү тыуҙырмай. Бында 1812 йылғы һуғыштың тағы бер геройы Е. Н. Гладышев ерләнгән.
       Һәйкәлдең нигеҙенә Д. В. Давыдовтың ҡәберенән алынған туп раҡ һалынған капсула һаҡлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал