6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Хеҙмәт емеше - эшлекленең уңышы
28.04.05


       "Катрен" фәнни - производство компанияһы ябыҡ акционерҙар
       йәмғиәтенең Өфөләге филиалы ошо көндәрҙә үҙенең барлыҡҡа ки леүенә алты йыл тулыуын билдәләй. Үткән йыл йомғаҡтары буйын са ул Рәсәй төбәктәренең 20 филиалы араһында иң һөҙөмтәле э шләүсе предприятие тип табылды.
       Башҡортостанда 1999 йылда теркәлгән "Катрен үҙенең эшмәкә рлеген 2000 йылда башлай. Тиҙ арала компания алдынғы урынға сығыуға өлгәшә ( 2001 йылда ул 18 - се урында була). 2004 йыл йомғаҡтары буйынса и һә филиал Рәсәй төбәктәрендәге 20 "ҡәрҙәше" араһында иң яҡшы һөҙөмтәлә ргә өлгәшеүсе тип иғлан ителә. Филиал директоры Эльза Ғәлинур ҡы ҙы Килдәева йылға йомғаҡтар яһау буйынса директорҙар советын ың Новосибирск ҡалаһында үткән йыйылышынан өфөлөләргә 1 - се урын бирелеүен
       дәлилләгән Почет грамотаһы алып ҡайтты.
       Башланғанда барыһы ла күпкә ҡатмарлыраҡ була, әлбиттә. 20 00 йылда филиал ябылыу хәүефе аҫтына ла барып баҫа - һатыу күләмдәре бик түбән, ҡала ситендә уынлашҡан склад биналары тураһында әйтергә лә т үгел, етәкселәр бик йыш алмашынып тора. Ә ул ваҡытта барлыҡҡа килг ән конкурентлыҡты иҫәпкә алһаң - "Катренға"башҡорт фармацевтика
       баҙарын унда күптән инде ҙур дистрибьютерҙар эшләгән ваҡытта яуларға
       тура килә. Әммә филиалдың сираттағы башлығы урынына килгән Пермь фармац евтика институты сығарылыусыһы, 10 йылдан ашыу провизор стажлы Эльз а Ғәлинур ҡыҙы филиалды аяғына баҫтыра алырына шикләнмәй. "Мин эш урын ында йәшәнем тиһәң дә була", - ти ул бөгөн.
       Беренсе сиратта - кадрҙар һайлау мәсьәләһе. Етәкселектең йыш алмашыныуы коллективтың нығыуына булышлыҡ итмәй, шуға кү рә ул ваҡытта Эльза Килдәева әйтмешләй, филиал штаты "менеджер ярымдан" тора. Ке шенең намыҫлы эшләй - эшләмәүен билдәләү өсөн бары интуицияһына ғы на таянып, команданы яңынан төҙөргә тура килә уға. Ә ҡатын -
       ҡыҙҙарҙың интуицияһы үҫешкәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Һәм бөгөн Эльза Ғәлинур ҡыҙы э ш һөҙөмтәләре, беренсе сиратта, филиал коллективының ҡаҙаныш ы тип иҫәпләй.
       Көн тәртибендә торған икенсе мәсьәлә - компанияны клиентҡ а йөҙ менән боролорға өйрәтеү. "Беҙҙең девиз - беҙ сервис һатабыҙ", - ти
       директор үҙенең хеҙмәткәрҙәренә йыш ҡына. Бының өсөн нимә кәрәк Скла д биналарының уңайлы урынлашыуы, дарыуҙарҙы тиҙ арала алып б арып еткереү, хаҡтарҙың артыҡ ҡиммәт булмауы - уңыш башы ошо
       ҡушылманан тора. Шуға күрә 2001 йылда филиал Черниковканан ҡала үҙәгенә күсә.
       Яңы урынға күсеп, команда туплағандан һуң, баҙарға үтеп и неү этабы башлана. Был, беренсе сиратта, төрлө күргәҙмәләрҙә
       ҡатнашыу, клиенттар менән эшлекле, хатта дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыуҙы үҙ эсенә ала. У лар өсөн,
       мәҫәлән, теплоходта йөрөү, туристик ял базаһына барыуҙар ой ошторола. Медицина хеҙмәткәре көнөнә арналған мауыҡтырғыс саралар ҙа б ер кемде лә битараф ҡалдырмай, клиенттар менән уртаҡ тел таб ыуға ла ярҙам итә.
       Быға параллель рәүештә филиалдың һәр структураһын үҫтереү гә көс һалына һәм бер йыл көсөргәнешле эшләгәндән һуң ғына " Катрен" филиалы эшмәкәрлегендә алға китеш һиҙелә башлай.
       Биш йыл эсендә тауар әйләнеше 14 тапҡыр, ассортимент ике тапҡыр арта. Филиалдың автомобилдәр паркында 14 машина иҫәпл әнә, улар республиканың бар райондарына, шулай уҡ күрше Удму рт Ремубликаһына ла дарыу ташып өлгөрә. Әйткәндәй, Ижевск ҡа лаһында "Катрендың" үҙ вәкиллеге лә бар.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал