6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Һыбайлылар ярышы: беҙҙекеләр беренсе
19.04.05


       Үткән ял көндәре Аҡбуҙат" ипподромында республ иканың ат спорты тормошонда сағыу ваҡиға - "Башҡортостан - Ф инляндия" Халыҡ - ара һыбай ярышыу буйынса беренселек булып үтте. Хәйер, был дуҫта рса осрашыуреспублика өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн дә ҙ ур әһәмиәткә эйә. Рәсәйҙә фин спортсыларына ҡаршы ярыштар үт кәрелмәгәненә егерме йылдан ашыу ваҡыт үткән.
       Беҙҙең һыбайлылар менән көс һынашыу маҡсатында Финляндян ың иң яҡшы һыбай йөрөүселәре: Лаури Синкконен, Марккук Элфви нг, Антти Койву, Исмо Кованен һәм Эркки Олли килгән. Әйткәнд әй, уларҙың һәр береһенең иҫәбендә халыҡ - ара ярыштарҙа яул анған еңеүҙәр етерлек. Мәҫәлән, Маркку Элфвинг ат сабыштары менән 18 йыл дауамында шөғөлләнә һәм был ваҡыт эсендә 524 ярышта ҡатнашып, уларҙың ҡырҡ етеһендә беренсе ур ын яулаған.
       Үҙ ҡаҙаныштары менән фин ярышсыларының бөтә донъяла билдә ле булыуын әйтеп үтергә кәрәк. Был спорт төрө популярлығы бу йынса Финляндияла хоккейҙан һуң икенсе урында тора. 20 ипподромда йылына алты йөҙҙән ашыу ярыш уҙа.
       Үткән шәмбе уҙған ярыштарҙа һыбайлылар дүрт һәм унан да к үберәк йәштә булған юртаҡтарҙа ике гитта 1600 метр араға ярышты. Унда ике
       яҡтан бишәр һыбайлы, йәмғеһе ун кеше көс һынашты. Башҡортостан Република һынан Николай Белик, Александр Ким, Владимир Матусевич, Юрий Портн ов һәм Александр Машинец ҡатнашты.
       Ярыш шарттары буйынса беренсе гитта аттарҙы йәрәбә буйынса
       билдәләнде. "Танышлыҡ" булдырыу өсөн егерме минут бүленә. Б аҡһаң, һыбайлының оҫталығы уның таныш булмаған юртаҡта күрһәткән һөҙөмәтһенә ҡ арап билдәләнә икән.
       Ярыштың тәүге этабында уҡ финдарға ҡаршы сығыусы Баҡортост ан
       спортсыларының да бик көслө булыуы асыҡланды. Иң яҡшы һөҙөм тәне Люпин исемле айғырҙа Юрий Портнов күрһәтте. 1600 метр а раны улар 2 минут 13,8 секунд эсендә үтте. Уларҙан ярты башҡ а ғына артта ҡалып Аргумент ҡушаматлы арғымаҡта оҫта һыбайлы
       Маркку Элфвинг килде. Өсөнсө урынға Кипрей исемле ат сыҡты, Лаури Синкконен менән улар дистанцияны 2 ми нут 16 секундта үтте. Шулай итеп, беренсе гит һөҙөмтәләре буйынса, Финляндия командаһы 27, ә Башҡортостан Республикаһы командаһы 28 мәрәй
       йыйҙы.
       Икенсе гитта һыбайлылар аттарын алмашты. Ярыш шарттары бу йынса, тәүге гитта беренсе килгән һыбайлы иң аҙаҡтан килгән атты ала, икенсе булып килеүсе аҙаҡҡы аттың алдынан килгәнен
       һәм артабан шулай уҡ. Ике гит һөҙөмтәләре буйынса иң аҙ мәрәй йыйыусы һыбайлы еңеүсе тип и ғлан ителә.
       Был юлы беренсе булып Лоб исемле атты менгән Александр Ма шинец алдан килде - 2 минут 13, 8 секунд. Икенсе урын Кристи анға идара иткән Юрий Портновҡа эләкте ( 2 минут 13,9 секунд). Аргумент һәм Алекса ндр Ким өсөнсө булып килде ( 2 минут 14 секунд).
       Шулай итеп, ике гит һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға өс
       мәрәй йыйған Юрий Портков сыҡты. Икенсе урын - Алксандр Маш инецта (7 мәрәй), өсөнсө - Владимир Матусевичта (10 мәрәй). Ҡунаҡ Маркку Элфвинг бер мәрәйгә күберәк йыйып, дүртенсе урынды яуланы, артабан Эркки Олли ки лә ( бишенсе урын). Исмо Кованен, Александр Ким һәм Лаури Си нкконен ун өсәр мәрәй йыйҙы. Туғыҙынсы урында Антти Койву ( 14 мәрәй), унынсыла - Николай Белик ( 17 мәрәй).
       Команда беренселегендә 48 мәрәй йыйып Башҡортостан Респуб ликаһы беренсе урынға сыға һәм "Башҡортостан - Финляндия" Халыҡ - а ра һыбайлылар беренселегендә чемпион исемен яулай, ҡунаҡтар ике нсе урында ( 62 мәрәй).
       Ниңә финдар тап беҙҙең республика спортсылары менән осраш ырға теләк белдергән Беренсенән, улар данлыҡлы Башҡортостан тәбиғәте һ әм башҡорт аттары тураһында бик күп ишетеүҙәре тураһында әйт те. Башҡортостан ауыл
       хужалығы ғилми - тикшеренеү институты ғалимдары сығарған
       мөғжизәне үҙ күҙҙәре менән күрергә теләү уларҙы беҙҙең респ убликаға алып килгән дә инде. Ярыштың икенсе көнөндә ҡунаҡтар ат заводы һәм йылҡы үр сетеүсе хужалыҡтарҙа булып, үҙҙәренең эшкә һәләтлеге, әрһеҙлеге, һыу ыҡтарға сыҙам булыуы менән дан алған башҡорт тоҡом аттарын к үрә алды.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал