6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Еңеүҙе лайыҡлы ҡаршылаясаҡбыҙ
15.04.05


       Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығын байрам итеүҙе иң юғары кимә лдә уҙғарырға һәм ветерандарға уларҙы ни тиклем ихтирам итеү ебеҙҙе күрһәтергә ( ә бөгөн Башҡортостанда 24 меңгә яҡын Бөй өк Ватан һуғышы ветераны һәм 140 мең тыл эшсәндәре йәшәй).1941 - 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы нда Еңеүҙең 60 йыллығына әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса ойошт ороу комитетының
       Республика йортонда үткән сираттағы кәңәшмәһендә һүҙ ошо ту рала барҙы.
       Ойоштороу комитетының был ултырышын май байрамдары алдынан
       финишҡа ынтылыш тип атарға булыр ине. Ойоштороу комитеты рә йесе, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов билдәләп үтеүенсә, ре спубликаның район һәм ҡалаларында планлаштырылған саралар үҙ
       ваҡытында һәм лайыҡлы үткәрелә. Шуға күрә ойоштороу комитетының һуңғы улты рышында тикшереү өсөн төп тема булып Өфөлә етенсе - туғыҙынсы майға планлаштырылған саралар программаһы торғандыр ҙа.
       Программа бай ғына. Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев ә йтеүенсә, тантаналы парад саралары һуғыш ветерандарын тәбрикләүҙең һуң ғы аккорды буласаҡ. Ҡалғандары баш ҡалала ветерандарҙы социа ль яҡлау сиктәрендә үтә. Биш меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үтте, мең ярымы
       - шифахана - курорт дауаланыуы алды. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың яңғыҙ һәм оло йәштәгеләре өсөн дарыуҙарҙы өйгә алып килеү ойошторолдо.
       Быйылғы йыл власть органдарының ветерандарҙың торлағын ремонтларға т отоноуҙары менән дә үҙенсәлекле - планда 280 фатирҙы ремонтл ау тора. Фатир мәсьәләһе бының менән генә тамамланмай - сира тта тороусы ветерандарға республика Президенты һәм Өфө хаким иәте 60 яңы фатир асҡысы тапшырасаҡ. Бынан тыш Өфөлә 26 эконом - класс магазинында һуғыш ветерандары пл астик карточка буйынса аҙыҡ - түлекте ташлама менән ала башланы. Т уғыҙынсы майға тиклем уларға тағын 12 магазин өҫтәләсәк. Бөтә республ икалағы кеүек үк, баш ҡалала һуғышта ҡатнашыусыларҙы юбилей миҙалдары менән наградлауға ҙур иғтибар бүленә, Өфөлә бындай миҙал 40 мең ке шегә тапшырылды. Бынан тыш, Павел Качкаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда,
       һәр ветеранға иҫтәлек өсөн Еңеү символикаһы һәм ҡала эмблемаһы т өшөрөлгән сәғәт бүләк ителәсәк.
       Туғыҙынсы майға тиклем ике көн алдан республика баш ҡалаһ ында бик күп
       саралар планлаштырыла. Етеһе көнө Мәңгелек ут, А. Матросов һәм М. Ғөбәйҙуллин һәйкәлдәре, Еңеү паркында М. Гәрәев ҡәберенә сәс кәләр һалыу ойоштороласаҡ, ә төштән һуң Нефтселәр мәҙәниәт һ арайында тантаналы йыйылыш, байрам концерты һәм Башҡортостан етәкселегенең Бөйө к Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итеү тантанаһы уҙасаҡ. Һиге ҙенсе майҙа бер нисә иҫтәлекле урын - 112 - се Башҡорт кавал ерия дивизияһы музейы һәм Г. Жуков һәйкәлен асыу планлаштыры ла. Ошо уҡ көндө Еңеүҙең 60 йыллығына арналған 57 - се еңел атлетика эстафетаһы үтәсәк.
       Туғыҙынсы май көнө байрам итеүҙең үҙәге Ленин исемендәге майҙанда
       буласаҡ, унда сәғәт 11 - ҙә театрлаштырылған тамаша башлана . Сараны байрам концерты һәм хәрби парад дауам итәсәк, республиканың хәрби комиссары Тимофей Азаров әйтеүенсә, ул бик юғары кимәлдә ойо шторола. Еңеү геройҙары Октябрь проспекты буйлап трибуналарҙа урынлаш асаҡ.
       Артабан Һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләү баш ҡаланың му ниципаль берәмектәрендә дауам итәсәк. Кисен майҙанда байрам салюты планлаштырыла. Ошо уҡ көндө Еңеүҙең 50 йыллығы скверы нда Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға һәйкәл асыласаҡ.
       Былар барыһы ла тантана саралары тураһында булды. Бынан т ыш алтынсы майҙан туғыҙына тиклем 700 инвалид, Бөйөк Ватан һуғышы ветер андары, тыл эшсәндәре һәм ветерандар хәрәкәте алдынғылары ял
       итер һәм һаулығын нығытыр өсөн "Йәшел сауҡалыҡ" һәм "Йоматау" шифаханаларына к иләсәк. Улар шулай уҡ Өфөлә үтәсәк байрам тантаналарында ҡатнашырға ниәтләй.
       Республика ойоштороу комитетының эше аҙағына яҡынлаша. Ул тырышта ҡатнашыусылар Еңеүҙең 60 йыллығын байрам итеүгә ниндәйҙер ой оштороу йәки финанс проблемалары янамай, тип белдерҙе. Байрам буласа ҡ - бының өсөн барыһы ла әҙер.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал