6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ташҡын көтөлә, әммә ул хәүеф менән янамай
14.04.05


       Йә ҡояш, йә ямғыр, йә ҡар... Йә баш кейемдәрен сис еп ырғытабыҙ, йә ҡышҡылыҡҡа йыйып ҡуйылған тундарҙы алып кей ергә әҙербеҙ... Бер һүҙ менән әйткәндә, яҙ етте. Һауа торошо - аңламаҫһың. Быйыл тәб иғәт беҙгә ҙур һынау ойошторҙо. ыш бигерәк оҙаҡа һуҙылды! Әм мә, кем әйтмешләй, ни тиклем оҙағыраҡ көтһәң, осрашыу ҡыуанысы ла шул тиклем көслө рәк буласаҡ. Яҙғы ҡояштың тәүге нурҙарын шатланып ҡаршы алды ҡ. Ҡояш апай менән бергә яҙҙың тәүге хәбәрселәре лә барлыҡҡа килде. Юҡ, йылы яҡ тан ҡайтыусы ҡоштар түгел. Хатта ботаҡтарҙа тулышҡан бөрөләр ҙе лә күҙ уңында тотмайым. Ҡыҫҡа итәк кейгән ҡыҙҙарҙы әйтәм!
       Дөйөм алғанда, яҙ - ауыр ваҡыт. Тымаулау, хәл бөтөү, яҙғы
       депрессия, витамин етешмәүе... Ә бына ҡайһы берәүҙәр өсөн был көсөргәне шле эш ваҡыты ла. Сөнки яҙын, теләйбеҙме, юҡмы, ташҡын ваҡыты ла ет ә.
       Лириканы туҡтатып торайыҡ. Яҙғы ташҡын яҡынлаша. Һәм быйы л ул үткән йыл менән сағыштырғанда көслөрәк булырға оҡшай - йылғаларҙа һыу юғары күтәреләсәк. Әйтергә кәрәк, февралдә республика гидрометеоро логтар ташҡын бик ҙур булмаясаҡ тип күҙалларға ашығып хаталанды. Кө ҙгө һәм ҡышҡы һауа шарттарында башҡаса уйларға мөмкин дә түгел ине к еүек, әммә март айында тәбиғәт үҙенсә хәл итте. Тәүге "яҙғы"
       ай беҙгә күп кенә һалҡын көндәр бүләк итте, ҡар ҙа ғәҙәттәгенән ике - өс тапҡыр күбер әк яуҙы! Шуға күрә ташҡын тураһындағы күҙаллауҙарға төҙәтмә индерергә тура
       килеүе аңлашыла. Бынан тыш март айында беҙҙә әле ҡыш ине, апрелдең тәүге көндәрендә лә температураның егерме градустан артып киткән с аҡтары булды. Йылғалар туңыуын дауам итте. Һөҙөмтәлә - һыу һ аҡлағыстарҙа боҙ ҡатламы 50 - 70 сантиметр, йылғаларҙа - 40 сантиметрға етте. Ә боҙ я ҙғыһын ҙур проблемаға әүерелеүе ихтимал. Ул йылғаларҙа тығындар булдыра
       һәм ташҡын һыуҙарҙың үтеүенә ҡамасаулай.
       Хәйер, ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлек ҡаралған - ни тиһәң дә тәүге ташҡын үткәрмәйбеҙ. Шартлатыусылар командалары ла ә ҙерлек һыҙығында.
       "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Zүҙ ошо турала барҙы. Журналистар һөйләшеүгә Башҡортостан гидрометео рология һәм тирә - яҡ мөхиттең мониторингы буйынса территориааль ида ралыҡ етәксеһе Василий Лапиковты саҡырҙы. Был кеше менән аралашыуы
       һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы. Ул үҙенең эшен белә һәм йәнен - тәнен би реп эшләй, тема үҙе лә һәр кеше өсөн көнүҙәк. Ул беҙгә быйылғы яҙҙан нимә көтөргә м өмкин булыуы тураһында һөйләне һәм хатта киләһе йәйгә лә күҙ аллауҙар яһаны.
       Шулай итеп, киләһе яҙ беҙҙе нимә көтә Беренсенән, темпер атура йәһәтенән һәм яуым - төшөм буйынса апрель һәм май айҙарының ғәҙәттәгесә булыуы көтөлә. Был көндәрҙә яуған ямғыр ҡарҙың т иҙерәк иреп бөтөүенә булышлыҡ итәсәк. Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһы 7,5 - 8,5 метр ға тиклем күтәрелеүе мөмкин. Үткән йыл Ағиҙел биш метрлыҡ билдәгә тикл ем күтәрелеп етмәүен хәтергә төшөрәйек. Әле күҙалланған һыу күтәрелеүе норма сиктәренә тап килә, бәлки саҡ ҡына артығыра ҡ булыр. Һәр хәлдә һыу баҫыу ҡурҡынысы көтөлмәй.
       Дала йылғалары ла тап ошо ваҡытта асыла башлай һәм бер - ике көндән үк үҙҙәренең иң ҙур күләменә етә. Иң юғары билдә һенә Ағиҙел йылғаһы сама менән 5 - 10 майҙарҙа күтәрелеп етер, моғайын. Ямғырҙар күп яуһа, был ваҡыт биш көн тирәһенә ҡыҫҡарыуы ихтимал.
       Практика күрһәтеүенсә, синоптиктарҙың күҙаллауына артыҡ ы шанып барырға ярамай. Тәбиғәт кеше үҙенең фәнни - техник ҡаҙанышта ры менән дә уға күрһәтмә бирә алмағанын йылдан - йыл иҫбатла й килә һәм белгестәрҙең һис бер иҫәпләүҙәренә ҡарамай, үҙенекен эшләй. Гидрометеорол огтарҙың ҡайһы бер ҡыҫҡа ваҡытҡа күҙаллауҙары тормошҡа ашһа ла, оҙайл ыларына артыҡ ышанырға тура килмәй. Йәғни, йәйҙең нисек киләсәге тур аһында
       күҙаллауҙар ысынбарлыҡта күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙән сығып яһа лған һығымталар ул. Хәҙер йәй тураһында һүҙгә күсәйек.
       Василий Лапиковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, быйыл йәй йылы ки ләсәк. Ҡоролоҡ көтөлмәй. Июль менән август айҙары айырыуса шатланды расаҡ - һауа температураһы ғәҙәттәгенән юғарыраҡ та булыуы ихтимал. Июнь һәм июль айҙарында көндәрҙең йылы тороуы көтөлә, ямғырҙар ҙа йыш
       яуасаҡ. Ә бына август менән сентябрь айҙарына яуым - төшөм баҫыласаҡ. Климаттағы үҙгәрештәр миҙгелдәрҙең бер ай тирәһенә шылыуына алып килде.
       Хәҙер беҙҙең өсөн март ҡыш айы, уның ҡарауы сентябрҙә - йәй. Һуңғы
       йылдар ҙа быны раҫлай. Тимәк июндә климат буйынса май айы буласаҡ, ә с ентябрҙә беҙ август ҡояшының нурҙары аҫтында йылынасаҡбыҙ.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, йәшәйек әле - күрербеҙ. Синоптикт ар күҙаллауы ысынбарлыҡҡа тап киләме, юҡмы, уныһын йәй үҙе күрһәтер. Әммә
       ташҡын буласаҡ, был турала ышаныс менән әйтер өсөн синоптик булыу к әрәкмәй.

Эльвира Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал