6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә кем ярҙамлашыр
14.04.05


       Яҡшы тамамланған бар нимә лә яҡшы. Айырыуса проблемалар,
       әйтәйек, фатир мәсьәләһе. Бына исмаһам баш ауырыуы, ә инде ул хәл ителгәс, аңлатып бирә алмаҫлыҡ еңеллек тойғоһо кисерә һең. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә күп кенә өфөлөләрҙең торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеү мөмкинселеге ба рлыҡҡа килде. Кисәге көндән алып шәмбегә тиклем баш ҡала халҡы өсөн
       "Күсемһеҙ милек. Күргәҙмә - 2005" күргәҙмә - йәрминкәһе үҙ ишектәрен а сты. Һәм уның ҡатнашыусылары - төҙөүсе - предприятиелар, риэ лтор агентлыҡтары, банкылар, власть структуралары һеҙҙең тор лаҡҡа ҡағылышлы "мыжыуҙарығыҙҙы" үтәргә әҙер. Һеҙҙең аҡсаға, әлбиттә.
       Әйҙәгеҙ, стендтарға күҙ һалайыҡ. Экспоненттар араһында бе ренсе урынды ,һис һүҙһеҙ, Өфө хакимиәте биләй. Аңлашыла ла: мэрия экспози цияны ойоштороусы ғына түгел, ул бынан тыш бер нисә социаль торлаҡ
       программаһы тәҡдим итеүсе булараҡ та сығыш яһай. Улар араһы нда - ипотека кредиты буйынса федераль программа, йәштәр өсөн - "Йәш өфөлөләргә то рлаҡ", корпоратив программа ла бар - фатир мәсьәләһен хәл итеүҙә пр едприятие ярҙамына мохтаждар өсөн.
       Ә бына кредит ойошмалары стендтары - Социнвестбанк, Һаҡлы ҡ банкыһының Башҡортостан бүлексәһе, Внешторгбанк, УралСиб. Улар барыһы ла ипотека кредиттары буйынса үҙ схемаһын тәҡдим
       итә. Фатир алырға мөмкинселегеҙ бар һәм һорау иң яҡшы вариантты табыуҙа ғына ҡалдымы Ул ваҡ ытта һеҙгә күсемһеҙ милек агентлыҡтары стендтары янына үтер кәрәк. Күрг әҙмәлә улар етерлек: Башҡортостандың күсемһеҙ милек баҙарында ун биш йыл дан ашыу эшләүсе "Алгоритм", "Алмаш", "М2 Профит", "Демарис" , "Наш дом", "Факел". Һәм уларҙың һәр береһе һеҙгә беренсел,
       икенсел фатир, ҡаланан ситтә торлаҡ алыу варианттары, арендаға фатир һайлау йәһәтенән ярҙ ам итергә әҙер. Ҡыҫҡаһы, күсемһеҙ милек баҙарында хеҙмәтләндереүҙең ба р төрҙәре лә күрһәтелгән. Бер нимә генә йәл - үҙҙәренең хеҙм әте өсөн риэлторҙар аҡса һорай, ә улар менән шул тиклем айырылышҡы килмәй. Кәрәкмәй ҙ ә, әгәр
       һеҙ беренсел баҙарҙан фатир һатып алырға йә торлаҡты өлөшлә тә төҙөүҙә ҡатнашырға теләйһегеҙ икән, һорауҙы туранан - тура төҙөүселә °Үә мөрәжәғәт итеп тә хәл итергә мөмкин. Улар: "Өфө ҡалаһыны ң инвестиция - төҙөлөш комитеты", Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөү фонды, КПД һәм башҡалар.
       Юғалып ҡалдығыҙ, эште нимәнән башларға белмәйһегеҙме Тео риянан башлағыҙ. Күргәҙмәлә көн һайын махсуслаштырылған семинарҙар үтә. Шәмбе көнө килергә кәңәш итәм: көнө буйы эш программаһы
       социаль программа һәм ипотекаға арналасаҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал