6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Вайцеховский беренсе урынға һикерә алманы
14.04.05


       Мәскәүҙә ҡая буйлап үрмәләү буйынса 2005 йылдың Донъ я кубогы этабы үтте. Быйыл донъяның иң көслө спортсылары ике нсе тапҡыр боулдеринг һәм миҙгелдә тәүге тапҡыр тиҙлеккә яры шты.
       Рәсәй баш ҡалаһына хас булғанса, был юлы ла спорстсыларға
       ойоштороу проблемалары менән осрашырға тура килде. Был юлы уларға алда н уҡ бер фекергә килгән суд түгел, ә менеү трассаларының артыҡ ҡатмар лы булыуы ҡамасауланы.
       Быны үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк - планетаның иң көсл ө спортсылары бер - бер артлы бирешә һәм көрәшеүен туҡтата. Программаның тәүге төрө - боулдерингта еңеүсе француз Жером Мейе алты трассаның икеһен
       генә үтә алды! Рәсәйлеләр араһында иң көслөһө Өфө егете Салауат Рәхм әтов. Бер трассаны ғына үтеп, ул дүртенсе урын яуланы. Белгестәр шаҡ ҡ атты - ғәҙәттә еңеүсе алты йәки биш өлөш үтә!
       Салауат Рәхмәтовтың дүртенсе урыны насар һөҙөмтә түгел. Март айында Бирмингемда (Бөйөк Британия) үткән боулдеринг буйынса Донъя кубогының беренсе этабы менән сағыштырғанда, Рәхмәтов үҙ позицияһын яҡ шыртты. Дөйөм зачетта ул ун дүртенсе урындан һигеҙенсе юлға күтәрелд е.
       Программаның икенсе төрө - тиҙлеккә ярышыуҙар - ярыш хужа ларының еңеүе менән тамамланды. Улар беренсе туғыҙ урынды яуланы. Мә ләүездән Александр Пешехонов ҡыуандырҙы - ул алтынсы. Ә өфөлө Евгений Вайцеховский бер генә хата ебәреп (ул спортсыны беренсе урын дан мәхрүм итте лә инде), бик яҡшы сығыш яһаны. Хәйер "көмөш" тә өлкән оҫталар менән ярышыусы 18 йәшлек егет өсөн бик яҡшы һөҙөмтә,
       ризалашығыҙ. Еңеүҙе иһә Төмәндән Евгений Миначев байрам итт е.
       Беҙ Женя Вайцеховский менән бәйләнешкә инеп, уның ярыштан
       алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын үтендек.
       - Ярыштар иң яҡшы спортсыларҙы йыйҙы. Мин бик яҡшы формал а булдым тип әйтә алмайым, әҙерлек аҙыраҡ булды. Әммә һөҙөмтә менән ҡ Ьнәғәтмен. Финалда еңеп килә инем, иң аҙаҡта финиш кнопкаһын а бер биш сантиметр барып етмәнем. Һуңғы һынауҙы Евгений Миначев бер үҙе, бер ҡа йҙа ла ашыҡмайынса, яйлап башҡарҙы...
       Был миҙгелдә Донъя кубогында мине дүрт һынау көтә әле - Б олгария, Франция, Италия һәм Ҡытайҙа. Үткән йыл мин барлыҡ старт һөҙө мтәләре буйынса икенсе килдем - бөгөн алғараҡ ынтылырға ла мөмкин. Д онъя беренселегендә еңергә теләгем бик ҙур.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал