6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Башҡортостанда дарыу менән тәьмин ителеш һәр ваҡыт юғары ким әлдә булды
14.04.05


       Татьяна Михайловна Дмитрюк туғыҙ йыл дауамында Башҡорто стан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының фармацевтика эшмәкәрлеге һ әм клиника фармакологияһы ойошмаһы бүлегенә етәкселек итә. У л республиканың фармацевтика баҙары тураһында барыһын да белә тип әйтергә була. Аптекала өлкән провизор булып эшләй башлап, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының иң
       мөһим бүлеге етәксеһенә тиклем үҫеп етеүе уның тураһында үҙ эшенең
       оҫтаһы, аҡыллы ойштороусы булыуына дәлил.
       БР фармацевтика баҙары тураһында һүҙ йөрөткәндә, Татьяна Михайловна Башҡортостанда аптека учреждениелары һаны кәмемәй, йәғни рес публикала аптека ойошмалары кәрәгенән артыҡ күп түгел әле, тип белдерҙ е. Дөйөм алғанда, уның фекеренсә, Башҡортостандың фармацевтика баҙары ндағы хәл башҡа төбәктәрҙәге хәл - тороштан артыҡ айырылмай.
       Үҙенсәлек Башҡортостанда аптекаларҙың ҙур дәүләт селтәре һаҡланыуындалыр, моғайын ("Башфармация" дәүләт унитар предпр иятиеһы). Ул республиканың фармацевтика баҙары күләменең 20 процентын тәшкил итә. Дауалау учреждениеларын, граждандарҙың льготалар менән файҙаланыусы категорияһын дарыуҙар менән тәьмин итеү бурыстары "Башфармац ияға" йөкмәтелгән.
       Шәхси аптекаларҙың бер нисәһе генә льгота менән файҙаланы усыларҙы тәьмин итеүен билдәләп үтергә кәрәк. Һәм был уларҙы әйтелгән
       эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙән тыйыу арҡаһында түгел, ә үҙҙәренең был э ште отошһоҙ тип, шөғөлләнергә теләмәүенән килә.
       Башҡортостан Республикаһында дарыу менән тәьмин ителештең
       тағы бер үҙенсәлеге был йәһәттән республикала эштең юғары кимәлдә алы п барылыуында.
       - Ялған препараттар таратыу проблемаһының социаль әһәмиәт кә эйә булыуын иҫәпкә алып, дарыуҙарҙың сифаты һәм хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бирелә, -тип дауам итә Татьяна Михайловна. - Рес публикаға ҡайтарылған һәр дарыу ҡаты һәм ентекле контроль аша үтә. Үткән йылда, мәҫәлә н, 208 меңдән ашыу дарыу сериялары тикшерелгән. Тикшереү һөҙ өмтәһе - 101 партия ялған препараттар партияһы асыҡланған, б ыл дөйөм күләмдең 0,04 процентын тәшкил итә.
       Бөгөнгө көнгә мөһимдәрҙән булған өҫтәлмә дарыу менән тәьм ин итеү һорауын да урап үтмәнек.
       - Был программаны тормошҡа ашырыу буйынса республикала би к ҙур эш башҡарылды, - ти Татьяна Михайловна. - Һаулыҡ һаҡлау министр лығы хеҙмәткәрҙәре көн дә тип әйтерлек урындарға сығып, табиптар,
       аптека хеҙмәткәрҙәре менән аңлатыу эштәре үткәрҙе.
       Шул уҡ ваҡытта, Татьяна Дмитрюк фекеренсә, дарыуҙар менән
       өҫтәлмә тәьмин итеү буйынса эш һөҙөмтәләре бик үк дөрөҫ баһаланмай. Сөнки беренсе сиратта яҙылған рецептарҙың һаны иғтибарға алына, ә
       ғәмәлдә төп иғтибар сифат параметрҙарына йүнәлтелергә тейеш: был дарыуҙа р ярҙамында ауырыуҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һауыҡтырыуға өлгәшеп
       буламы әллә юҡмы.
       - Башҡортостанда һәр ваҡыт иғтибар беренсе сиратта сифат ҡа йүнәлтелә ине, - ти Татьяна Михайловна. - Шуға күрә бөгөн республикала
       дарыу менән
       өҫтәлмә тәьмин итеү йәһәтенән эштәр яҡшынан түгел. Әгәр 200 5 йылға тиклем льгота менән файҙаланыусыларҙы дарыу менән тәьмин ите ү бик үк яҡшы ойошторолмаған күп кенә төбәктәр өсөн дарыу менән өҫтәл мә тәьмин итеү программаһы һиҙелерлек ярҙам булһа, Башҡортостанда льго тниктар һәр ваҡыт кәрәкле күләмдә сифатлы дарыуҙар ала алды.
       - Дарыу менән өҫтәлмә тәьмин итеү программаһын хәл итеүҙ ең башланғыс этабы бик үк уйланып еткерелмәгән ине, - ти Тат ьяна Михайловна, - шул уҡ ваҡытта 122 Федераль закон льгота менән файҙаланыусыларҙы да рыу менән тәьимн итеү йәһәтенән ҡәнәғәтләндерә тип әйтергә була.
       Гарантияланмаған вәғәҙә һәм льготаларҙан ҡотолорға кәрәк,
       тип һанай Татьяна Дмитрюк. 2006 йылдан башлап льгота менән фпйҙаланыус ыларҙың льгота алыу формаһын үҙҙәре һайлау мөмкинлеге индерелеүе бик
       яҡшы: аҡсалата йә натураль формала. Яҡшы тәьмин ителгән граждандар ҙың да дарыу алырға хәленән килмәгән сирҙәр бар, шуға күрә страховк алау принцибын һәм дарыуҙарҙы натураль формала биреүҙе һаҡла п ҡалдырыу мөһим.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал