6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

"Театр яҙы - 2005" почетлы наградалар һәм яңы "ГАЗелдәрҙән" башланды
13.04.05


       Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә асылған
       "Театр яҙы - 2005" бишенсе республика театрҙары фестиваленд ә 11 апрелдән 18 апрелгә тиклем Башҡортостандың 11 профессиональ коллективы һәм Сибай
       ҡалаһының "Сулпан" балалар театры сығыш яһаясаҡ. Тамашасыла р иғтибарына улар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл тулыуына
       арналған спектаклдәр тәҡдим итәсәк.
       Мельпоменаға хеҙмәт итеүселәрҙең байрамын асыу уңайынан уларҙы республика Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер -
       министры урынбаҫары - мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илеше в, ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтары һәм башҡалар тәб рикләне.
       Республика башлығы сәхнә оҫталарына дәүләт наградалары та пшырҙы. Салауат дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы Винира Хәсәнов а "БР халыҡ артисткаһы" исеменә лайыҡ булды. Тағы ете артист , драма артистары - Башҡортостандың Республика академия рус драма театрынан Серг ей Басов, Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театрынан Светлана Ғиниәтуллина , Туймазы татар драма театрынан Тәүрәт Нәҙершин, Сибай ҡалаһының "Сулп ан" дәүләт
       башҡорт балалар театрынан Фиүзә Сафина, "Нур" дәүләт татар театрынан Мәхмүт Фәтихов, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрынан З өлфиә Хәлилова һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан Виталий Щербако вҡа "БР атҡаҙанған артисы" тигән исем бирелде.
       Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙенең ҡотлау һүҙендә Рәсәйҙә соци аль - иҡтисади шарттар ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, республи кала мәҙәниәт тергеҙелә, тип белдерҙе.
       - Һуңғы йылдарҙа беҙ республиканың мәҙәни потенциалын һаҡ лап ҡалыу ғына түгел, һиҙелерлек арттырыуға ла өлгәштек. Мәҫәлән, үткә н йылда ғына ла мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларына бюджетт ан бер миллиард 100 миллион һум аҡса бүленде.
       Театр - ул тамаша ғына түгел. Ул - беҙҙең йәшәйешебеҙ ҙә.
       Граждандарҙы әхлаҡи, мәҙәни һәм патриотик тәрбиәләүҙә театрҙарҙың роле ба һалап бөткөһөҙ. Шуға күрә Еңеүҙең 60 йыллығын билдәләгәндә, театр алдында бик ҙур бурыстар тора. Театр коллективтары беҙҙең фронтовик һәм тыл эшсәндәренең үлемһеҙ батырлығын, Ватан өсөн үтә ауыр йылдарҙ а совет халҡының еңеүгә алып килгән ихтыяр көсөн бар сағыулығында кү рһәтергә ынтыла.
       Фестивалдең тәүге спектакле - Сибай театрының "Торатау һа ман тора" урынында" моңһоу комедияһы. Унан һуң тамашасылар иғтибарына Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры ҡуйыуында "Әсә хөкө мө", Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының "Үлмәҫбай" комедияһы, "Сулпа н" театрының "Яҡты киләсәк" драмаһы тәҡдим ителә. Ҡуйылған спек таклдәрҙе Нинель Сорокина рәйеслегендә Мәскәү һәм Өфөнөң билдәле тәнҡи тселәренән торған абруйлы коллегия баһалай.
       - Актер хеҙмәте еңел түгел, - тип билдәләне үҙенең ҡотлау
       һүҙҙәрендә Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Спартак Әхмәтов. - Бындай эш р итмына һәр кем түҙә алмай, тип әйтеп, мин бер ҙә арттырмайым . Сәхнәгә булған тоғролоҡ, сағыу талант һәм оҫталыҡ хөрмәт т ойғоһо, ижади коллективтарға ярҙам итеү теләге уята. Һеҙҙең талант беҙҙе илата, борсолдора, яңы ҡара ш булдырырға ярҙам итә.
       Әйтелгән һүҙҙәренә өҫтәп, Спартак Әхмәтов Стәрлетамаҡ дәү ләт филармонияһы һәм Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрына ү ткән йыл театр миҙгеле асылғанда вәғәҙә иткән яңы "ГАЗель" автомобилд әрен бүләк итте.
       Республика Президенты Стәрлетамаҡ дәүләт рус драма театры н да иғтибарһыҙ ҡалдыра алманы һәм көтмәгәндә коллективҡа ошо уҡ моделдәге микроавтобус бүләк ителәсәген белдерҙе. Тәгәрмәстәр Стәрлета маҡ театрҙарының гастроль тормошон яйға һалыуына, ә "Театр яҙы -
       2005" фестиваленең бик күп осрашыуҙар һәм яңы еңеүҙәр алып килерен ә иманым
       камил.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал