6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

"Пятерочка" һәм "Полушка" магазиндарында һағыҙ, шоколад, ыуы лдырыҡ һәм ҡиммәтле араҡы яраталар
13.04.05


       Эконом - класлы супермаркет магазиндарынан беҙҙең хал ыҡ ҡәнәғәт, күрәһең. "Пятерочка", "Полушка" кеүек магазиндарҙың ямғырҙан
       һуң баш төрткән бәшмәктәргә оҡшап артыуы ла ошо турала һөйләй. Улар сервис менән ғәжәпләндермәй, арзан хаҡ меәнн "алдыра".
       Улар нисек һаҡланып килә Был һорауға өлөшләтә яуапты беҙ
       "Башинформ" агентлығына журналистар менән осрашыуға килгән "Пятерочка" селтәре етәксеһе Илдар Ғарифуллин һәм "Форвард" ябыҡ акционерҙар йәм ғиәтенең коммерция директоры, "Полушка" магазиндары селтәренә етәксел ек итеүсе Алексей Григоренконан алдыҡ. Ниңә өлөшләтә тиһегеҙме, сөнки был ике ойошма директорҙары уңыш серҙәрен асырға ашығып барманы.
       Илдар Ғарифуллин компанияның бизнесты ҡурҡыныс аҫтына ҡу йырға баҙнат итмәүе, шуға күрә Мәскәү һәм Санкт - Петербургта файҙ аланылған технологияларға таянып эш итеүен белдерҙе. Әлеге ваҡытта "Пя терочка" исеме аҫтында Өфөлә 26 магазин эшләй, 13 - ө үткән йылда асы лған.
       Икенсе компания вәкиле иһә технологияға ҡағылышлы һорауғ а яуап - сер тип билдәләне. Әммә "Пятерочканан" айырмалы рәүештә, "Форвар д" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ тәжрибәһенә таянып үҫешә икән. Һөҙөм тәһе күҙгә ташлана: бөгөн "Полушка" магазиндары селтәре Уралда иң йылда м үҫешеүселәрҙең береһе. Компания 1995 йылда төҙөлә һәм башлыс а күмәртәләп һатыу менән шөғөлләнә.
       - 1997 йылда беҙ эшмәкәрлек өлкәһен киңәйтергә кәрәк тигә н фекергә килдек һәм даналап һатыу йүнәлешен дә әүҙем үҫтерә башларға ҡарар иттек. Һөҙөмтәлә 2000 йылда супермаркет форматында эшл әгән "Гурман" етәкселек ҡарары менән "Полушкаға" үҙгәртелә. Һөҙөмтәләр көтөлгәндән дә яҡшыраҡ булып сыға.
       Бөгөн Өфөлә 11 "Полушка" эшләй, башлыса улар Черниковкала
       урынлашҡан, Дим һәм Шаҡшала - модулле типтағы магазиндар эш ләй. Октябрь аҙағына тиклем компания бындай маркеттарҙы тағы ла Һупайлы биҫтәһенд Ь, Йәшел сауҡалыҡта, Йәштәр микрорайонда асырға ниәтләй.
       "Полушка" үҙ эшмәкәрлеген республиканан ситтә лә алып бар а. "Форвард" Октябрьск, Бөрө, Нефтекама, Салауат, Стәрлетама ҡ, Ишембай, шулай уҡ Ырымбур, Ҡазан, Силәбе, Пермь ҡалалары менән килешеү төҙөгән
       - һәр ҡалала был селтәрҙең кәм тигәндә икешәр магазины эшләйәсәк.
       Ике компанияның да уңыш сере, һис шикһеҙ, хеҙмәткәрҙәрене ң квалификациялы булыуындалыр, тип уйларға ҡала. Бөгөн даналап
       һатыу йүнәлешендә эшләүсе профессионалдар аҙ, шуға күрә эконом - к ласс магазиндарында уларға айырым иғтибар бирелә. Уларҙы уҡыталар , үҫтерәләр һәм, әлбиттә, айырылышырға теләмәйҙәр.
       Әммә иң төп шәхес, Илдар Ғарифуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанд а, һатып алыусы. Ул персоналдың йылмайып хеҙмәтләндереүен, ипле, әҙәп ле
       мөрәжәғәтте бушлай алырға тейеш. Был һаҡсыларға ла ҡағыла. Һатып алыусыларҙы сығып барғанда тикшереү тыйыла. Әгәр ундай хәл б ула икән, хеҙмәткәр эшенән бушатыла. Әйткәндәй, ҡулы тик тормаған һаты п алыусылар хәҙер аҙ. Элегерәк, "Пятерочка" вәкиле билдәләүе нсә, юғалтыуҙар бик күп булған. Әммә һирәк булһа ла әле лә бурлыҡ осраҡтары күҙәтелә , айырыуса касса эргәһендә. Һағыҙ, шоколад, ыуылдырыҡ, шулай уҡ ҡиммәтл е спирт эсемлектәре юғала.
       Магазиндағы ассортиментҡа килгәндә, уны һатып алыусы билд әләй. Икмәк, һөт, колбаса - республика предприятиеларынан ҡа йтарыла. Компаниялар шулай уҡ Нестле, Вимм Билль Данн кеүек донъяла киң билдәле етештереүселәр менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
       Йәшерен - батырыны юҡ, боҙолған тауарҙар ҙа осрай. Әммә э шҡыуарҙар үҙ абруйын төшөрөп, эшкә һалынған аҡсаны юғалтырға
       теләмәй. Шуға күрә магазиндарҙа сифат контроле эшләй, ә аҙыҡ - түлекте һаҡлар ө сөн ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алына. Быйыл "Пятерочкала" итальян фирмаһын да етештерелгән компрессорҙар урынлаштырыласаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал